ҠУЛ ҺУҘМАҒЫҘ ҺОМАЙҒА! Бөгөн "AY YOLA" төркөмөнөң “Һомай” йырын бар донъя йырлай. Тик бөтә ғәләмгә башҡорт моңон, башҡорт телен яңғыратҡан, халҡыбыҙҙы данлаған милләттәштәребеҙ өсөн шатланыр, ғорурланыр урынға, беҙҙекеләр, бер-береһен уҙҙырып, йәш ҡыҙға бысраҡ яғалар. Уны нисек кенә тәнҡитләмәйҙәр. Иң ғәжәп иткәне, был “тел һағында тороусылар”, башҡорт өнө яңғырашы буйынса бәхәсте рус телендә алып баралар. Хатта видеолар төшөрәләр йырсыны фашлап. “ Я уже больше не могу молчать!” - тип ҡысҡыра күҙҙәрен аҡайтып диванда ултырған бер ҡатын. Аҡъегет, унан да уҙҙырып, “Һомай” йырына төрттөрөп, һарайҙа кәзәләргә йыр йырлай! Шуны ғына көтөп торған псевдобашҡорттарға был етә ҡалды, улар хәҙер икеләтә әүҙемләште. Мәскәүҙә үҫкән, рус мөхитендә йәшәгән талантлы ҡыҙ, атаһының милләтен ҙурлап, уның телен өйрәнгән, башҡорттоң төп паспорты булған “Урал Батыр” эпосын бар йыһанға ишеттергәне өсөн ғәйеплеме?! Бәлки, ниндәйҙер өн асыҡ та яңғырамайҙыр, тик ниңә уның өсөн оло ғауға ҡуптарырға, йәш талант