27 октябрҙә мәктәп ашханалары хеҙмәткәрҙәрен Ашнаҡсы көнө хөрмәтенә тәүге тапҡыр бүләкләү тантанаһы үтте
Бүләкләү сараһы республиканың Профсоюздар йортонда үтте. Халыҡ-ара дата 2004 йылда Бөтә донъя кулинар берләшмәләр ассоциацияһы инициативаһы буйынса булдырыла. Рябова Наталья Викторовна, 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең ашнаҡсы-бригадиры ("Мәләүез" ҡулланыусылар кооперативы) һәм Ярмөхәмәтова Розалиә Бүләкбай ҡыҙы, 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең аш-һыу бүлмәһе эшсеһе ("Мәләүез" ҡулланыусылар кооперативы) беҙҙең район вәкилдәре булды. Уларҙы Башҡортостан Республикаһы сауҙа һәм хеҙмәттәр Министрлығының почет грамотаһы һәм рәхмәт хаты менән бүләкләнеләр. Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Николаевич Гусев саҡырылғандарҙың барыһына ла наградалар тапшырып, уларҙың еңел булмаған хеҙмәте, тәмле һәм файҙалы аҙыҡ әҙерләгәне өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла сараның юғары кимәлдә үткәрелеүен билдәләне.
Гөлназ Әмирова, Мәғариф идаралығы белгесе.