(Булған хәл)
Туҡталҡаға килеп торғас, иҫерек кешеләрҙең бер машинанан икенсеһенә йөрөп, ҡайҙалыр китергә маташҡанын күрҙем. Таксистар, төрлө сәбәптәр табып, уларҙы алыуҙан баш тартты. “Эскәндәрҙе йөрөтмәй, дөрөҫ эшләйҙәр”, – тип уйланым мин дә.
Ҙур булмаған эш тәжрибәм күрһәтеүенсә, ундай кешеләрҙе машинаға ултыртмау хәйерлерәк. Уларҙан һуң салонда бысраҡ, еҫ ҡала, өҫтәүенә, боҙолған кәйеф – бер ниндәй ҙә аҡса кәрәкмәй. Ваҡытлыса заказым бар, тигән һылтау менән бер нисә метр ситкәрәк китергә теләгәйнем, ярым башҡортса, ярым русса һүҙҙәрҙе ишетеп ҡалдым:
– Иптәш, сестра с севера приехала, вечером обратно уедет, а нам зиратка барырға кәрәк. На могилку. Деревняға, булдымы?
Ниңә ул шулай өндәште һуң? Әллә минең йөҙөм әҙ генә төрки халыҡтарҙыҡына оҡшағанмы? Бәлки, таксистарҙың баш тартыуына үпкәләүҙән, йә иһә иҫерек булыуы арҡаһындамы, ни һөйләгәнен белмәйҙер? Уның был һүҙҙәре ул саҡта минең иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн берҙән-бер дәлил ине. Апаһын зыяратҡа, әсәһе мәрхүмәнең ҡәберенә алып барырға, тигән үтенесен төшөнөп, машинаның ишектәрен астым.
– Киттек.
Алғы ултырғысҡа – был иптәш, артҡа ике ҡатын инеп ултырҙы.Уларҙың береһе спиртлы эсемлектәр, аҙыҡ-түлек тултырылған сумка тотҡан тулы кәүҙәле ханым булһа, ә икенсеһе – һары сәсле ҡаҡса кәүҙәле ҡатын. Улар икеһе лә юл буйына йоҡлап килде, йоҡо аралаш алда ултырған юлдаштарына нимәлер мығырлап та маташтылар. Ә эргәләге пассажир ир иһә, бер туҡтауһыҙ ике телдә һүҙ ҡушып, минең менән әңгәмәләшергә тырышты.
– Ипләп, бәрәңге алып китеп бармайһың бит! Мин – Алик, – тип үҙе менән таныштырҙы. Мин дә, уға ҡул һуҙып, исемемде әйттем.
– Үҙең кискә ҡайтабыҙ, тиһең. Аҙаҡ ҡайҙа, вокзалға?
– Алия, поезд ҡасан була?
– Сәғәт етелә.
– Етегә тиклем өлгөрәбеҙ, иптәш!
– Әле ауылға етмәгәнбеҙ. Һеҙҙән тора, унда күпме булыуығыҙ.
– Һин үҙең урыҫмы?
– Эйе.
– Ә башҡортса аңлайһыңмы?
– Әҙерәк. Бергә йәшәйбеҙ бит.
– Алексей, мин һине башҡортса һөйләшергә өйрәтермен. Ул бик ябай. Һәр рус һүҙенең аҙағына “лар” ялғауын өҫтә лә шул етте. Бына мин ҡатынымды ла үҙебеҙсә һөйләшергә өйрәттем, хәҙер барыһын да аңлай. Света, ишетәһеңме?
– Лар, – тине һары сәсле ҡатын.
Алик, минең иғтибар менән тыңлауымды күреп, юл буйына фәлсәфәгә бирелеп, һөйләнеп килде.
Ауылға барып етмәҫ борон, мосолман зыяраты күренде. Мин уның ҡапҡаһы алдына туҡтап, машинаны кирегә бороп ултырттым.
– Килеп еттек, һеҙгә вокзалға өлгөрөү өсөн бер сәғәттән ашыу ваҡыт бар, сығығыҙ, – тинем.
Алик үҙенең юлдаштарын уятып, улар күмәкләп, сайҡала-сайҡала, ҡапҡанан инеп, ҡәбер таштары араһында күҙҙән юғалды. Таксистҡа ни серем итеп алыу өсөн ҡулайлы мәл, уның йоҡоһо өсөн дә клиент түләй бит.
Иҫерек тауыштар, йырлашыуҙарға һиҫкәнеп уянып киттем. Клиенттарым зыярат ҡапҡаһы алдында уҡ табын ҡорғайны. Поезға һуңламаһындар өсөн, сығып саҡырырға тура килде. Машинаға ултырырға ярҙам итеп, килгән юлдан кирегә ҡуҙғалдыҡ.
Ҡатындар шулай уҡ йоҡлап килде, ә Алик ниндәйҙер апайҙың ҡәберен таба алмауына үкенеп, Аллаһты иҫенә төшөрҙө һәм миңә аңлашылмаған “ғәфү ит” тигән һүҙҙе йыш ҡабатланы. Беҙ поезға ваҡытында өлгөрҙөк. Себерҙән ҡайтҡан апай юл өсөн артығы менән түләне.
ххх
Әгәр яҙмыш мине бер нисә йылдан һуң йәнә ошо башҡорт ауылы эргәһенә алып килмәһә, был барып ҡайтыуҙы онотҡан да булыр инем.
Күрше Салауат районында минең электән Урал тигән дуҫым булды. Мин уға, хөрмәт итеп, Уралис тип әйтә торғайным. Беҙ икебеҙ ҙә ҡышын ҡуянға һунар итергә ярата инек. Уның менән танышыу – үҙе бер ҡыҙыҡлы тарих, әммә әлеге яҙмаға бының ҡағылышы юҡ. Ә ул үҙе ҡыҙыҡ кеше ине, тыуған яғының тарихы йәки милләтенең мәҙәниәте тураһында ҡатмарлы һорауҙарға ла ышаныслы яуап бирә торғайны. Бер көндө был тиклем күпте ҡайҙан белеүе тураһында һөйләне.
Бала саҡта ул велосипед менән ҡолап, юлда бер ни ваҡыт һушһыҙ ятҡан. Иҫенә килгәс, Башҡортостандың борондан алып тарихы уның күҙ алдына килеп баҫҡан, имеш. Ышанырғамы, юҡмы, әммә дуҫымды тыңлауы мауыҡтырғыс ине.
Көндәрҙең береһендә, миңә шылтыратып, шул ауыл янына һунарға сығырға саҡырҙы.
– Унда үрғуяндар күп, тиҙәр. Кил, һиңә йыраҡ түгел бит, мин дә килеп етермен. Зыярат эргәһендәге юл буйында осрашырбыҙ, – тине Уралис.
Һөйләшелгән ваҡытҡа килеп еттем. Береһе лә юҡ. Сығып, эҙҙәрҙе ҡарай башланым. Миңә ул үҙе шылтыратты.
– Алексей, һин ҡайҙа?
– Ҡайҙа осрашырға килешкәйнек, шунда.
– Һине күрмәйем бит. Ауыл зыяраты янында. Унда барып етеү өсөн һиңә тотош ауыл эсен үтергә кәрәк. Бәлки, унда түгелһеңдер. Әйҙә, кил! Мин бында яңы эҙҙәр таптым.
Баҡтиһәң, был ауылда икенсе ҡәберлек булыуын белмәгәнмен икән. Оҙаҡ эҙләргә тура килмәне, тиҙ таптым. Ун биш минуттан беҙ осраштыҡ, дуҫым һунар итеү серҙәренә төшөндөрөргә тотондо.
– Күрәһеңме ошо эҙҙәрҙе. Ҡапҡанан ике тапҡыр ингән, ә бер сыҡҡан. Зыярат тимер селтәр менән ныҡ итеп кәртәләнгән. Унда бер тишек бар. Мин, урап килеп, шунда торам, ә һин эҙ буйынса эскә кер.
Уралис әйткән урынға барғансы, теге иҫерек компания менән булған күптәнге ваҡиға иҫемә килеп төшөп, үҙемдең ғәйебемде белдем. Мин бит клиенттарҙы яңылыш урынға килтергәнмен. Ә улар? Әсәләрен ҡайҙа ерләгәндәрен дә хәтерләмәйҙәрме? Ҡәберен эҙләп тә, таба алманылар... Рация телгә килде.
– Мин әҙер.
Нимәлер ҡамасаулағандай, аяҡтар тыңлар-тыңламаҫ, мылтыҡ тотоп ҡапҡа эсенә индем. Эҙ ҡәберҙәр һәм ҡыуаҡтар араһынан урап үткән. Үрғуян үҙе лә күренде, ҡойма буйлап йүгереп килеп, ҡапыл туҡтап ҡалды. Мин ихтыярһыҙ, мылтығымды тоҫҡаным. Шул ваҡыт таяҡҡа таянған ҡарсыҡ күҙгә күренде. Ул, һуҡрана-һуҡрана, ҡуян менән минең аранан үтеп китте. Артабан нисек килеп сыҡҡанымды тоноҡ хәтерләйем. Атыу тауышы ишетелде. Уралис табышын тотоп, минең янға килде.
– Саҡ ҡасманы бит әй. Бында тағы бер тишек булған. Минең арттан һикереп үтте, – тине ул.
Мин, һын ҡатҡан кеүек, тәүҙә бер ни әйтә алмай торҙом. Аҙаҡ, көс табып, Уралисҡа күргәнемде һөйләй башланым.
– Унда ниндәйҙер ҡарсыҡ – апай йөрөй.
Ул иһә миңә тыныс ҡына:
– Беҙҙә ҡайһында ундай хәл була торған. Бигерәк тә үлгәндәрҙе уларҙың иҫән туғандары онотһа, әруахтарҙың йәндәре зыярат буйлап йөрөй. Ул Шайтан апай булған. Һиңә бер ниндәй ҙә зыян эшләмәҫ, хатта уңыш килтерер. Күрҙеңме, беҙгә ҡуян бүләк итте, – тип яуап бирҙе.
– Юҡ, Уралис, мин бүтән зыярат эргәһендә һунар итмәйем. Миңә ҡыйын булып тора. Бынан китәйек инде.
Һуңынан урманда, усаҡ янында, мин уға Шайтан апайҙың минең арҡала теге донъяла тыныслыҡ таба алмай, ҡәберҙәр араһында йөрөүе ихтималдыр, тип теге ваҡиғаны һөйләп бирҙем. Уралис оҙаҡ ҡына, иҫенә төшөрөргә теләп, ултырҙы ла аҙаҡ ул апайҙың туғандарына мәсеткә барып, доға уҡытып ҡуйырға кәрәклеге хаҡында еткерергә вәғәҙә бирҙе. Ул үҙе лә, эстән генә нимәлер шыбырлап, ҡулдары менән битен ыуып ҡуйҙы.
Алексей ТИХОМИРОВ.
Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһы.
Айҙар НОҒАМАНОВ тәржемәһе.