Найти тему

Хәйбуллалар дәүләт наградалары алды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  төбәктең индустриаль комплекс һәм юл тармағы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.  Тәбрикләнеүселәр араһында өс яҡташыбыҙ ҙа бар.

“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” предприятиеһының байыҡтырыу фабрикаһы флотаторы Ольга Сынғыҙоваға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы” почетлы исеме бирелде. Ольга Александровна оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте дәүерендә бер нисә тапҡыр юғары наградаларға лайыҡ була. 2010 йылда ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” предприятиеһының Октябрь ер аҫты руднигында электровоз машинисы Сергей Кондратьевҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтеры” исеме бирелде. Сергей Александрович предприятиела 40 йыл эшләп,  бер нисә быуын йәш шахтерҙарға остаз була.

“Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” предприятиеһының байыҡтырыу фабрикаһы дробильщигы  Николай Соболев Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһы менән бүләкләнде.

-2
-3
-4