Найти в Дзене

Ауыл фермерына – маҡтаулы исем

Салауат районының “Уңыш” крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Айрат МӨРСӘЛИМОВ “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” маҡтаулы исемен алды. Юғары дәүләт наградаһын райондашыбыҙға Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ 1 ноябрҙә республиканың агросәнәғәт комплексы һәм туҡланыу индустрияһы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләгәндә тапшырҙы.

Айрат Мөрсәлимов бүләкләү тантанаһында (фото; glavarb.ru)
Айрат Мөрсәлимов бүләкләү тантанаһында (фото; glavarb.ru)

Урмансы ауылында тыуып үҫкән Айрат Иштимер улы бар ғүмерен ауыл хужалығына бағышлай. Учалы автомәктәбен тамамлап, әрмелә хеҙмәт итә. Ауылда колхозда эшләй. Ә фермер хужалығын 90-сы йылдарҙан бирле алып бара. 2000 йылдар башында “Уңыш” крәҫтиән-фермер хужалығында күпләп Куйбышев тоҡомло эре һарыҡтар үрсетә, үҫемлекселек һәм игенселек менән шөғөлләнә. Бөгөн хужалыҡ иген үҫтереү, мал аҙығы әҙерләү йүнәлешендә эшләй. Фермер ауылдаштарын һәм тирә-яҡ ауылдар халҡын иген һәм бесән менән тәьмин итә.

Айрат Мөрсәлимовтың оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән баһаланған. Райондашыбыҙҙы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” маҡтаулы исеменә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ!

Айҙар НОҒАМАНОВ.