Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Фәнис, бер ваҡытта ла аҡыллы кеше менән шағирҙы бутама, тигәйне Буранбай ағай уйынлы- ысынлы

Фәнис, бер ваҡытта ла аҡыллы кеше менән шағирҙы бутама, тигәйне Буранбай ағай уйынлы- ысынлы.😀 Һаташыу Тыумаған шиғырҙы көсләп, Яҙыу– түгел шағирлыҡ. Килмәгән ул, килмәгәнде Биҙәй алмай маһирлыҡ. Яһалма зиһен– модала Һуңғы ваҡыт, булһын да. Беҙ яһалма булмайыҡтар, Көт, һин, шағир, тыуһын да Әйтер һүҙең, Йөрәгеңдән Түгелһен ул, тулһын да. Аҡыл өйрәтеү түгел был, Үҙем аңлап маташыу. Шағирлыҡ ул– аҡыл түгел, Шағирлыҡ ул– һаташыу. 🖊️Фәнис Сирбаев

Фәнис, бер ваҡытта ла аҡыллы кеше менән шағирҙы бутама, тигәйне Буранбай ағай уйынлы- ысынлы.😀

Һаташыу

Тыумаған шиғырҙы көсләп,

Яҙыу– түгел шағирлыҡ.

Килмәгән ул, килмәгәнде

Биҙәй алмай маһирлыҡ.

Яһалма зиһен– модала

Һуңғы ваҡыт, булһын да.

Беҙ яһалма булмайыҡтар,

Көт, һин, шағир, тыуһын да

Әйтер һүҙең,

Йөрәгеңдән

Түгелһен ул, тулһын да.

Аҡыл өйрәтеү түгел был,

Үҙем аңлап маташыу.

Шағирлыҡ ул– аҡыл түгел,

Шағирлыҡ ул– һаташыу.

🖊️Фәнис Сирбаев