Хикәйә
Гератты дүрт яҡлап уратҡан бейек тауҙар түбәһендәге ала ҡарҙар, ирегән ҡар һыуҙары менән ағып килгән кесе шишмәләр, аҫта, тау һыуҙарынан киңәйгән Герирудун йылғаһы; ҡаты ҡыш һалҡынына ҡаршылыҡ күрһәтмәй бихисап япраҡтарын түккән яланғас ағастарҙың яңынан бөрөгә тулышыуы; урамда йөрөгән ир-аттың, баштарына ураған ҡалын бәрхәт япмаларын һыпырып ташлап, муйындарына һалыуы... Быларҙың барыһы ла Гератҡа яҙ килеүенә ишара ине.
Яҙ килеүенә ҡарамаҫтан, тирмә кеүек эшләнгән саман йорттарҙың мөрйәһенән бөҙрәләнеп сыҡҡан һоро төтөн һауаға күтәрелде. Өйҙәрҙең ҡояш күрмәгән төньяғында ҡалған ҡар әле иреп бөтмәгәйне. Төнгә ҡарай туңып, көндөҙҙәрен ирегән, асфальт йәйелмәгән, туҙанлы урамдар теҙгә тиклем батҡаҡҡа әйләнгән. Салбарҙарын теҙҙәренә тиклем бөккән ирҙәр һәм ҡара эске күлдәктәрен тубыҡтарына ҡәҙәр төшөрөргә ҡурҡҡан ҡатындар батҡаҡҡа батып, ошо урамдан сығып, ҡаланың үҙәгенә йүнәлде.
Ҡаланың көнбайыш тарафындағы Бараман яғының тар, бысраҡ урамдарының береһенән сыҡҡан ҡара күлдәкле ҡатын, башын ҡырыныраҡ һалып, ҡаланың һәр еренән күренгән дүрт манараға тура йүнәлде. Янында сәстәре туҙған, өҫ-башы керле, һигеҙ-туғыҙ йәштәрҙәге ҡарасман, бәләкәй генә бер ир бала ла бар ине. Был сабый ҡатындың бер уң яғына, бер һул яғына, ҡайһы ваҡыт уның алдына сығып, нимәлер аңлатырға тырыша. Ә ҡатын иһә аяҡ аҫтында уралған баланы, ҡулдарынан тотоп, икенсе яҡҡа сығарҙы.
Ҡатын менән бала, дүрт манараның янына еткәс, уның һәнәккә оҡшаған ҡапҡаһын урап үтеп, боронғо зыяратҡа инеп китте. Зыяратта, ҡәбер ташы күптән юҡҡа сығып, урынына уба ғына тороп ҡалған ҡәберлектәрҙән тыш, яңы барлыҡҡа килгәндәре лә бар ине. Ҡара кейемле ҡатын тупрағы таралған иҫке ҡәбер осона барып теҙ сүгеп ултырҙы ла, ҡара еңенең эсенән сығарылған ҡулдарын юғары күтәреп, доға ҡыла башланы. Бәләкәй бала ҡатындың янына барып ҡунаҡланы һәм, ярылған ҡулдарын юғары күтәреп, Аллаһҡа иман килтерҙе. Иҫке булһа ла, был ҡәберлеккә йыш йөрөгәндәре һиҙелеп тора. Ҡәберҙең өҫтө һәм ян-яғы таҙа, үлән сүбе, ҡыяҡтар күренмәне. Ҡапыл ҡара кейемле ҡатындың йөрәк өҙгөс илауы ишетелде. Ул, башын ике ҡулы менән тотоп, сайҡала-сайҡала иланы. Бала яҡындағы ҡәберлектең баш осондағы ташына ултырып, иҫкергән аяҡ кейеменә йәбешкән батҡаҡты таҙартырға тотондо. Өйҙән сығып бында килгәнгә тиклем, бар иғтибарымды алған ҡара кейемле ҡатын менән осрашҡанғаса, мин һүҙ оҫтаһы, аҡыл эйәһе Алишер Навоиҙың ҡәбере эргәһендә доға ҡылғас, бер замандарҙа Көнсығыштың ғилми мәркәзенә әйләнгән исеме алыҫтарға танылған Герат тауҙарының һәр яғынан күренгән дүрт манараның ян-яғын ҡараштарым менән айҡай башлағайным. Бында донъяны ҡанға батырған Тимурленгтың, аҡыллы килен Гәүһәршад Вегөмдең ҡәберҙәре, унан көнбайыштараҡ иһә донъя әҙәбиәте сыраҡтарының береһе булған Абдуррахман Жами ята. Ян-яғында тупрағы таралған, баш ташы күптән юғалған эреле-ваҡлы бер аҙ сәйерерәктәре лә шәйләнде. Сөнки Герат оло бер ҡәберлеккә әйләнгәйне. Тәрән уйға талған әйләнә-тирәмдәге ҡәберлеккә баҡтым һәм ҡара кейемле ҡатындың үкһеп илаған тауышына тертләнем. Төркмәнсә илау тауышын ишеткән кеүек булдым. Бөтөн иғтибарымды туплап ҡолаҡ һалдым. Эйе! Был ҡатын, ысынлап та, төркмәнсә илап һөйләй ине:
Һыуҙарҙың ағышында,
Бейек тауҙар башында,
Минең балам яталыр,
Мин уның торағында.
Етеҙ марал тауҙамылыр,
Тауҙың аҫтындамылыр?
Баланан да ғәзизе юҡ,
Шуны нисек аңлатайым?
Яй ғына атлап бөтә кәүҙәһе менән илаған ҡатынға яҡынлаштым. Пәрәнжәһе эсенән баҡҡан ҡатын, минең килгәнемде абайлап, ҡапыл шымды. Күҙҙәрен күрмәһәм дә, уның мине күҙләүен тойҙом. Бала аяҡ кейеменең береһен кейеп, икенсеһен ҡулына алды. Уның ҙур күҙҙәре миңә төбәлде. Ҡатындың янына ултырып, төркмәнсә: «Ҡалғандарҙың башы һау, иманы юлдаш булһын!» – тинем. Ҡатындың тәүҙә танауы күренде, һуңынан пәрәнжәһен асып, илауҙан ҡыҙарған күҙҙәрен төбәп: «Тәңре ярлыҡаһын!» – тип яуапланы. Ҡатын тоноҡ ҡараштарын миңә төбәп һорағанын тойҙом: «Эйе, мин дә төркмәнмен. Бында ятҡан улығыҙмы? Йәне йәннәттә булһын! Йәш инеме? Нимә булды? Ауырып үлдеме?»
Ҡатын тәүҙә иғтибарлап миңә ҡараны, пәрәнжәһе менән ҡабаттан йөҙөн ҡаплап, йөрәктәрҙе өҙгән, тәнде земберҙәткән һөйләп илауын дауам итте:
Төндә сыра яндырҙым,
Көндөҙ донъя байҡаным.
Аһ тигәнде аҡтарҙым,
Ваһ тигәнде күндерҙем.
Йөрәккәйем, юҡ балам,
Һинһеҙ нисек йәшәрмен?
Тауҙарҙың башы яныр,
Ут төшөп ташы яныр.
Ҡара тауың йығылһа,
Йөрәгең башы яныр.
Был бәйет йөрәгемде тетрәтте, йәш тулы күҙҙәремде һыпырҙым. Ҙур ҡара күҙҙәрен минән алмаған малай, илағанымды күреп, ҡатын артына йәшенде. «Кисерегеҙ, ҡайғығыҙҙы яңырттым, ялҡынығыҙға ут өҫтәнем», – тинем. Ҡатын минең үҙемә лә, һүҙҙәремә лә иғтибар итмәне, хатта боролоп ҡараманы. Ҡулдарын һауаға күтәреп, доғаһын шыбырлай башланы, ҡулдары менән йөҙөн һыпырып, ултырған еренән ҡалҡынды. Битен ҡаплаған шаршауҙы күтәреп, йөҙөн асты.
– Һеҙ мине үҙегеҙ ғәфү итегеҙ. Улым тураһында һорағайнығыҙ, шикелле? Эйе, улым йәш кенә ине, мыйығы саҡ сыға башлағайны. Арыҫлан кеүек бер улым ине. Минең һөйөүем, өмөтөм, өйөмдөң терәге, күңелемдең яҡтыһы, йөрәгемдең майы ине. Хәҙер минең өсөн йөрәк тә, өмөт тә, йәшәү мәғәнәһе лә ҡалманы. Фәҡәт ошо бәләкәй малай хаҡына мин тере. Юҡһа был ҡайғы асыларына нисек түҙер инем? – тине ул үҙенә һыйынған малайҙың сәстәренән һыпырып. Һуңынан ул үҙе менән ҡуша китергә әйҙәп, әйҙә, ҡунағым булырһың, тип өйөнә саҡырҙы. «Туғаным, минең ҡайғымды тауҙар күтәрә алмаҫ, һеҙгә эс серҙәремде бушатҡым килә, әйҙәгеҙ минең өйгә, бәлки, бәғеремә таш булып ҡатҡан хәсрәтем әҙәйер. Йән туғаным, беҙҙең фәҡир төнәгебеҙҙә ҡунағым булырһың! Был минең генә түгел, бөтә Афғанстан төркмәндәренең хәсрәте, минең кеүек меңдәрсә ҡатындың хәсрәте. Һеҙ төркмәнме?» Һорауға нисек яуап бирергә белмәй, аптырап ҡалдым. Шунан малайҙың сәстәренән һыйпап: «Мин һеҙҙең ата йортоғоҙҙа – Төркмәнстанда тыуҙым», – тинем. Ҡатын бер аҙға тынып ҡалды. Уның бойоҡ йөҙөндә оло кешенең сырайы яҙылғайны. Күҙҙәренән бер осҡон, бер сатҡы эҙләнем. Юҡ. Төркмәнстандан алыҫта йәшәгән милләттәштәремде осратҡан һайын уларға Төркмәнстанда тыуыуымды әйткәс, уларҙың ғорур йөҙҙәрендә туғанлыҡ ғәләмәттәре сағылып китеүен күрә инем. «Эй, Аллам, тойғо тамырҙары ҡороған был бисараның, күҙҙәренең яҡтыһы һүнгән», – тип һыҙылдым эсемдән. «Өмөтөмдән яҙҙым», – тине ул. «Өмөтһөҙ әҙәмдең күҙҙәрендә нур булырмы?» – тинем мин. Ҡатындың һалҡын тауышы ҡалтыранды. «Ҡунағым булырһың!» – тигәнендә лә әйткәненә үкенеү сағылып киткәндәй тойолдо. Бер ҙә танымаған, белмәгән, күрмәгән был ҡатындың саҡырыуын ҡабул итергә бик теләмәһәм дә, ҡыҙыҡһыныуым еңде. Йөрәгендә һаҡланған һырҙарҙы өйрәнгем килде. Ул ҡалтыранған, тоноҡ тауышы менән: «Киттекме?» – тип ҡабатлап һораны. Башымды ҡағып, «эйе» тигән ишара яһаным. Ҡатынға эйәреп, зыяраттың ҡапҡаһына табан йүнәлдем. Ә бәләкәй малай мине күргәндән бирле бер һүҙ өндәшмәй, ҡатындың ҡулына тотоноп, уға эйәрҙе. Ҡатын, ваҡыт-ваҡыты менән артына әйләнеп, ҡараштары менән мине үҙенең артынан әйҙәне. Баламан мәхәлләһенә еткәс, батҡаҡлы урамда уйнап йөрөгөн балалар эргәбеҙҙәге малайҙан һораны:
– Михман аз коджа амадан?
Малай, ике яурынын юғары күтәреп, муйынын аҫҡа төшөрөп, белмәгәнен ишара итте. Ҡатын таҡта ишектең янында тотҡарланды. Йөҙөн ҡаплаған селтәрҙе күтәреп, миңә баҡты, кеҫәһенән нимәлер эҙләне һәм өс-дүрт асҡыс бәйләмен сығарып, эйелеп ишекте асты. Шунан: «Рәхим итеп эскә үтегеҙ! Хуш килдегеҙ», – тине.
Ихатаның эсе тар ғына ине. Кирбестән төҙөлгән өйгә бергәләп индек. Диуарында һары сәскәләр төшөрөлгән ҡулдан һуғылған балаҫтар эленгәйне. Иҙәндә ҡунаҡтар таянып ултырһын өсөн ҡыҙыл туҡыманан яҫтыҡтар теҙелгәйне. Өйҙә күҙгә салынған башҡа һис бер нәмә юҡ. Ҡатын бер аҙҙан сығып инде. Өҫтөндәге ҡара кейемдәрҙе һалып, төркмән күлдәген кейгәйне, башына төҫө уңған ҡара йөн яулығын бәйләгәйне. Ҡулындағы сәйнүген ергә ҡуйып, талғын ғына һөйләй башланы: «Беҙ был ҡара япманы алып атҡыбыҙ килә. Тик нишләйһең, сара юҡ. Мөджәһиттәр былай тине, талибандар тегеләй тине. Үҙ яйыбыҙға ҡалдырмайҙар беҙҙе. Ҡара япманы улар кейҙерҙе. Беҙҙә бит, төркмәндәрҙә, йән туғаным, ҡараға төрөнөү юҡ, һин беләһең. Минең бахырсыҡ әсәйем уны ғүмеренең ахырынаса кеймәне. «Үлһәм дә, кеймәм ул ҡара кейемде, тышҡа сыҡмаһам сыҡмам, әммә ундайҙы кеймәм, – бына ниңә афғандарҙың рауза гөлдәре күҙҙәремә сәнске булып ҡаҙала? –Атайсалымдың ҡара тауҙары асылмаҫ юл булып күренә», – тине. Әсәйем, Ватанын һағыныу тойғоһон баҫыр өсөн, минең оло улыма Ватан тип исем ҡушты. Ватанды бер күргәс, ҡулынан төшөрмәне. «Ергә ҡуйһам, бысраҡ булыр, күккә ҡуйһам, иш булыр», – тип яратыр ине. Мин ейәнемә иң матур ҡыҙҙы әйттерермен. Ҡыҙыл бөркәнсекле, ҡыҙыл күлдәкле киленемде көмөштәрен зыңғырҙатып үҙем менән алырмын, үҙ йортома ҡайтырмын. Ватансығымды ла алып, ҡара тауҙар артылып, Рәсәйҙәге ватаныма юлланырмын. Аһ! Беҙ Жунейт хан артынан төшөп бында килмәһәк, әсе һынауҙарҙы үтмәгән, яттар ҡулына ҡалмаған булыр инек. Урыҫтарҙан ҡастыҡ, урыҫ – кафыр, тинеләр, әммә рустар ингән һәр ерҙә кешеләргә белем бирҙеләр, томаналарҙың күҙҙәрен астылар. Шунда тороп ҡалғандар уҡып доктор булды. Беҙ был ҡулдарҙа, башыбыҙға бөркәнсек ябынып, һуҡырҙар ише донъяны күрмәйбеҙ.
Әсәйемдең Төркмәнстанға килгән рустарҙың ғәҙел булғанын белгәндән һуң Ватаным тип өҙөлөүе көсәйҙе генә. Үҙ күҙҙәре менән күргән һымаҡ, һәр көн рустарҙың ниндәй яҡшы булыуын ҡабатлап һөйләр булып китте. Хыялында атҡа менеп, гөл-сәскәләргә күмелгән ҡара тауҙарҙы артылып, йылға-шишмәләре сылтыр-сылтыр аҡҡан атай йортона килтерҙе. Гүйә, һәр кем таный унда: яҡты сырайлы ҡәрҙәштәре, уның менән күрешер өсөн янған туған-тыумасалары алдан төшөп атын бәйләй. Белем биргән рустар иһә Ватанға аҡ күлдәк кейҙереп, ҡулына китап менән хат тоттора. Әсәйемдең хәсрәт тулы хыялдарын тыңлай-тыңлай буй еткерҙек, әммә уның был теләктәре тормошҡа ашырына ышанмайыраҡ, һөйләгәндәрен көлөмһөрәп тыңланыҡ. Ватан иһә уның итәгенә йәбешеп, һөйләгәндәрен йәненә һеңдереп тыңлар булды, артынса һорауҙар яуҙырҙы. Өләсәһе аңлатҡандарҙан сығып ҡайһы ваҡыт балаларса төшөнөп, ҡыҙыҡлы һорауҙар биргеләне:
– Өләсәй, әй, өләсәй, ата йортобоҙға беҙ ошо буҙ ишәгебеҙҙә барып инәсәкбеҙме? Өләсәй, урыҫтар ҙа беҙҙең кеүек кешеме? Улай булғас, ниңә һеҙ уларҙан ҡастығыҙ? Уларға барһаҡ, беҙҙе тотоп ашамаҫтармы?
– Эйе, улым, буҙ ишәгебеҙҙә ҡайтырбыҙ. Һаҡаллы кәзәбеҙҙе лә алырбыҙ. Улым, рустарҙың күҙҙәре зәп-зәңгәр мунсаҡтай, сәстәре бойҙай һабағы кеүек һап-һары. Беҙ күрмәнек, әммә ҡыҙҙары ла һары. Шундай матурҙар. Ҡулдары, аяҡтары ебәк кеүек йомшаҡ, тиҙәр. Шул ҡәҙәрем татлы телле икән үҙҙәре. Һәр береһе уҡыған, араларында бер наҙан юҡ, Көроғлы бейебеҙ кеүек, етмеш ике тел беләләр. Беҙҙең Ағайүнус Пери кеүек, кешенең тырнаҡтарынан ҡарап, киләсәктә ни булырын алдан әйтәләр, имеш...
Ватаныбыҙ ошоно тыңлағандан һуң беҙҙең ҡулдарҙы ҡарарға тотона. Ебәк балаҫтар туҡыған бармаҡтарыбыҙҙың осо ҡып-ҡыҙылға әйләнгәйне, шешеп, ҡан уҡмашҡайны. Уларҙағы ҡан тамырҙары бүртеп, бына-бына һытылырға торғандай. Ватансыҡ беҙ туҡыған балаҫтар буйлап ҡулын йөрөтөп:
«Бына рус ҡыҙҙарының ҡулдары ошо балаҫ кеүек йомшаҡ һәм наҙлылыр, шулаймы, өләсәйкәйем?» – тип һораһа, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, ҡулдарыбыҙҙы йәшерә инек. Ватансығыбыҙ атайсалыбыҙға бәхет килтергән рустар хаҡында ишетеп, шуға инанып буй еткерҙе.
Һуңынан ул егеткә әйләнде, мыйыҡтары күренде, тауышы ҡалынайҙы. Беҙ уның көндән-көн буй еткереүенә ҡыуанып, туйына ла әҙерләнә башланыҡ: Гератта кемдең ҡыҙына күҙ һалыр икән. Теләһә – Теке, Теләһә – Емрили-Йомут, теләһә Сарыҡтыҡын ҡарар. Тик төркмән ҡыҙы булһын. Улым алған киленде йомшап ултырырға яҙһын. Ул ваҡытта улым ғына түгел, киленем дә булыр. Бер гөлдән мең рауза сәскә атыр, киленем булһа, ихата эсе лә тарайыр. Ҙурыраҡ бер өй һатып алырға тура килер», – тип балаҫ туҡыған ваҡыттарымда хыялға бирелдем. «Ат өҫтө – һауалы, балаҫ өҫтө – хыяллы» тип юҡҡа әйтмәгән ата-бабаларыбыҙ. Ошо хыялдар оҙатыуында балаҫ туҡыуымда етеҙ элмәктәр яһаным. Шунан Афған һуғышы сыҡты. Ул замандарҙа башһыҙ, бер кемдеке лә түгел ине Афғанстан. Афған хөкүмәте дошмандарға ҡаршы Советтар Союзынан ярҙам һорағансы, рус яугирҙәре килеп еткәнсе, Герат дошман ҡулына ҡалды. Бынау дүрт манараның ҡаршы тарафына совет һуғышсылары килде, ауыр артиллерияһы, танкылары, туптары, тағы вертолеттары, ракеталары менән ҡара болот кеүек ябырылдылар Гератҡа. Шул көндән урамдар ҡан көлөнә әйләнде, ятып үлгән кешеләрҙең исеме лә, һаны ла алып барылманы. Рус һалдаттары төндә өйҙәргә баҫып инде, күрше өйҙәрҙәге ҡаһарман ирҙәрҙе, дошман тип, әсирлеккә алды. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ҡалала кемдең дошман, кемдең дуҫ булыуы аңлашылмай ине. Өйҙәрҙә пуля теймәгән бер саман ҡалманы, тиһәм дә ялғанлау булмаҫ. Күп ваҡыттар атыу, пуля тауыштары ҡолаҡтан китмәне. Ҡала уртаһында йәҙрә шартлаһа, ер менән күк бер-береһенә ҡоланы, тиерһең. Тауыш бер аҙ баҫылһа, атыш бер аҙ кәмеһә, балалар тиҙерәк тышҡа атылды, улар буш патрондарҙы йыйып килтерә ине. Бер көн күршебеҙ Көмөш инәй килеп инде: «Күрше, минең ирем рустар янына китте. Һөйләгәндәренең барыһы ла дөрөҫ, имеш. Рустар иремә ике дана кирбес икмәк һәм башҡа ашамлыҡтар биргән. Ирем дә рустарҙың был яҡшылығына яуап итеп уларға бер-ике йөк утын алып барып һатҡан. Рустар төркмәндәргә ышана, уларға ҡарата ихлас, имеш. Ҡандарында төркмән ҡаны барҙыр. Һары сәстәре иңенә төшөп торған бер ҡыҙ ҙа бар икән, ул табип, ти, яралыларҙың йәрәхәттәрен бәйләй. Дарыу бирә, укол яһай, шул ҡәҙәрем ҡулдары йомшаҡ, хатта энә ҡаҙағаны һиҙелмәй ҙә, ти. Ауыр яралылар ул ҡағылһа, ҡаш та йыйырмай икән, ти», – тип хәбәрен һалды ул. Көмөш инәйҙе тыңлағандан һуң, ир-егеттәр ишәктәрендә рустарға һыу, утын алып бара башланы. Береһе лә буш әйләнеп ҡайтманы. Өйҙәрендә хәләл аҡса, кәрәк-яраҡтар барлыҡҡа килде.
Бер көн еткән егетебеҙҙе, өйөбөҙҙөң терәге Ватансығыбыҙҙы, буҙ ишәгебеҙгә ултыртып, утын алып барырға булдыҡ. Бахырсығым көн буйына утын әҙерләп, һуң ғына ҡайтты. Кисен рустар янына барыу тыйыла ине. Шуға ла улым кисен: «Иртәгә таңдан утындарҙы уларға илтермен», – тип йоҡларға ятты. Дерелдәп янған сыраның яҡтыһында Ватандың йөҙөнә текәлдем. Бахырсығым йоҡлай алмай борғолана ине: «Улыҡайым, йоҡла инде. Таң менән утындарыңды илтәһе бар», – тинем. «Әсәй, минең яратҡан өләсәйем өс йыл элек мәрхүмә булған. Әгәр ул үлмәгән булһа, бәхет килтергән рустарҙы күргән булыр ине», – тине. Яуап бирмәҫтән башымды яҫтығыма ҡуйыу менән ойоп киткәнмен. Таңдан уянып улымдың ятҡан урынына ҡараһам, Ватансыҡ юҡ ине инде. Шул көндән алып Ватансыҡ атыш булған көндәрҙә өйҙә ултырыр, пуля тауыштары тымған саҡта утынға китер, рустарға утын һатып килер ине. Бер көн миңә: «Әсәй, рустарҙың араһындағы ҡыҙ бар ҙа инде? Уның исеме Валя икән. Хәс тә өләсәйем һөйләгәндәге шикелле һары толомло, күҙҙәре лә күк мунсаҡ кеүек. Утын әҙерләгәндә ҡулымды яралағайным. Валя ҡулымдан ҡан аҡҡанын күрҙе лә, яныма килеп, дарыу һөрттө. Һуңынан уны аҡ бинт менән урап ҡуйҙы. Ҡулдары ла һин туҡыған ебәк балаҫ кеүек, ул балаҫтарҙан да йомшаҡ. Миңә ҡарап: «Һинең исемең ысын Ватанмы? Ни өсөн һиңә Ватан тип ҡушҡандар? Беренсе тапҡыр ишетәм бындай исемде», – тине. Көлдө. Мин дә уға өләсәйем, уның ватанын һағыныуы, Жунейт хан хаҡында һөйләнем. Араларында бер төркмән кешеһе лә бар ине. Минең һөйләгәндәремде һүҙмә-һүҙ руссаға тәржемә итте. Валяның күҙҙәре йәшләнде. Өләсәйемдең һөйләгәндәре раҫ булып сыҡты, әсәй. Улар шундай мәрхәмәтле һәм изге күңелле икән. Валя һиңә бер яулыҡ биреп ебәрҙе», – тип ҡыҙҙың миңә ебәргән ҡағыҙ төргәген һондо. Ошо көндән алып улым уңайы сығыу менән һары сәсле Валя янына ашыҡты. Берәй ерем ауырта тиһәм, йүгереп Валянан дарыу килтерҙе, икенсе көнөнә минең ауырыуҙарым юҡҡа сыҡты, үҙем тут ағасы кеүек терелдем. Валя менән көндәребеҙгә, тормошобоҙға яңы төҫмөрҙәр ҡайтты. Өйөбөҙгә бәхет, шатлыҡ өҫтәлде, һәр көн яңы һөйөнөстәр, бүләктәр, Валя менән ҡыҙыҡлы аралашыуҙар килтерҙе. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, тышта ҡан ҡойош барһа ла, һуғыш беҙҙең өйҙән алыҫлашҡандай тойолдо. Әммә яҡты көндәр оҙаҡҡа барманы. Етемдең ауыҙы ашҡа тейһә, мороно ҡанар, тиҙәр бит. Бер көн улым, алдан әҙерләгән утындарын ишәгенә тейәп, рустар төйәкләнгән ергә юлға сыҡты, әммә бер аҙҙан кире әйләнде. Моңһоу йөҙөнән, йөк менән кире ҡайтҡан ишәгенән эштең нимәлә икәнен аңланым. Хәлдәрҙе үҙенән һораштым. Ватансығым башын баҫып ишәгенең өҫтөндәге йөктө бушата башланы. Малҡайына үлән һәм һыу биргәс, миңә өндәште: «Рустар янына ебәрмәйҙәр, әсәй. Үткән төндә беҙҙең бер йәш кеше рустарға утын алып барған, ишәгенең һыртына бомба бәйләгән. Утынды ла, ишәген дә ташлап, үҙе ҡасҡан. Шул арала бомба шартлаған, ишәге йән-яҡҡа сәсрәгән. Рустар яғынан да үлеүселәр күп, ти. Хәҙер утын һатырға килеүселәрҙе рустар яғына ебәрмәйҙәр», – тине. Ошо көндән алып улым, утындарын ишәгенә тейәп, рустар тарафындағы юлға төшөрҙө. Әммә һәр көн кисен буш ҡул менән әйләнде.
Бер көн баҙарҙан кәрәкле әйберҙәр алдым да өйгә ҡайттым. Өҫкө урам яҡлап килгән ҡара бер эт ырылдап миңә ташланды. Ҡасып ҡотола алманым. Эт ҡулымды эләктереп алды. Әҙәмдәр ярҙамға килмәйенсә ҡулымды ысҡындырманы. Яралы хәлдә өйгә көскә ҡайтып инеп, ятҡан еремә ҡоланым. Бер аҙҙан иҫемдән яҙғанмын. Кискә ҡарай тәнем уттай яна башланы. Дерелдәп урынымдан ҡалҡырға теләнем, әммә хәлем етмәне. Хатта өйҙәге утты ла тоҡандыра алманым. Бер аҙҙан улым ҡайтты, инер-инмәҫтән сыра яҡты, яныма килеп, ҡулын маңлайыма ҡуйҙы, йөҙөмә текәлде. Һуңынан ҡулын артҡа ташлап, күҙҙәрен шарҙай асты: «Әсәй, уттай ҡыҙыуһың, нимә булды?» – тине. «Мин уның был ҡараңғы төндә ҡурҡыу һәм хәүеф менән янған күҙҙәренән һиҫкәнеп үҙем менән ни булғанын һөйләмәнем. «Температурам күтәрелде, бер аҙҙан төшөр», – тип улымды тынысландырҙым. Әммә хәлем бер аҙҙан тағы ла мөшкөлләнде. Һаташа башланым, үҙ тауышымдан үҙем ҡурҡып уяндым. Күҙемде йомһам, ҡара эттәрҙең мине уратып, мәйет кеүек күреп, тәнемде өҙгөсләүенә аҡырып уянып китәм. Аңыма килгән мәлдәремдә бахырсыҡ улым янымда тораташ булып баҫҡанын күрә инем. Бер ваҡыт шулай күҙҙәремде асҡанымда улым өйҙә юҡ ине. Тышҡа сыҡҡандыр, йә табип, йә дарыу артынан киткәндер, тип үҙемде тынысландырып, уны көтөп ята башланым.
Иртән ҡурҡыныс төш күреп тертләп уяндым. Төшөмдә мәрхүм әсәйем аҡ дөйәне биҙәп килтерҙе. Уның өҫтөндә килен ултыра, япмаһын асып, йөҙөнә баҡтым: һары сәсле Валя ине ул. Ҡыҙыл япмаһына йөҙөн йәшерҙе. Бахырсыҡ әсәйем иҫке генә яулығын башына ябынып алғайны. Киленде һыйпап миңә былай тип өндәште: «Килен менән Ватансыҡ артынан килдек. Беҙ ҡара тауҙар артына китербеҙ», – тине. Тешемде ҡыҫып, бар көсөмдө туплап, урынымдан ҡалҡтым, хәлһеҙ аяҡтарымды һөйрәп ишек алдына сыҡтым. Буҙ ишәк урынында ине. «Аллаһым, улыҡайым, йән киҫәгем, ҡайҙа киттең?» – тинем. Шул ваҡыт ҡапҡа артында нимәлер шығырланы. Ауыр таҡта ҡапҡаны хәлһеҙ ҡулдарым менән көскә асып ебәреүгә ишәк арбаһында ятҡан кәүҙәгә күҙем төштө. Кешеләр тауыш-тынһыҙ ғына кәүҙәне өйгә өҫтөрәне. Мин бер нәмә лә аңламай, ишек төбөндә ҡатып ҡалдым. Кәүҙәне индергән оло йәштәге кеше миңә өндәште: «Һуғышыр йәше лә етмәгән, ҡулына ҡорал тоторлоҡ та түгел. Аллаһ үҙенең ҡаршыһына саҡырғандыр. Хоҙай һиңә тағы бер ул бирһен. Сабыр бул, ҡыҙым, сәбәләнмә, үҙеңде ҡулға ал!» – тигәс, бөтә ауыртыныуҙарымды онотоп, өйөм эсенә йомолдом, мәйет өҫтөнә ҡапланып, һыҡтарға тотондом. Шунан һуң бер нәмә лә хәтерләмәйем. Килгән килде, киткән китте. Улымдың кәүҙәһен ҡара тупраҡҡа бирҙеләр. Үҙ аңыма ҡайтҡас, ике көн иҫһеҙ яттың, тинеләр.
...Ул кистә Ватансыҡ, минең хәлем ауырлашҡас, тәнем тағы ҡыҙып яна башлағас, ныҡ ҡурҡа, рустар яғына, Валя янына йүгерә. Рус һуғышсылары, үҙҙәренә туп-тура йүгергән кешенән шөбһәләнеп, уны башҡа бер ниәт менән килә икән, тип уйлай. Уға тоҫҡап пуля яуҙыралар. Һуңынан янына барып ҡараһалар, бахырсыҡ улымдың бер ҡоралы, шартлатҡысы ла булмауын күрәләр. Аһ! Минең балағынам ҡырмыҫҡаның да йәнен ҡыймаҫ ине. Ни эшләйем? Шул кешеләрҙән ҡон ҡайтарырға тейешменме? Улым ҡанһырап йән биргән. Һуғышсыларға: «Валяға еткерегеҙ, әсәйем ауыр хәлдә», – тип әйтеп өлгөргән. Бер айҙан аңланыҡ, рустарға утын килтергәндә ишәгенең һыртына шартлатҡыс ҡуйып индереп ебәргән мәхшәр ваҡытында Валя ла үлә. Мин шул ваҡыттан донъянан өмөтөмдө өҙҙөм. Уға бирнәлеккә тип әҙерләгән яулыҡтарҙы, ебәк ҡушаҡтарҙы һары сәсле Валяның ҡәбер ташы аҫтына һалдым. Шул ваҡыт әсәйемдең, Ватансыҡтың өләсәһенең «бәхет килтергән рустары» минең усағымдың төтөнөн киҫте. Һары сәсле рус ҡыҙы теге донъяға үҙе менән бергә улымды ла алды. Ә мин япа-яңғыҙ, яралы бүре кеүек олой-олой емерек харабалар араһында ултырып ҡалдым.
Ваһ! Мин үлдем, мин! Шул көн баҙарға бармаһам, ҡара эт миңә ташланмаған да булыр ине. Ауырып йығылмаҫ инем. Улым да минең өсөн дарыу эҙләп сыҡмаҫ ине. Йән киҫәгем, баламдың үлеменә сәбәпле рустар ҡороһон! Улымдың үлеменә мин сәбәпсе булдым. Ай, Аллам, ай, Аллам, ай, Аллам! Тәүбәләр итәм. Минең тәҡдиремә яҙылғаны шулдыр». Ҡатын илауҙан туҡтап, күҙ йәштәрен яулығының осо менән һыпырҙы: «Шул рустар башта тыуған тупрағымды, ватанымды тартып алды, хәҙер йән киҫәгем улымдан, Ватансығымдан яҙҙырҙы. Икеһе лә күҙемдең яҡтыһы ине. Хәҙер мин – ят ҡулдарҙа. Ватанһыҙ ҡалғанымды, яныуҙарымды кемгә һөйләйем? Рустарҙың ҡулдарынан бәғерем ҡанға батты». Ҡатын беҙ килгәндән бирле өйгә инмәй, тышта уйнап йөрөгән кескәй малайҙы ҡысҡырып саҡырҙы: «Ватанжан! Улым, ин өйгә! Кис булды, уйыныңды ҡалдырып тор!» Малай, шуны ғына көткән һымаҡ, йәһәт кенә өйгә инде. Ҡатын уң ҡулына һабын алып, яурынына таҫтамал һалып килде. Баланың ҡулдарын һабынлап йыуып ҡоротоп һөрттө. Ҡараңғы төштө. Ҡатын миңә ҡарашын төбәп: «Хәҙер ошо балаға ҡарап торам. Мин был баланы рустар һәм мөжәһиттәрҙең алышынан һуң, урамда илап йөрөгән еренән үҙемә алдым. Уны аҙаҡ эҙләп йөрөгән кеше булманы. Берәү ҙә «был – минең балам» тип арҡырыға төшмәне. Йә ата-әсәһе үлгәндер ҙә урамға сығарып ебәргәндәрҙер. Ул ваҡыт урамда ҡалған, исем-атһыҙ бер сабый ине. Мин уға үҙ улымдың исемен бирҙем, ошо балаға бауыр баҫып йәшәп ятам хәҙер», – тине, улына сикһеҙ һөйөү менән ҡарап. Байтаҡ ваҡыт үтте. Ҡатын, мине дерелдәп янған сыра янында ҡалдырып, бала менән икенсе бүлмәгә сыҡты. Таң һарыһына ҡәҙәр күҙемә йоҡо эленмәне. Был ҡараңғылыҡ сараһыҙ, яңғыҙ ҡалған ҡатындың илауы өйҙөң дүрт диуарына һеңеп ҡалғандай тойолдо. Сыраның майы кәмеп, уты һүрелә төштө. Өй ҡараңғылығы йөрәгемде ҡыҫа башланы. Йоҡлап китә алмай йонсоном. Сөнки һары сәсле Валя менән Ватан ишекте асып, «беҙ килдек» тип атылып инер төҫлө тойолдо. Таң менән хужабикәнән рөхсәт алып, был өйҙән айырылдым. Ҡара бөркәнсеген ябынып оҙатырға сыҡҡан ҡатын, тар урамдан мине сығарып, дүрт манаралы мәсеткә йүнәлде. Ҡояш нурҙарында иҙрәгән мәсеткә табан ҡабаланып ашыҡҡан Ватансыҡ иһә, үҙенән алдараҡ төшкән ҡатындан ҡалышмаҫҡа тырышып, артынан йүгерҙе. Әсе иҫкән ел, бөрөләрҙе шартлатып яҙын ағастарҙы сәскә аттырған һалҡын: олондарҙы яралаған елдең тыуышы миңә ул ҡатындың иңрәүе кеүек ишетелде. Илау, иңрәү уларҙың яҙмышында кеүек тойолдо. Тәҡдирҙән ҡотолоу, яҙмыштан ҡасыу мөмкин түгел. Ел тағы ҡеүәтләнде, әллә ҡатын илауы инеме был: «ууиууу, уувуууууув».
Угулмая Самизаде Сапарова.
Герат, 2008.
Төрөк теленән Гөлназ Ҡотоева тәржемәһе.