Хикәйә Ҡарағайлы ауылы гөж килде: Хайрас Хайранович кәләш алып ҡайтҡан! Ауыл ҡыҙҙары ҡалаға ҡаса, кәләш итерлектәре һирәгәйеп тора, әммә үтә һайланмаһаң, табылып тора. Ә Хайрас Хайранович бик һайлана. Кәләш талымлауы ғына етмәне, эште лә оҙаҡ һайланы. Тырыша торғас, ауыл биләмәһе советы рәйесе урынына ултырҙы. Вазифалы булғас, һәйбәт кейенә, «Хайрас Хайранович» тип мөрәжәғәт иткәнгә һәләк һөйөнә: мәңге ҡырыҫ йөҙө хатта яҡтырып китә. Исеме менән генә өндәшһәләр, әйләнеп тә ҡарамай, һөйләшеп тә тормай. Ҡырыҫ йөҙө яман ҡомһара.
«Аҫтыртын булды. «Ҡапыл өйләнәйем дә ауыҙҙарығыҙҙы астырайым. Утыҙҙы күптән уҙҙым, бының әфтәритеты туҙҙы, тигәндәр телдәрен тешләһен», тип ниәтләнгәндер...» – Хайрастың ут күршеһе Мирйән көлөмһөрәне.
Мирйән Ҡарағайлыла тракторсы булып эшләй. Ауылдаштары әйткәнсә, «Кулак Сәйәр» – сәйер бәндә. Ул Мирйәнде күҙәтеп кенә, аңдып ҡына йөрөй. «Яҡшы атҡа сыбыртҡы кәрәкмәй», тиҙәр. Тракторсы уның был ғәҙәтенә иғтибар итмәҫкә күнеккән. Хеҙмәт хаҡын килешкәнсә теүәл түләгәс,