Ҡәртәсәйем мәрхүмә булғанда миңә ни бары 3 йәш булған. Апайҙарым кеүек уның тәрбиәһен алырға, уға эйәреп ҡунаҡтарға йөрөргә яҙманы. Бер аҙ ғына хәтеремдә ҡалған: ул өйөбөҙҙөң иң төпкө бүлмәһендә ауырып түшәктә ятты. Береһе лә өйҙә булмаһа, яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡып, ҡартәсәйем карауаты янына өс табуретканы теҙеп ҡуям да эргәһендә ята инем. Моғайын, был саҡта атайым эштә булғандыр. Бына-бына бишенсе балаһын табырға йыйынған әсәйем йә ишек алдында эшен теүәлләгәдер, йә дауахана юлында йөрөгәндер. Атайым Фәйзрахман Усманов әсәһе Гөлйыһан Шәмсетдин ҡыҙын гел яҡшы яҡтан ғына һағынып иҫкә ала. Беҙгә лә уның хаҡында йыш һөйләне. Бәләкәй саҡта әсәйебеҙҙе тыңламай китһәк: “Әсәйегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ. Бына минең әсәйем юҡ”, - тиер ине.
Ҡартәсәйем ГӨЛЙЫҺАН Шәмсетдин ҡыҙы УСМАНОВА (Азаматова) 1912 йылғы. Ул Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ҡыҙы. Ул 1929 йылда, 17 генә йәшендә, кейәүгә сығып, Сыңғыҙ ауылына килен булып төшә. Һуғыш башланғас, ире Вәли Усманов фронтҡа китә. Интернет мәғлүмәттәренә ҡарағанда,