Ошо көндәрҙә 70 йәшлек оло юбилейын билдәләгән тәжрибәле табип-гинеколог оҙайлы хеҙмәт юлында күпме балаға кендек инәһе булған икән?
Ошо көндәрҙә 70 йәшлек оло юбилейын билдәләгән тәжрибәле табип-гинеколог оҙайлы хеҙмәт юлында күпме балаға кендек инәһе булған икән?
–Ҡырҡ тиҫтәнән ашыу йылдар арауығында күпме ҡатын-ҡыҙҙы бәпәйләттем, һанын хәтерләмәйем. Дөйөмләштереп әйткәндә, бер “бәләкәй ҡаласыҡ” булалыр. Сөнки 80-се йылдарҙан башлап тыуған балалар бөтәһе лә “минеке”. Был эш минән генә тормай, коллективтың да фиҙакәр хеҙмәте ул. Сабый тыуғас, әсә кеше менән бергә ҡыуанаһың, ул бит оло бер бәхет,--ти Фирүзә Нәжип ҡыҙы.
Фирүзә Нәжип ҡыҙы сығышы менән Көйөргәҙе районынан. 8-се кластан һуң, Өфөлә Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-мәктәбен тамамлағас, Башҡорт медицина институтына уҡырға инә. Һуңғы курста Хәйбулла районы егете Шәкир Зыя улын осратып, ғаилә ҡоралар. Фирүзә Әминева 1980 йылда Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай һәм бөгөнгө көнгәсә уңышлы эшләй.