Найти в Дзене

Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы Миңлехәнә Баһауетдиноваға – 70 йәш

“Мәғариф – яҙмышым минең...” “Мәғариф – яҙмышым минең...” Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү мәктәптәренең маҡтаулы хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Баһауетдинова Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт советнигы, күренекле йәмәғәтсе, педагогия фәндәре кандидаты, Стәрлебаш районы һәм республика йылъяҙмаһында яҡты эҙ ҡалдырған Нурфәйез Муса улы Баһауетдиновтар хаҡында был яҙма. Нурфәйез Муса улы менән Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы тураһында айырым-айырым һөйләп тә булмай: бер-береһе өсөн яратылған йәндәр, бер-береһен тулыландырып,  алға әйҙәп, ҡулға-ҡул тотоношоп, бер һулыш менән йәшәгән һәм эшләгән, фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө булған шәхестәр  улар. Ябай ауыл ҡыҙының алсаҡлығы, ихласлығы, ихтирамлы, иғтибарлы булыуы уның тәбиғәтенән килә. Ғафури районының Мағаш тауы итәгендә урынлашҡан Юлыҡ ауылында тыуып, йүгерек тау йылға

“Мәғариф – яҙмышым минең...”

“Мәғариф – яҙмышым минең...”

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы Миңлехәнә Баһауетдиноваға – 70 йәш

Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү мәктәптәренең маҡтаулы хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Баһауетдинова Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт советнигы, күренекле йәмәғәтсе, педагогия фәндәре кандидаты, Стәрлебаш районы һәм республика йылъяҙмаһында яҡты эҙ ҡалдырған Нурфәйез Муса улы Баһауетдиновтар хаҡында был яҙма. Нурфәйез Муса улы менән Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы тураһында айырым-айырым һөйләп тә булмай: бер-береһе өсөн яратылған йәндәр, бер-береһен тулыландырып,  алға әйҙәп, ҡулға-ҡул тотоношоп, бер һулыш менән йәшәгән һәм эшләгән, фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө булған шәхестәр  улар.

Ябай ауыл ҡыҙының алсаҡлығы, ихласлығы, ихтирамлы, иғтибарлы булыуы уның тәбиғәтенән килә. Ғафури районының Мағаш тауы итәгендә урынлашҡан Юлыҡ ауылында тыуып, йүгерек тау йылғаһы Еҙем һыуында ҡойоноп, күп балалы ғаиләлә үҫә Миңлехәнә. Тәү ҡарашҡа, үҙ тиҫтерҙәренән бер ни менән дә айырылып тормай, шундай уҡ ҡәҙимге ауыл тормошо эсендә йәшәй. Көйәнтәләп Еҙемдән һыу ташыу, мал-тыуар, йәшелсә баҡсаһын ҡарашыу, яҡындағы урманда утын әҙерләшеү, бесән эшләшеү кеүек мәшәҡәттәрҙең уртаһында  ҡайнай – тормош мәктәбенең тәүге баҫҡыстарын үтә. Тырышлыҡ, һәр эште күңел биреп эшләү, сыҙамлылыҡ, ихласлыҡ сифаттары шулай тәрбиәләнә.

1968 йылда Юлыҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тик “5”-ле билдәләренә генә тамамлаған  ҡыҙ Салауат педагогия училищеһына юллана. Юлдаш апай  туғанын мәктәп-интернатына урынлаштырыу өсөн Ишембайға  инеп  сығырға була. Был апайға эйәреп барған Миңлехәнәнең тормошонда ҡырҡа боролош яһаусы  ваҡиға була: дуҫ ҡыҙҙарының стеналарҙы буяп йөрөүен күреп, ул да ярҙамлашырға тотона. Ошо мәктәптә эшләгән Хәлимә Ибраһим ҡыҙы Сәфиуллина оҫта ғына итеп буяп йөрөгән баланың ҡайҙан, кем булыуын, ҡайҙа китеп барыуын һораша башлай. Ҡулындағы   документтарын  алып ҡарай ҙа етәкләп директор бүлмәһенә алып керә. “Училищела 4 йыл уҡыйһың, юғары белем алыу өсөн тағы 5 йыл уҡырға кәрәк, беҙҙә 2 йыл уҡып урта мәктәпте тамамлаһаң, отошлораҡ була”,  – тип   бында ҡалырға өндәйҙәр. Ул ваҡытта мәктәп-интернаттарға урынлашыу юғары уҡыу йортона инеү менән бер була. Етемдәр  йә иһә таныш-белеше булғандар ғына ҡабул ителә унда. Ә уның атаһы ла, әсәһе лә бар. “Ни эшләргә” тип уйланып торорға ваҡыт юҡ, ҡыҙ риза була. Был мәктәп-интернаттағы ике йылда ул  яҡшы уҡый, спорт менән шөғөлләнә, йәмәғәт эштәрен башҡара, мәктәптә, ҡалала, республикала уҡыусылар араһында үткәрелгән олимпиадаларҙа, ярыштарҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яулай. “Республикала билдәле интернат-мәктәптә уҡыу һәр яҡлап үҫергә, үҙеңдең һәләтеңде, мөмкинлектәреңде асышырға ярҙам итте, күп нәмәгә: коллектив, берҙәмлек, дуҫлыҡ төшөнсәләренең асылын аңлап,  үҙең өсөн генә түгел, кеше өсөн йәшәргә өйрәтте”, – тип хәтерләй М.И.  Баһауетдинова. Ә класс етәксеһе, математика уҡытыусыһы, тәрбиәсе Хәлимә Ибраһим ҡыҙы уның кәңәшсеһенә, әсәһе кеүек яҡын кешеһенә әүерелә. Был дуҫлыҡ ғүмер буйына дауам итә, бер-береһен ҡунаҡтарға саҡырышып, апалы-һеңлеле кеүек  йәшәйҙәр улар.

1971 йылда  Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетындағы рус-башҡорт бүлегенә уҡырға инә. Яҡшы уҡыуы, тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан, ойоштороу һәләтенә эйә булыуы менән үҙен тынғыһыҙ, намыҫлы студент итеп таныта.   Спорт менән әүҙем шөғөлләнә, төрлө түңәрәктәргә йөрөй, күп ваҡытын  китапханала үткәрә. Шул йылдарҙа уҡ фәнни-тикшеренеү эштәре менән ҡыҙыҡһына, мәҡәләләр яҙа, студенттарҙың фәнни-ғәмәли конференцияларында сығыш яһай. “Уңғандарҙың уңғаны,” – тип атайҙар  уны курсташтары. Физика-математика факультетында уҡып йөрөүсе шундай уҡ тырыш, аҡыллы егет Нурфәйез Баһауетдинов менән 3 йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1974 йылда, матур туйҙар үткәреп, ғаилә ҡороп ебәрәләр.

Институтта ҡалырға өгөтләһәләр ҙә, тәбиғәтте, иркенлекте яратҡан  йәштәр ауылда төпләнергә ҡарар итә һәм хеҙмәт юлын 1975 йылда Стәрлебаш районының Ҡалҡаш урта мәктәбендә башлай. Тәүге көндән үк үҙҙәрен төплө белемле,  хеҙмәт һөйөүсән белгестәр итеп күрһәтә улар. Н.М. Баһауетдинов физика уҡытыусыһы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, М.И. Баһауетдинова рус һәм башҡорт телдәре уҡытыусыһы булып эшләй. Күбеһенсә йәштәрҙән торған уҡытыусылар коллективына ауыл кешеләренең  ялын ойоштороу эше лә йөкмәтелә. Иртән балаларға белем биреү, кистәрен концерттар, спектаклдәр ҡуйыу, ярыштар ойоштороу ҙа мәктәп эше була. Береһе идея бирһә, икенсеһе күтәрмәләп ала, башҡаларҙы ла ылыҡтыралар, күмәкләшеп теге йәки был сараны ойоштороп, еренә еткереп тә  ҡуялар. Ҡалҡаш ауылы халҡы әле булһа ул йылдарҙы һағынып иҫкә ала: ауыл тарихын, ер-һыу атамаларын өйрәнә башлау, колхоздың яҡшы эштәрен, уңғандарын барлау, үҙәк телевидениелағы кеүек “Ысын йөрәктән”, “Шәфҡәтле булайыҡ!” кисәләрен үткәреү, бергәләшеп уңыштарға шатланыу, ҡайғы-хәсрәттәргә тетрәнеү хистәре кисереү – бөтәһе лә әле генә булған кеүек. Үҙ мәктәптәренән тыш, башҡа мәктәптәрҙе лә, район үҙәге китапханаһын, мәғариф, мәҙәниәт, халыҡты социаль яҡлау бүлектәрен дә берләштереп, тәрән йөкмәткеле, өлгө итеп күрһәтерлек матур кисәләр ойоштороп, янып-ярһып эшләй Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы һәм Нурфәйез Муса улы Ҡалҡаш урта мәктәбендә.

1979 йылда Баһауетдиновтарҙың ғаиләһен Стәрлебашҡа эшкә саҡыралар һәм  Нурфәйез Муса улы – район мәғариф бүлегендә, Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә  эш башлай. Артабан тағы ла яуаплыраҡ, ҡатмарлыраҡ бурыстар йөкмәтелә. Әммә фиҙаҡәрлек, эш һөйөүсәнлек, кешеләргә ихтирам, ғәҙеллек, намыҫлылыҡ бөтә ҡатмарлы проблемаларҙы үҙ мәлендә хәл итергә ярҙам итә. Баһауетдиновтар райондың күренекле шәхестәре дәрәжәһенә күтәрелә. Н.М. Баһауетдинов мәғариф бүлегендә инспектор, артабан 20 йылға яҡын район мәғариф бүлеге мөдире, Киров һәм Стәрле колхоздарында партия комитеты секретары, район партия комитетында инструктор, район Советы секретары кеүек яуаплы эштәр башҡарһа,  М.И. Баһауетдинова рус һәм башҡорт телдәренән белем бирә,  6 йыл уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, 17 йыл 1-се Стәрлебаш мәктәбендә  директор булып эшләй. Мәктәп районда, республикала алдынғылар рәтендә була, ярыштарҙа, конкурстарҙа беренселекте бирмәй. Баһауетдиновтарға һәр ваҡыт балалар, ата-әсәләр,  халыҡ менән эш итергә тура килә, улар районда мәғарифты,  мәҙәниәтте үҫтереүгә күп көс һала.

Уҡытыусы эшен шартлы рәүештә 5 баҫҡысҡа ҡуйып ҡарап  булыр ине: тәүгеһе – шәхес.  Уҡыусыларың, ата-әсәләр, халыҡ алдында үҙеңде ниндәй шәхес итеп таныта алаһың, улар һиңә шундай баһа бирә.  Икенсеһе – һөнәрмәнлек, йәғни, үҙ эшеңдең оҫтаһы булыу. Ә бының  өсөн, билдәле,  ғүмер буйы уҡырға, белемеңде камиллаштырырға кәрәк.  Өсөнсөһө – уҡыусы менән мөғәмәлә. Педагог булыуҙан тыш, һин уҡыусыңдың йәш үҙенсәлектәрен, ғаилә хәлдәрен белгән, һәр хәл-ваҡиғаға дөрөҫ баһа биргән психолог та булырға тейешһең. Дүртенсеһе – тикшеренеүсе. Эҙләнмәйенсә, өйрәнмәйенсә, тикшереп ҡарамайынса, яңылыҡты белмәйенсә яҡшы һөҙөмтәгә ирешеп булмай. Һуңғыһы – кеше  булып ҡала белеү, һәм,  әлбиттә, барыһының да нигеҙен тәшкил итеүсе – балаларға, һөнәреңә ҡарата яратыу тойғоһо.

Эшенә, ғөмүмән, тормошҡа ижади ҡараған шәхес ул М.И. Баһауетдинова.  Шундай уҡытыусы ғына балаларҙы ижади эшләргә, телде яратырға, уның нескәлектәрен йөрәге менән тойорға, туған теле, тыуған иле менән ғорурланырға өйрәтә ала. Уның дүрт тиҫтә йылдан ашыу мәктәптә эшләү дәүерендәге һәр дәресе сағыу, тәрбиәүи йүнәлешле, тормош менән тығыҙ бәйләнешле була. «Уҡыусыларыма ҡанат ҡуйырҙай, дәртләндерерҙәй, ышаныс тыуҙырырҙай юлдар эҙләнем. Дәрескә бер ваҡытта ла насар кәйеф менән инмәнем, балаларға йөрәк йылымды, яғымлы һүҙемде йәлләмәнем», – ти ул.

Үҙе уҡытҡан башҡорт, рус телдәрен, уларҙы уҡытыу методикаһын төплө белгән тәжрибәле уҡытыусы ирешелгәндәр менән генә ҡәнәғәтләнмәй, уҡыу-уҡытыу сифатын яҡшыртыу йүнәлешендә эҙләнеү-тикшеренеүҙәр алып бара. Студент йылдарында уҡ рус һәм башҡорт телдәре, тарих фәндәре буйынса төрлө ғилми-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһай, конкурстарҙа I – II урындар яулай, мәҡәләләр баҫтыра. Ауылда эшләгәндә ул уҡыусылары менән республика буйлап сәйәхәт итә, ауылдан-ауылға йөрөп, этнографик лексиканы өйрәнә башлай. Телдең һүҙ байлығын күҙаллау, эске ҡанундарын өйрәнеү, уның грамматик төҙөлөшөнөң айышына төшөнөү өсөн халыҡтың ауыҙ-тел ижады, әҙәбиәте, сәнғәте буйынса белем, археологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренең берҙәмлеге кәрәк. «Туған телдең нескәлектәрен өйрәнеү, халыҡтың тарихын тәрәндән байҡау, Тыуған илгә, тыуған төйәккә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү  – тап уның яҙмышы, булмышы», – тиҙәр М.И. Баһауетдинова хаҡында. Абруйлы уҡытыусының  уҡыусылары ла педагог  һөнәрен һайлай: 50 уҡыусыһы төрлө  район-ҡалаларҙа  башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары булып эшләй, радио-телевидение хеҙмәте юлынан китеүселәр ҙә байтаҡ. Юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа, училищеларҙа уҡытыусылары ла күп. Остаздарынан   өлгө алып, 30 уҡыусыһы фән кандидаттары  булып киткән.

М.И. Баһауетдинова башҡорт халҡының тарихын, фәлсәфәһен, психологияһын, мәҙәниәтен  сағылдырған этнографик лексиканы өйрәнеү менән ун йылға яҡын шөғөлләнә. 1994 йылда заманындағы СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалына  ситтән тороп аспирантураға уҡырға инә. Ауылда мең мәшәҡәтле тормош менән йәшәп тә, аспирантурала уҡып була икәнлеген иҫбат итә ул. 1997 йылда филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова етәкселегендә  «Башҡорт теленең этнографик лексикаһы» темаһына филология фәндәре  кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертацияны уңышлы яҡлай.  Яҡлау ваҡытына тиклем ғилми мәҡәләләр яҙа, республика, өлкә-ара, халыҡ-ара конференцияларҙа ғилми докладтар менән сығыш яһай. Тикшерелгән проблема буйынса «Башҡортса-русса этнографик терминдар һүҙлеге», «Башҡортса-русса этнокультурологик лексика һүҙлеге» (1-се, 2-се баҫмалар), «Туған телем – байлығым» тематик-диалектологик һүҙлек-ҡулланма китаптары уҡытыусылар, башҡорт халҡының тарихы, әҙәбиәте, теле, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн кәрәкле һәм ваҡытында донъя күргән әсбаптар булды. Ә кандидатлыҡ диссертацияһы нигеҙендә яҙылған «Башҡорт теленең этнографик лексикаһы» тигән монографик фәнни хеҙмәте ғилми донъяла яҡшы баһа алды.

«Кешенең яулаған уңыштарының нигеҙендә уға яҡындарының оло ышаныс бағлауы ята», – тиҙәр. Бик дөрөҫ фекер. Бер-береңә терәк, таяныс булыу, ихлас күңелдән ярҙам ҡулы һуҙыу – был ғаиләлә ғәҙәти күренеш. Нурфәйез Муса улы ҡатынына ышаныслы терәк булһа,  Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы ла иренең һәр эшендә ярҙам ҡулы һуҙа. Еңеүҙәр ҙә бергәләп яулана.

2008 йылда Баһауетдиновтар ғаиләһе Башҡортостан Республикаһы Президентының саҡырыуы буйынса Өфөгә, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтына, эшкә саҡырыла. Педагогия фәндәре кандидаты Н.М. Баһауетдинов – мәғариф менән идара итеү теорияһы һәм практикаһы кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты М.И. Баһауетдинова аттестация бүлеге мөдире булып эш башлайҙар. Был хеҙмәтте алдағы ижади  юлдарының дауамы кеүек, үҙ тәжрибәләрен уртаҡлашыу мөмкинлеге биргән эш кеүек ҡабул итәләр.

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтындағы төп эштәре менән  бергә, Баһауетдиновтар  Мәғариф менән идара итеү теорияһы һәм практикаһы кафедраһында мәктәп етәкселәренә лекциялар уҡый. Рәсәй кимәлендәге  «Хәҙерге мәғариф менеджменты» проекты буйынса Мәскәүҙә уҡып белемдәрен камиллаштырғандан һуң, «Рәсәй дөйөм белем биреү системаһында  дәүләт сәйәсәте», «Эшлекле етәкселек», «Мәктәп менән идара итеүҙә инновацион етәкселек», «Мәктәп менән идара итеүҙең хоҡуҡи нигеҙҙәре» модулдәре буйынса лекциялар уҡыйҙар, практик занятиелар үткәрәләр, тыңлаусыларға ярҙамға «Хәҙерге мәғариф менеджменты»  белешмә-һүҙлек төҙөйҙәр, «Рәсәй дөйөм белем биреү системаһында  дәүләт сәйәсәте» модуленә ярашлы эш дәфтәре сығаралар.  Ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгән 3 йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китә.

Эшһөйәр, кешелекле, намыҫлы  кешене   етәкселәр  тиҙ күрә, проблемалы, ауырыраҡ урынға саҡыра. Тиҙҙән Нурфәйез Муса улын Өфө ҡалаһындағы 2-се лицейға директор итеп билдәләйҙәр, Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙын Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә саҡыралар.  Быға тиклемге эштәр тәжрибәһенән иң-иңдәрен бергә туплап,  ең һыҙғанып эшкә тотона улар. Н.М. Баһауетдинов  һүнеп барған лицейға өр-яңынан йән өрә. Уҡыу йортон матди-техник яҡтан нығытыу, коллектив эшмәкәрлеген яйға һалыу, ата-әсәләр, йәмәғәтселек менән эшләү йәһәтенән күп көс һала. Тиҙ арала лицей әүҙем, һөҙөмтәле эшләүсе белем биреү учреждениеһы булып таныла.

М.И. Баһауетдинова  яңы эш урынында башланып ҡына торған 10 томлыҡ  «Башҡорт теленең академик һүҙлеге»н төҙөү эшенә башкөллө сума.  2011 йылдан 2018 йылға тиклем автор-төҙөүсе лә була, редактор вазифаһын да башҡара ул. “Башҡорт теленең академик һүҙлеге”н ҡулдарына алып ҡараусылар һүҙлек төҙөүҙең энә менән ҡойо ҡаҙыу икәнлеген белә. Башҡорт халҡына һүҙҙәрҙән һәйкәл ҡойоу  ул, тип дөрөҫ әйтәләр. Был эштән тыш, ғилми-ғәмәли конференциялар үткәреү, көндәлек эштәрҙе ойоштороу, тәржемә эше менән дә шөғөлләнә Миңлехәнә Баһауетдинова. Сит илдәрҙә командировкаларҙа булыу, фән әһелдәре менән аралашып, фекер алышып, тәжрибә йыйып, уртаҡлашып йәшәү ҙә файҙаға була. Һәр нәмәгә өлгөрөргә тырышып йәшәгән белгесте әле Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте эргәһендәге «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законы үтәлешен тикшереү комиссияһында, әле баш ҡала администрацияһы хеҙмәткәрҙәренә  дәүләт телдәрен  уҡытып йөрөгәндә, Октябрь районы буйынса тел  комиссиялары ултырышында осраталар. Эшенә лә, ғаиләһенә лә өлгөрә ул.

Мәғариф  өлкәһендә, йәмәғәт эштәрендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн М.И. Баһауетдинова күрһәтелгән  бүләкләнеүҙәрҙән тыш, «РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы» (1988), «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» (1992), «Рәсәй Федерацияһы мәктәптәренең иң яҡшы уҡытыусыһы» (2006) исемдәренә лайыҡ була. 2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты премияһы, Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия менән бүләкләнә. Республикабыҙҙы, милләтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Президентының, Башҡортостан һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән  министрлыҡтарының, БР ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте президиумының, Стәрлебаш районы хакимиәтенең, төрлө райондарҙың мәғариф бүлектәренең, ойошмаларҙың, уҡыу йорттарының Маҡтау грамоталары менән наградлана. Йәш быуынды тәрбиәләүгә, фәнгә арналған ғүмере, йылдар һынауын  үтеп, ошондай юғары баһаларға лайыҡ булыуын раҫлай.

Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы менән Нурфәйез Муса улы Баһауетдиновтарҙың ҡыҙҙары Гөлназ да ата-әсәһенең юлын һайлай. Мәктәпте миҙалға тамамлай, студент йылдарында Президент стипендияһына лайыҡ була. Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт-сит ил теле бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлаған Гөлназ Нурфәйез ҡыҙы  3 йылдан һуң «Башҡорт теленең хәрби лексикаһы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Артабан  Стәрлетамаҡ педагогия академияһында өлкән уҡытыусы, доцент, белем биреү сифаты идаралығы начальнигы булып эшләй. Әлеге көндә  филология фәндәре докторы Г.Н. Йәғәфәрова Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшенеүҙәр  үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында тел бүлеген етәкләй. Төплө белемле,  егәрле,  тырыш белгес ул. 3 монографияһы, 100-ҙән артыҡ фәнни, методик  мәҡәләһе, 15 уҡытыу-методик әсбабы бар. Кейәүҙәре – филология фәндәре кандидаты  Ринат Ғәлимйән улы Йәғәфәров  Өфөләге  2-се башҡорт лицейы директоры булып эшләне.

Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы,  Нурфәйез Муса улы,   Гөлназ Нурфәйез ҡыҙы, Ринат Ғәлимйән улы авторлығында сығарылған  китаптарҙың, һүҙлектәрҙең, методик ҡулланмаларҙың һаны  бихисап:  6 монография, 35 уҡыу-уҡытыу әсбаптары,  методик ҡулланмалар, 15 һүҙлек донъя күргән. Дүртеһенең ғилми эштәре 400-ҙән артып китә. Был тиклем уңышҡа улар тик тырышлыҡ, намыҫлы  хеҙмәт, уңғанлыҡ аша ғына килгән. Ниндәйҙер дәрәжәгә эйә булыу – кешенең ижади эҙләнеүен, белемен камиллаштырыуын, үҙ-үҙенә талапсанлығын  күрһәтеүсе баһа ул.

Күп йыллыҡ фәнни-педагогик эшмәкәрлеге, яратҡан эшенә бирелгәнлеге, юғары профессионализмы өсөн Нурфәйез Муса улы Баһауетдинов «Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы» (1983), «Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре» (2000) тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған, СССР-ҙың Мәғариф министрлығы һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре, юғары уҡыу йорттары һәм фәнни учреждениелар профсоюзы Үҙәк Комитетының «1976 йылғы социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе (1976) һәм «Бөтә союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады смотры лауреаты» (1985) миҙалдары менән бүләкләнгән. Быларҙан тыш Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлыҡтарының, Бөтә Рәсәй  педагогик йыйылыш йәмәғәт ойошмаһының, Стәрлебаш район Советы, Өфө ҡалаһы  ҡала округы администрацияһының, Башҡортостан Республикаһы Президентының,  Мәғарифты үҫтереү институтының, БДУ-ның, БДПУ-ның маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары, күп һанлы гәзит-журналдар  редакцияларының дипломдары менән бүләкләнә. 3 тапҡыр «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының  лауреаты була.

Намыҫ, выждан, тоғролоҡ кеүек әхлаҡи ҡиммәттәр – мәңгелек. Нурфәйез Баһауетдиновтың тап ошо сифаттары уның йәшәү кредоһы ине. Ғүмер буйы ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, эшкә тулыһынса бирелеп эшләне, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, хеҙмәтенән йәм табып, башҡаларға нур һибеп йәшәне ул. Илем, телем, халҡым  тип үҙен аямай  эшләгән Нурфәйез Муса улы, үҙе артынан  яҡты эҙ ҡалдырып, 2015 йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Стәрлебаш районы халҡы һәм республика мәғариф хеҙмәткәрҙәре, коллегалары, дуҫтары, иптәштәре, туғандары Нурфәйез Муса улын намыҫлы, яуаплы,  изгелекле, миһырбанлы, асыҡ кеше итеп белде. Уның эске һәм тышҡы матурлығы тәбиғи ине. Ғәжәйеп кешелекле булғаны, әйткән һүҙендә тора белгәне, кешеләр мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһағаны өсөн халҡы, хеҙмәттәштәре араһында оло хөрмәт, ихтирам яуланы, абруй ҡаҙанды, ил азаматы булып танылды.

Алдына маҡсат ҡуйып йәшәй белгән, халыҡ өсөн хеҙмәт иткән Баһауетдиновтар Стәрлебаш районының ғына түгел, республиканың сағыу  биҙәге булдылар. Һоҡланғыс шәхес, талантлы етәксе, ябай, әҙәпле, изгелекле, тәрән аҡыллы яҡты күңелле Нурфәйез Муса улының ғаиләһе уның  исеменә тап төшөрмәҫ, ошо юлдан эшен дауам итер.

Тотош ғүмерен тиерлек балаларға арнап, уларҙың ихлас һөйөүендә ҡойоноп йәшәгән М.И. Баһауетдинованың “Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы” тигән исемгә лайыҡ булыуы – тәбиғи күренеш ул. Ошо көндәрҙә 70 йәшлек ғүмер байрамын билдәлеүсе оло йөрәкле уҡытыусы, күркәм шәхес Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙын юбилейы менән ихлас ҡотлап, уға ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Ф.Т.  КҮЗБӘКОВ, филология фәндәре докторы, профессор