Бала саҡтан ҡунаҡҡа йөрөргә яратманым. Әсәйҙәр бер ҡайҙа барыр булһа, ҡустым: "Мин дә барам", -тиер ине. Ә мин, киреһенсә, мине алып барып ҡына ҡуймаһындар, тип шым ултыра торғайным. Шуға каникулдарым да башлыса ауылда - ата-әсәй янында үтте.
Шулай ҙа һирәкләп булһа ла бара инем өләсәйҙәргә... Уныһында ла өләсәйҙәрҙең тәҙрәһенән алыҫтағы тауға ҡарап: "Һәрешҡужа күренәме икән?" - тип уйланып торғаным иҫтә. (Һәрешҡужа - тыуған ауылымдағы тау).
Һирәк барһам да ҡыҙыҡлы, мажаралы мәлдәрҙе күңелемдә һаҡлайым. Тәү ҡат дискотекаға сыҡҡан, тиңдәш туғандарым менән ен - йән саҡырып алйотланған үҫмерлек йылдарым ошонда үтте бит.
Өләсәйҙең тупылдатып һөйгәнен иҫләмәйем. Ҡатыраҡ, уҫалыраҡ ине шикелле. Гел эш менән булышты. Тик ултырғанын күрмәнем. Атлаһа аҙымдары етеҙ ине. Эшкә ныҡ шәп, сос булды. Һәр саҡ өйө таҙа, мейесе ап - аҡ итеп аҡланған, самауыры шыжлап ултыра, тәмлекәстәре бешкән... Хәҙер әсәйемә, әсәйемдең өс һеңлеһенә ҡарайым да уларҙа өләсәйҙең һыҙаттарын табам: барыһы ла эшкә сос.