Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” байрамы үтте. Иртә менән ҡыҙҙар Зәим шишмәһенән көйәнтәләп һыу алып ҡайтыу ҡыҙҙар өсөн “Башҡортом һылыуҙары, их, һыу алыуҙары” конкурсы ойошторолдо. Инәй - апайҙар шишмә һыуын ҡойоп самауырҙарға ут һалды. Аҙаҡ "Самауырҙы йыҡҡансы, таҫтамалды һыҡҡансы”тигәндәй самауыр артында күңелле мәҙәктәр, самауырға бәйле хәтирәләр ,йыр - моң , милли ризыҡтар менән сәй эсеп байрам дауам итте. Бәйгелә ҡатнашыусылар: Ишемғолова Ләйсән - "Ҡомартҡы самауыр” ,Ибраһимова Бүләкбикә - “Боронғо самауыр”,Байғужина Зөлфирә - “Ҡәйнәм самауыры”, Ишемғолова Зөлфиә - ”Заман самауыры”,Ишемғолова Фәнүзә - “Байрам самауыры” , Ҡужина Земфира "Сувенир " самауыр номинацияларында бүләкләнде. Самауырҙар боронғобоҙҙо ла, бөгөнгөбөҙҙө лә, киләсәгебеҙҙе лә маҡтап йырлаһын, янына ҡунаҡсыл милләттәштәрен йыйһын! Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ!
Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” байрамы үтте
7 апреля 20257 апр 2025
~1 мин