Полиция көнө менән ҡотлауҙарҙы Бөтә ил буйынса меңәрләгән ҡыйыу һәм батыр ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡабул итә.
Бөгөн, 10 ноябрҙә, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Мәләүез районы һәм ҡалаһы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне.
Хөрмәтле эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Белеүебеҙсә, был көндө һеҙҙең күптәрегеҙ эш урынында ҡаршылай. Хеҙмәт бурысығыҙҙы намыҫлы үтәгәнегеҙ, һайлаған эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ, намыҫлы һәм ғәҙел булыуығыҙ өсөн рәхмәт.