Найти в Дзене

Карма йәки Аллаһы Тәғәлә хөкөмө

Һөйләгән һүҙебеҙ, ҡылған эшебеҙ өсөн баҡыйлыҡта яуап тотоуыбыҙ хаҡында изге китаптарҙа ла, хәҙис-шәрифтәрҙә лә күп әйтелә. Күптән түгел ишеткән ваҡиға иһә күп ҡылығыбыҙҙың әжерен фани донъяла уҡ алыуыбыҙҙы дәлилләй. - Был тормошта беҙ үлсәү өҫтөндә кеүек. Бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй. Аллаһ ҡаршыһында барыһы өсөн дә яуап бирәбеҙ, - тип башланы танышым һүҙен. – Ҡоҙа тейешле кешем яңыраҡ ике ҡыҙын ерләне. Башын стенаға бәреп-бәреп иланы, тип һөйләне ерләүҙә ҡатнашҡандар. Башын бәрмәҫлек тә түгел шул ҡайғыһы: бер юлы ике ғәзиз кешеһен юғалтыуҙы дуҫыңа түгел, дошманыңа күрһәтмәһен! Ҡыҙҙарының олоһона яңы 24 йәш тулған, кесеһе егермене генә артмаҡлаған. Юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған улар. Ҡаршыға осраған автомобилдәгеләр еңелсә яра менән ҡотолған, хәүефһеҙлек мендәре ярҙамға килгән, тинеләр. Ә ҡоҙаның ике ҡыҙы ла, машиналары артыҡ зыян күрмәһә лә, үлемесле яраланған. Олоһо шунда уҡ йән биргән, икенсеһенең йөрәге дауахана юлында тибеүҙән туҡтаған. Бынан утыҙ йыл элек баяғы ҡоҙа тейешле к
Оглавление

Һөйләгән һүҙебеҙ, ҡылған эшебеҙ өсөн баҡыйлыҡта яуап тотоуыбыҙ хаҡында изге китаптарҙа ла, хәҙис-шәрифтәрҙә лә күп әйтелә. Күптән түгел ишеткән ваҡиға иһә күп ҡылығыбыҙҙың әжерен фани донъяла уҡ алыуыбыҙҙы дәлилләй.

- Был тормошта беҙ үлсәү өҫтөндә кеүек. Бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй. Аллаһ ҡаршыһында барыһы өсөн дә яуап бирәбеҙ, - тип башланы танышым һүҙен. – Ҡоҙа тейешле кешем яңыраҡ ике ҡыҙын ерләне. Башын стенаға бәреп-бәреп иланы, тип һөйләне ерләүҙә ҡатнашҡандар. Башын бәрмәҫлек тә түгел шул ҡайғыһы: бер юлы ике ғәзиз кешеһен юғалтыуҙы дуҫыңа түгел, дошманыңа күрһәтмәһен! Ҡыҙҙарының олоһона яңы 24 йәш тулған, кесеһе егермене генә артмаҡлаған. Юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булған улар. Ҡаршыға осраған автомобилдәгеләр еңелсә яра менән ҡотолған, хәүефһеҙлек мендәре ярҙамға килгән, тинеләр. Ә ҡоҙаның ике ҡыҙы ла, машиналары артыҡ зыян күрмәһә лә, үлемесле яраланған. Олоһо шунда уҡ йән биргән, икенсеһенең йөрәге дауахана юлында тибеүҙән туҡтаған.

Бынан утыҙ йыл элек баяғы ҡоҙа тейешле кешем иҫерек килеш үҙе бер туған ике ҡыҙҙы машинаһы менән бәрҙереп киткән булған. Тик ни ғиллә менәндер ул тейешле язаһын алмаған. Һәләк булған ике ҡыҙҙы ғәйеплегә сығарып, төрмә ғазабынан күрәләтә ҡотолған. Юғары ултырған ағай-энеһе лә, “йөнтәҫ” ҡуллы таныштары ла күп булған уның. Ә зыян күргән ҡыҙҙарҙың яңғыҙ әсәһенән башҡа бер кеме лә булмаған. Ҡара ҡайғыға батҡан ҡатындың яҡларлыҡ кешеһе лә, яңынан судҡа биреү өсөн көсө лә, ваҡыты ла, аҡсаһы ла, һаулығы ла ҡалмаған.

Ҡоҙа иһә бер нәмә лә булмағандай, һин дә мин йәшәне лә китте. Шулай ҙа эсеүен ташланы ташлауын. Башҡаса ауыҙына алманы иҫерткес эсемлекте. Туғандары өгөтләүе буйынса тиҙерәк өйләнә һалды, йорт күтәрҙе, ике ҡыҙ үҫтерҙе.

Машина ене ҡағылған тейҙәр ундайҙар хаҡында. Йыл һайын булмаһа ла, ике-өс йылға яңыртты ул “тимер ат”ын. Бер түгел ике кеше ғүмерен өҙөүгә барып етһә лә, иллә-мәгәр ҙур тиҙлектә йөрөүен ташламаны. Уға һәр ваҡыт үҙе бер урында тик тора, ә башҡалар, уны артта ҡалдырып, уҙып китер һымаҡ тойолдо. Ниндәйҙер самаһыҙ сәм, көнсөллөк тойғоһо менән йәшәне. Өс тиҫтә йыл элек ҡылған енәйәтен күптән онотҡан булғандыр инде. Онотмаһа, ниндәй гонаһтарым өсөн миңә шундай ҡайғы ебәрҙең тип, һыҡтамаҫ ине.

Әммә енәйәтсе кәмәгә ултырып ҡасһа ла, эҙе ҡала тиҙәр. Тейешле язаһы эҙләп тапты инде уны. Тик иң ҡыҙғанысы шунда: оҙаҡ йылдар элек ҡылған ҡурҡыныс енәйәте өсөн яуап биреүе тигән уй башына ла инеп сыҡмай бит ул уның.

Танышым әйткәнен йөпләп, тағы шундай миҫал килтерҙе:

-Беҙ бәләкәй саҡта ситтән килен булып төшкән бер еңгә ҡартайғансы ауыл ҡыҙҙары тураһында имеш-мимеш һүҙ таратты, яманатлы итте. Ә хәҙер үҙенең өс ҡыҙы ла бәйһеҙ, әхлаҡһыҙ тормош менән йәшәй. Был да ҡатындың ғәйбәт һүҙҙәре өсөн хаҡ түләүелер, тип уйлайым.

Эйе, беҙ бөтәбеҙ ҙә Аллаһ хөкөмөндә. Күктәрҙең хужаһы беҙҙең нимә эшләгәнебеҙҙе, һөйләгәнебеҙҙе генә түгел, ә уйыбыҙҙы ла белә...Һәм шуның әжерен биреп тора.

Лена АБДРАХМАНОВА.