Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Быуындар бәйләнеше": Ватанды һаҡлаусыларға арналаған акция старт алды

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто Ватанды һаҡлаусыларҙың төрлө быуындары ҡаһарманлығының дауамлылығына арналған "Быуындар бәйләнеше" тип аталған патриотик акцияһын башлап ебәрҙе.

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто Ватанды һаҡлаусыларҙың төрлө быуындары ҡаһарманлығының дауамлылығына арналған "Быуындар бәйләнеше" тип аталған патриотик акцияһын башлап ебәрҙе.

Ҡатнашыусыларға Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы туғандары хаҡында һөйләргә тәҡдим ителә, тип яҙа "Молодежная газета" баҫмаһы. Материалдарҙы республика гәзиттәре редакцияһына ебәрергә мөмкин. Акцияға журналистар ҙа, теләгән һәр кем ҡушыла ала.