Найти в Дзене

Әлкә ауылында – шифалы йорт

Салауат районында йәшәүсе Зәғәфүрән һәм Ильзира Ғәйнетдиновтар апидомик ойошторған һәм солоҡсолоҡто тергеҙә

Зәғәфүрән Ғәйнетдинов һәм Ильзира Шәрәфетдинова түмәр умарталары янында
Зәғәфүрән Ғәйнетдинов һәм Ильзира Шәрәфетдинова түмәр умарталары янында

Ғаилә бөгөн Малаяҙ ауылында йәшәй. Үҙҙәренең тыуған ауылы Әлкәлә умарталы йорт – апидомик ойошторғандар, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсебе – солоҡсолоҡто ла тергеҙеп, ошо эш менән дә шөғөлләнә башлағандар.

– Апидомик – ул бал ҡорто умарталарынан торған ҙур булмаған ағас ҡаралты. Йорт эсендә прополис, бал, һитә еҫе таралған, бал ҡорто күсе геүләй. Унда бал ҡорттары һәм кеше араһында даими һауа алмашыныуы тәьмин ителгән, шуның иҫәбенә махсус шифалы микроклимат булдырыла. Шул уҡ ваҡытта кешене бал ҡорттары саға алмай, улар махсус селтәр менән айырылған, – тип аңлатты Зәғәфүрән Шәмсит улы.

Апидомикты икенсе төрлө “Умарталағы йоҡо” (“Сон на ульях”), тиҙәр. Аныҡлап әйткәндә, кеше умарталы йорт эсенә инеп ятып, ундағы бал ҡорттары геүләүенән барлыҡҡа килгән микротирбәлеүҙән йән тыныслығы кисерә, тән сихәте ала. Бал, балауыҙҙың шифалы хуш еҫе кеше организмы өсөн бик ныҡ файҙалы, ти белгестәр.

– Йәйге осорҙарҙа беҙҙең апидомикты туристар үҙ итә. Беҙ Иҙрис ауылы эргәһендәге туристик коворкинг үҙәктең бер резиденты булараҡ, уларҙы үҙебеҙгә йәлеп итәбеҙ, – ти ғаилә башлығы.

Зәғәфүрән Ғәйнетдинов боронғоса ағас түмәрҙән умарталар эшләп ҡуйған, урманда ҡарағай ағасына ике солоҡ уйып эшләгән. Тиҫтәгә яҡын ҡәҙимге умарталары ла бар. Умартасылыҡ менән ныҡлап былтырҙан шөғөлләнәләр.

Салауат районындағы “Янғантау” геопаркы үҫеше тәү сиратта урындағы халыҡтың, йүнселдәрҙең әүҙемлеге менән бәйле. Ә Зәғәфүрән Шәмсит улы һәм Ильзира Фәрхит ҡыҙы, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсебен тергеҙеп, умартасылыҡ өлкәһенең үҙенсәлекле апитерапия алымын файҙаланып, райондың туризмын үҫтереүгә үҙҙәренең тос өлөшөн индерә.

Айҙар НОҒАМАНОВ.

Фото: шәхси архивтан.

Апидомик – шифалы умарталы йорт
Апидомик – шифалы умарталы йорт