Найти в Дзене

Аҡъярҙың абруйлы ғаиләһе

Менәүрә һәм Миңлеғәлим Бохарбаевтар
Менәүрә һәм Миңлеғәлим Бохарбаевтар

Хәйбулла районында 35 йылдан ашыу татыу ғүмер юлы үткән, матур балалар тәрбиәләп үҫтергән ғаләләр бихисап. Шуларҙың береһе—Бохарбаевтар ғаиләһе.

Миңлеғәлим Әхмәт улы Аҡъяр ауылында тыуып үҫкән. Уның ата-әсәһе бик абруйлы кешеләр була. Ул үҙе  мәктәпте тамамлап, 1970 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына уҡырға инә. Шул йылдарҙа буласаҡ кәләшен,  Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡып йөрөгән Менәүрәне осратып, 1973 йылда ике студент яҙмыштарын бергә бәйләй.

Йәш белгестәр хеҙмәт эшмәкәрлеген Аҡъярҙа башлай. Икеһе лә тырышып, башкөллө эшкә сума. 70-80-се йылдарҙа  район медицинаһы дарыу препараттары, техник приборҙар менән насар йыһазландырылған була. Миңлеғәлим Бохарбаев ялһыҙ тиерлек эшләй. Мәктәптәрҙә лә эш еңел булмай.  Миңлеғәлим Әхмәт улы район медицина хеҙмәткәрҙәренең профосюз ойошмаһы рәйесе булып эшләй, үҙ инициативаһы менән район үҙәгендә  “Медик” баҡсаһын ойоштора. Ә Менәүрә Бохарбаева  бер нисә тапҡыр мәктәп профкомы рәйесе итеп һайлана, “Аманат” район башҡорт ойошмаһының әүҙем ағзаһы була. Район советы депутаты итеп һайлана. Мәнәүәрә Исхаҡ ҡыҙы тыуған телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, тарихты тергеҙеүгә күп көс һала.

Бохарбаевтарҙың икеһенең дөйөм хеҙмәт стажы—90 йыл. Уларҙың фиҙакәр хеҙмәте юғары баһалана. М.Бохарбаев—Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, ә М.Бохарбаева—Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен йөрөтә,  Рәсәйҙә иң яҡшы уҡытыусы грантына лайыҡ була.

Быйыл улар ғаилә ҡороуҙарының Алтын юбилейын билдәләй.  Бохарбаевтар өс ул тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән улдары Айнур БР Адвокаттар палатаһында эшләй. Уртансы улдары Сорғотта Газпромэнергосбыт предприятиеһында әйҙәүсе инженер, кесе улдары Юлдаш бизнес менән шөғөлләнә. Ә Миңлеғәлим һәм Менәүрә Бохарбаевтар икеһе лә хаҡлы ялда. Балаларына, ейәндәренә ярҙам итеп, уларҙың ҡыуаныстарын уртаҡлашып йәшәйҙәр. Райондың йәмәғәт тормошонда ла ҡайнайҙар. Менәүрә Исхаҡ ҡыҙы Аҡъяр ауылы ағинәйҙәре клубын етәкләй,  клуб янында ойошторолған “Юшан” халыҡ инструменталь ансамбле һәм “Балҡыш” ветерандар хоры ағзаһы. Миңлеғәлим  Әхмәт улы “Уҙамандар” ир-егеттәр ансамблендә сығыш яһай,  тағы ла  “Ҡош юлы” халыҡ фольклор ансамбле ағзаһы.

Ғаилә именлеге,  бәхет һәм һаулыҡ һеҙгә, хөрмәтле Бохарбаевтар ғаиләһенә!