Хәйбулла районының Йәнтеш мәҙәниәт йортоноң "Һаҡмар" халыҡ театры Әнисә Яхинаның "Һөйөнсө " спектакле менән Ғәлиәхмәт ауылында уңышлы сығыш яһаны. Спектаклде ғәлиәхмәттәр ихлас күңел менән ҡараны. Йәнтеш ауылының һәүәҫкәр артистары матур ял бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙеләр. Артистаға артабан да ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!