Найти тему

Икмәктең урыны түрҙә

Баҡал ауылында «Табын ҡәҙере игендә» ҡамыр аштары байрамы үтте

Икмәк, бауырһаҡ, һалма, ҡош теле, ләүәш, ҡыҫтыбый, ҡоймаҡ, күмәс, ғөбәҙиә, бәлеш, сәк-сәк... Башҡорт аш-һыуында ҡамыр ризыҡтарының ниндәйе генә юҡ.

Бына ошоларҙың күбеһен Баҡал ауылында уҙған байрамда күрергә мөмкин ине. Ауылдың уңған хужабикәләре тарафынан  бешерелгән һый-ризыҡтарҙан өҫтәлдәр һығылып торҙо. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре әҙерләгән аш-һыуҙары менән таныштырҙы, рецептары менән уртаҡлашты. Ошо уҡ көндө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйҙылар, был акцияға 82 йәшлек Вәлимә Ҡотлойәрова тәүгеләрҙән булып ҡушылды.

Баҡал ауылында клуб юҡ, шунлыҡтан барлыҡ саралар мәктәп бинаһында үтә. Аралашыуға, йыр-моңға сарсаған ауылдаштарҙың олоһо ла, кесеһе лә «Табын ҡәҙере игендә» ҡамыр аштары байрамында бик теләп килде.

-2
-3
-4
-5
-6
-7
-8