Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Ағайымды бөгөн төштә күрҙем

Ағайымды бөгөн төштә күрҙем. (Бер егет ауыҙынан) Ағайымды бөгөн төштә күрҙем. Таң алдынан ғына күренде. Төштәр шулай ҡыҫҡа була микән?.. Әйтеп өлгөрмәнем һүҙемде. Өндәгеләй ағай сибәр, һомғол, Тик сөм - ҡара күҙҙәре йәшле. Ә сәстәре дөм - ҡара ине бит, Төшөмдәге ағай сал сәсле. Үҙе теләп яуға киткәйне ул. - Олатай ҙа илде һаклаған, - Олатай ҙа еңеү менән ҡайтҡан, - Олатай ҙа намыҫ һатмаған! Өйгә инеп торманы ағайым, Хушлашып китергә килһә лә. Өнөмдә күргәндәй булдым уны, Бик ҡыҫҡа төшөмә керһә лә. ...Баш осомдан ҡыр ҡаҙҙары үтте. Яҙ бит, йәшәрә ҡыр - туғайҙар. Төш юрай белмәйем, тик ҡайтығыҙ, Әйләнеп ҡайтығыҙ, ағайҙар! 🖊️Таңһылыу Вәлиева.

Ағайымды бөгөн төштә күрҙем.

(Бер егет ауыҙынан)

Ағайымды бөгөн төштә күрҙем.

Таң алдынан ғына күренде.

Төштәр шулай ҡыҫҡа була микән?..

Әйтеп өлгөрмәнем һүҙемде.

Өндәгеләй ағай сибәр, һомғол,

Тик сөм - ҡара күҙҙәре йәшле.

Ә сәстәре дөм - ҡара ине бит,

Төшөмдәге ағай сал сәсле.

Үҙе теләп яуға киткәйне ул.

- Олатай ҙа илде һаклаған,

- Олатай ҙа еңеү менән ҡайтҡан,

- Олатай ҙа намыҫ һатмаған!

Өйгә инеп торманы ағайым,

Хушлашып китергә килһә лә.

Өнөмдә күргәндәй булдым уны,

Бик ҡыҫҡа төшөмә керһә лә.

...Баш осомдан ҡыр ҡаҙҙары үтте.

Яҙ бит, йәшәрә ҡыр - туғайҙар.

Төш юрай белмәйем, тик ҡайтығыҙ,

Әйләнеп ҡайтығыҙ, ағайҙар!

🖊️Таңһылыу Вәлиева.