«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты буйынса Шәрип ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә обелиск ремонтланды. Болоҡһоп ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, яңырған обелискты асыу тантанаһында ауыл халҡы, башланғыс мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. — Өсөнсө көн тоташ ҡар яуғанда
Һыҙланыуҙан тыуған шиғырын,
Килер быуын аңлай алыр микән
Кисерешен бөйөк шағирҙың?
Дошман пуляһынан алған яра
Оноттормай һуғыш дәһшәтен.
Шағир күңелендә һәр саҡ йәнәш
Ғорурлыҡ һәм нәфрәт йәшәтте...
Шағир тиҫтерҙәре тыныслыҡты
Яулағанға ҡан һәм тир түгеп,
Тормош ауырлығын ғорур үтте,
Йәшәмәне улар теҙ сүгеп...
Шағир йәшәй, тимәк хәтер тере,
Уҡып торһаҡ шағир яҙғанын,
Еңеү ҡәҙерен, данлы үткәндәрҙе
Оноторға ғына яҙмаһын! — тип үҙе яҙған шиғыры менән башланы сығышын Хәмит ауылы биләмәһе башлығы Фирүзә Ғәҙелшина.
— Беҙгә яҡты киләсәк, матур тормош бүләк иткән ата-олатайҙарҙың исемен, уларҙың ҡаһарманлығын онотмайыҡ, йәш быуын Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын белеп үҫһен тигән маҡсатта ошо обелискыны яңырт