Найти тему

Матурҡай

Рауил Шәйхелисламов һүрәте.
Рауил Шәйхелисламов һүрәте.

Хикәйә

Гөлсөмдөң Яңы йыл алдынан донъяһы әллә юрамал ҡыйрай башланы инде. Ҡапҡаһының хөрт генә йоҙағы бикләнмәҫ булды. Кеше көнләштереп өйөнә һыу үткәргәйне, ҡойо эсендәге насосы янды. Газ килеп етмәгәс, утын ярып ыҙалағансы тип, һәр тәҙрә аҫтына батарея элдереп, электр йылытҡысы ҡуйып рәхәтләнгәйне – уныһы сафтан сыҡты. Бөтә бәлә бер ваҡытта килде. Бәлә инде яңғыҙ ҡатынға. Ире булһа, ялпылдатып эшләп ҡуйыр ине лә. Юҡ шул... Балалар ни, үҫтеләр ҙә сығып остолар – һәр береһенең үҙ хәстәре, үҙ донъяһы. Кәртә йәмләп торған малды ла бөтөрттөләр. Кем бесән саба, беҙҙең ваҡыт юҡ, йәнәһе. Отпускыла әҙәмсә ял итәбеҙ, имеш. Килендәре лә: «Ыҙаланма, ҡәйнәм, кейәүгә сыҡ», – тип кенә тора. Әйтерһең, яңғыҙаҡ ирҙәр нигеҙ буйында теҙелешеп ултыра, маңлайҙарына сиртеп һайлап ал! Уф!
Интернетты соҡой торғас, йоҙаҡ тураһында яҡшы кәңәш тапты ул. Һыуыҡтан шулай икән дә. Асҡысты машина майы менән майлағас, бер хәсрәттән ҡотолдо. Аллаға шөкөр. Тик бына һыу насосының кабеле янған. Балалар яҙһыҙ ҡайтмай. Кемгә бәлә һалырға? Барыһында ла байрам кәйефе. Эй, ирһеҙлек! Бахыр ҡатын, йылан кеүек уралып ятҡан, бер урындан ҡара көйөп сыҡҡан кабелгә эсе бошоп ҡарап торҙо ла, эшкинмәгәнлегенә ҡайғырып, өйөнә инеп китте. Әлдә генә мейесен боҙҙороп өлгөрмәгән, тултырып ут яҡты. Өшөгән ҡулын ыуғылап, шартлап янған утындарға ҡарап, оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы. «Эй, Ғәбитем иҫән булһа, ошо ыҙаларҙы күрмәҫ инем бит», – тип өҙгөләнде. Өйҙө һалып бөтөп, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, рәхәтләнеп кенә йәшәп ятҡанда ире юл һәләкәтенә осрап ҡуйҙы шул. Өр-яңы «Рено Логан»ында. Ғәзиз кешеһен харап иткән «тимер ат»ты ауыҙлыҡларға ҡурҡты ҡатын – тиҙерәк унан ҡотолоу сараһын ҡараны – һатып ебәрҙе. Үҙен дә берәй ергә ауҙарып, балаҡайҙарын етем итер кеүек ине машина.
Уйҙарҙан ҡаңғырып ултырғанда телефон шылтыраны:
– Сәләм, матурҡай! Ни эш бөтөрәһең?
– Сәләм! Ҡар көрәргә йыйынам.
– Көрәгеңә күп һалма, билең биртенер. Мин Орелға етеп киләм. Кискә тағы шылтыратырмын.
Бына мөғжизә – ошо кешекәй менән ҡыҫҡа ғына һөйләшеү ҙә Гөлсөмгә йән өрә. Күңеле була, ҡанатланып китә. Әле лә, ауыр уйҙарынан арынып, елпелдәтә баҫып, ҡапҡа тышына ҡар көрәргә сыҡты. Көрәге ялп-йолп килә, үҙенең ҡолағында «матурҡай» тигән һүҙ яңғырай.
– Һаумы, класташ! – хыялға бирелгән Гөлсөм терт итеп ҡалды.
– Уу, Фәнил! Һинме ни? Сәләм, сәләм! – ҡатын дуҫтарса ҡосаҡлап та алды танышын, үҙенең ҡыйыулығынан уңайһыҙланып китте.
– Ҡалай интегәһең, ҡайҙа, үҙем, – класташы Гөлсөмдөң ҡулынан көрәкте тартып тигәндәй алды. Ир кеше ир кеше инде, мамыҡ көрәйме ни, тип һоҡланып ҡарап торҙо уға ҡатын. Шунан өҙгөләнә башланы:
– Кеше күрһә, әллә нимә уйлар, ҡуй, рәхмәт.
– Уйлаһа ни. Уйлаһын. Миңә танһыҡ ҡына ул.
– Ҡуй, ҡатының күрһә...
– Мин бер үҙем ҡайттым.
Гөлсөм, һерәйеп торғанса, тип өйөнә инде, утынын ҡағыштырҙы, үҙе лә һиҙмәҫтән көҙгөгә күҙ һалды, кәпәсен рәтләп кейҙе. Мәктәптә ҡалай эре ҡыланғанмын, арыу ғына егет булған икән дә баһаң, тип йылмайҙы. Арыу инде. Подполковник булып киткән бит! Ой, бисәһе, бәлеш ауыҙын лапшайтып буяған мәрйә, алып китеп бармаһындар, тигән һымаҡ Фәнилде ҡултыҡлай ҙа йөрөй торғайны урам буйлап. Ҡайтҡан һайын. Ни эшләп яңғыҙы икән был юлы? Ыста, нимә уйлайһың ул?! Ипләп кенә ҡорған ситенән ҡарағайны урамға, тегеһе юҡ. Гөлсөм йәһәтләп тышҡа атылды. Ә Фәнил ҡапҡа эсен ялтыратып маташа икән дә!
– Уй Алла! Ҡалай матур! Ҙур рәхмәт инде... Әйҙә, сәй ҡуям!
– Юҡ, ыҙалама. Магазинға сыҡҡайным. Әсәйем көтә. Икенсе юлы эсермен, – уның кинәйәле ҡарашы ҡатынға оҡшаманы. Килмә, тип әйткеһе килде, тик хәтерен ҡалдырырмын тип өндәшмәне.
Сәй эсеп, ул-был иткәс, Гөлсөм телевизор ҡарарға ултырҙы. Уҡыусылары каникулда. Рәхәт... Телефон шылтыраны.
– Арыныңмы? – эй хәстәрлекле лә инде ошо бәғеркәйе!
– Юҡ, ҡарҙы класташым көрәне.
– Кем ул?
– Подполковник. Отпускыға ҡайтҡан.
– Улай икән.
– Эйе, йәш саҡта хәтәр артымдан йөрөй торғайны. Юҡҡа әҙәмгә һанамағанмын...
– Дөрөҫ эшләгәнһең.
– Ни эшләп?
– Улар бабник була.
– Булһын! – Был һүҙ «булһын, унда минең ни эшем бар» тигәнде аңлата ине. Һөйгәне «булһын, миңә бара ул» тип аңланы, ахыры.
– Үкенәһеңме?
– Әллә инде... Бәлки, бәхетле булыр инем. Уның менән.
– Бәхетле булырға әле лә һуң түгел.
– Женя! Женечка! – әллә телефон үҙе һүнде, әллә бәйләнеш өҙөлдө. Яңынан шылтыратырға йөрәк етмәне. Шулай ҙа күңелендә шайтандар һикереште. «Дөрөҫ эшләнең, дөрөҫ! Был бисәнең кемгә кәрәге бар, тип уйлай ине. Йөрәгенә ҡорт төштө. Кимерһен ҡорттар, кимерһен. Ирҙәрҙе ҡыҙғандырып алыу килешә ул, юғалтыуҙан ҡурҡып, нығыраҡ ярата башлайҙар», – тип туҡтауһыҙ ҡабатланы улар. Гөлсөмгә рәхәт булып китте. Көндәшем бар икән, тип ыҙалан әле, тип кинәнде. Үҙе һаман Евгенийҙың шылтыратыуын көттө.

***
Йоҡларға ятырға ашыҡманы Гөлсөм, ватсапҡа инде лә ҡараны, инде лә ҡараны. Тик «тыныс йоҡо, йондоҙом» тигән матур смайликтар күренмәне унда. Бәйләнештә лә Женяның эҙе юҡ ине. Кем ҡар көрәгәнен ниңә әйттем инде, тип үкенде Гөлсөм: «Бәлки, ул Яңы йыл ҡаршыларға элекке әхирәтенә киткәндер. Һеңлемә ҡунаҡҡа барам, тип алдағандыр. Ирҙәргә ышаныс бармы? Яртышар йыл осрашмайбыҙ, буш йөрөмәйҙер әле. Әсәйем әйтмешләй, ирҙәр арҡыры ятҡанды буйға һалып китмәй торған». Йөрәккә шик бер эйәләһә, сыҡмай бит ул: «Әгәр уның икенсе ҡатыны булһа, күңел һиҙер ине... Ә был... Юҡ, юҡ... Бәлки, ул юл фажиғәһенә осрағандыр. Гел оҙайлы рейста бит. Хәл өҫтөндә ятһа?! Йә... Кит әле! Нимә уйлайһың һин! Әһә! Ватсапҡа инде. Аллаға шөкөр, иҫән!» Гөлсөмдөң йөрәгенә йылы йүгерҙе. Бәйләнештә икәнде һиҙһен, өндәшһен, тип теләне. Фотоһына ҡарап, арбап маташты... Мөғжизә юҡ, тиһәләр ҙә, бар ул!
...Уларҙың танышыуы ла үҙе мөғжизә ине бит. Әҙәм ышанмаҫлыҡ. Мәскәүгә осҡанда урындары йәнәш тура килде. Ят ирҙең алсаҡлығы, ихласлығы күңелде яуланы. Күптәнге таныштар кеүек һүҙҙәр беректе. Береһе – башҡортса, икенсеһе татарса рәхәтләнеп һөйләште.
Самолеттан төшкәс, аймылышҡайнылар, метрола тағы бер үк вагонға эләктеләр, бер үк йүнәлешкә юлландылар. Ирекәй, айырылыша алмай йөрөгәндәрен мәҙәк күреп, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе лә:
– Яҙмыштыр был. Исемегеҙ кем була? Мин Евгений, – тине. Гөлсөмдө уның ят исеме һиҫкәндерһә лә, бик иғтибар бирмәне. Яңы танышы менән ныҡ күңелле ине уға – ауыҙы гел йырыҡ, һәр һүҙе ҡыҙыҡ. Шуға хихылдығы сыҡты. Сибәркәйҙең шаянлығы ирекәйгә лә оҡшаны: «Хохотушка», – тип иркәләтеп кенә йылмайҙы.
Метронан сыҡҡас, Евгений Гөлсөмдө кафеға саҡырҙы, уның сумкаһын күптән эләктереп алған ине бит инде, «инмәһәң, әйбереңде бирмәйем», тип шаяртты. Кафела үҙе тураһында күп һөйләне. Пурпела йәшәгән, Себерҙә вахтала оҙаҡ йылдар эшләгән. Ҡатыны менән аралары һыуынып, айырылышҡан. Хәҙер Муромға һеңлеһенә ҡайтып йөрөй. Уны нимә итеп һөйләй икән? Унан кем һораған? Гөлсөмдө был әҙәмдең шәхси тормошо ҡыҙыҡһындырмай. Осраҡлы күрешеүҙән һуң бүтән осрашмаҫты яҡшы белә бит ул!
Шулай ҙа хушлашыуы ауыр булды Гөлсөмгә. Улының йорто эргәһендә юҡ-бар һөйләшеп оҙаҡ торҙолар. Күҙҙәрен күҙгә текләп тынып ҡалдылар. Юлдашының сатҡы сәскән күк күҙҙәренә ҡатынҡайҙың күҙе сағылды. «Был донъя мөғжизәле ул. Бәлки, берәй мәл осрашырбыҙ», – тип Женя телефон номерын яҙып алды. Артабан көн һайын тиерлек хәбәрләшеп торҙолар. Ике айҙан һуң Мәскәүҙә тағы осраштылар.
Үҙе лә һиҙмәҫтән йөрәге дарҫ-дорҫ типкән Гөлсөм аэропортта сәскә гөлләмәһе менән ҡаршы алған Женяның ҡуйынына сумды. Ресторандан ресторанға йөрөнөләр. Фотоға төштөләр. Ҡыйбатлы хушбуй, биҙәнгестәр, алтын балдаҡ... Гөлсөмдөң йомарт бүләктәрҙән иҫе китте. Ҡәҙерле йәнгә генә кеше шулай аҡсаһын тәләфләйҙер, тип һөйөндө. Евгенийҙың: «Яҙмыштыр был», – тигән һүҙҙәре иҫенә төшөп, тулҡын­ланды. Ә ниңә, телдәр яҡын, йәндәр бер-береһенә ынтыла! Үлгән артынан үлеп булмай, иптәш кәрәк бит!
Өс көн уларға өс сәғәт, юҡ, өс секунд булып тойолдо. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, үбешеп, ҡосаҡ­лашып танһыҡтары ҡанманы. Наҙға, һөйөүгә сарсаған Гөлсөмгә Женяның: «Бергә булайыҡ», – тигән һүҙе генә етмәне, шул шөбһә ваҡыты-ваҡыты менән йөрәкте семтеп алды.
Тағы ла телефон аша аралашыуҙар, видеонан күҙгә-күҙ ҡарашып тынып ҡалыуҙар... Әкиәттең әкиәте инде. Меңәр саҡрым йыраҡтағы кеше өсөн дә шулай йән атып була икән!
Икенсе тапҡыр, дүрт ай үткәс, һөйгәне ауылға килде. Урамда кешегә күренеп һәлпәндәп йөрөмәнеләр, өйҙә генә яттылар. Гөлсөм мәктәпкә барып ҡайтҡанса Женя ашарға бешерә. Эй рәхәт инде! Бер ҡайтыуына иҙәнде лә йыуып ҡуйған! Һеперткене «аҡса саҡырһын» тип баштүбән һөйәгән. Шул саҡ мәңге бергә булғыһы килде уның менән Гөлсөмдөң. Бер ҡасан да ирешмәҫтәр, гел шулай һөйөшөп-һөйөлөшөп кенә йәшәрҙәр кеүек ине улар.
Кеше күрмәһен, тиһә лә, күрше Шәкирә килә һалып та ингән.
– Кем унда туҡылдай, тиһәм, кейәү утын яра икән, – тине ул, йылмандап.
– Кейәү түгел әле ул.
– Ә кем әтеү? – Шәкирә ни йомош менән ингәнен дә онотто, ҡулын йыуа һалып, өҫтәл эргәһенә килеп ултырҙы.
– Танышым.
– Сыуаш мәллә?
– Юҡсы.
– Аҡ йөҙлө бит, һары сәсле...
– Татар ул, – Шәкирәнең әрһеҙлегенә иҫе киткән Гөлсөм шулай тип әйтте лә, бынан тиҙерәк ҡотолор өсөн, мәктәпкә барыуҙы һылтау итеп, кейенә башланы. Күршеһе уларға бәхеттәр теләп сығып китте. Шунан ауылда «Гөлсөм урыҫҡа кейәүгә сыҡҡан» тигән хәбәр таралды.
Һуңғы төндә Евгений:
– Был карауатта минән башҡалар йоҡлағаны булдымы? – тип һораны, оҙон, матур бармаҡтары менән ҡатындың ҡуйы сәсен тарап.
– Юҡ! Һине тәүгә түшәгемә һалыуым!
Женя шул һүҙҙе генә көткәндәй, йылмайып ебәрҙе: «Һиңә ымһынған ирҙәр күптер, матурһың бит. Инә боланды уратҡан ата боландар һымаҡ, эргәңдә сыуалаларҙыр инде», – тип ҡолағына шыбырҙаны.
– Әлбиттә, күп, тик миңә уларҙың береһе лә оҡшамай. Һин генә яуланың күңелемде...
Затлы кейекте аулап, хужа булған һунарсылай, Евгений ҡупайып, ирәйеп китте. Баш әйләндергес наҙҙан Гөлсөм аҡылдан яҙҙы. Һомғол кәүҙәһе ел-дауылдағы ҡайынҡайҙай тетрәнде, шәмдәй баҙлап янған тәне, ай нурына мансылған бүлмәне тағы ла нурлыраҡ итеп, сихри яҡтылыҡҡа күмде...
– Тағы ҡасан күрешәбеҙ, – тине Гөлсөм, оҙон керпектәре менән Женяның битен ҡытыҡлап.
– Әйтә алмайым.
«Ҡасан ҡауышырбыҙ?» – тип һорарға теле ҡысыны Гөлсөмдөң, тик йөрәге етмәне.
Ял көнө булғас, хужабикә оҙаҡ итеп йоҡланы. Женяның ҡайнар ирене ҡолағынан, битенән, ирененән һаҡ ҡына үбеүгә йылмайып уянды, рәхәтләнеп кирелде. Шунан улар донъяларын онотоп, бесәй балалары һымаҡ карауатта тәгәрәштеләр, аунанылар. Был татлы минуттарҙы тән­дәренә генә түгел, йәндәренә һеңдереп ҡалдырырға тырышты улар.
– Төштән һуң юлға, ҡыбырҙайыҡ, – тине Женя.
– Әйҙә һуң. – Гөлсөм һикереп тороп кейенде лә һөйгәненә ултырғыстағы салбарҙы һуҙҙы. Кеҫәнән иҙәнгә бармаҡ буйы ҙур көмөш тәре төшөп, йыуан сынйырына уралып ятты. Ҡатындың күҙе дүрт булды, йөҙө сытырайҙы, хатта ирен остары һәленеп төштө. Евгений быны һиҙҙе, эйелеп тәрене алды, ҡәҙерләп усына йомоп, күкрәгенә ҡыҫты, шунан муйынына таҡты. Тоноҡ тауыш менән:
– Бына ни өсөн беҙ бергә була алмайбыҙ, – тине. Муйынындағы тәре, һикереп төшөп, ибәтәйһеҙ ҙурайып, ҡоласын йәйеп, уларҙың араһына арҡыры баҫҡан һымаҡ тойолдо.
Евгений шул киткәндән һуң байтаҡ юғалып торҙо. Гөлсөм дә, «шулай хәйерлелер», тип өндәшмәне. Үлә яҙып һағынған сағында бер-береһен яратҡан кешеләр араһында ғына пәйҙә булған энергетик бәйләнеште – күҙгә күренмәҫ нескә ептәрҙе өҙөргә тырышты. Күңеленән шул ептәрҙе ҡайсы менән ҡырҡҡыланы, мөхәббәтен көплө машинаға тейәп ебәрҙе... Бер аҙ еңел булып ҡала ла, үҙе лә һиҙмәҫтән, кисен һөйгәненең фотоларын ҡарай башлай, күҙенә йәш тығыла...
Бер кис Женя видеонан шылтыратты. «Тиҙҙән киләм, һөйләшергә кәрәк. Ғүмер уҙа», – тине. Уның «мөнәсәбәттәргә нөктә ҡуйырға ваҡыт» тигән һүҙен генә Гөлсөм аңламаны. Баш ҡағып ҡына тыңлап ултырҙы.
– Оноторға тырыштым. Фотоларыңды юйып бөттөм, – тине Женя. Ҡатын өндәшмәне. Уның бите буйлап сөбөрҙәп күҙ йәштәре аға ине. – Һин мине ебәрмәйһең. Күҙ алдынан китмәйһең, – тип дауам итте ир. – Үҙ пландарым бар ине, шуларҙы емереп килеп индең донъяма. Беҙгә күҙгә-күҙ ҡарашып, ҡулға-ҡул тотоношоп аңлашырға кәрәк.
Шул һөйләшеүҙән һуң Гөлсөмдөң бергә булыу хаҡындағы өмөтө бөтөнләй өҙөлдө. Һөйгәненең ауылға килеп йәшәмәҫе, никах уҡытмаҫы, мәсеткә йөрөмәҫе көн кеүек асыҡ. Ә шулай ҙа үҙәге өҙөлөп ярата. Йән киҫәккәйенең бәрхәт тауышын әллә өндә, әллә төштә ишетеп ыҙалана. Дәрестә лә бер уҡыусыһына «Женя» тип өндәшеп, телен тешләне. Пырхылдашып көлөшкән балалар уның уйын уҡып, мыҫҡыл иткән кеүек тойолдо. Шуға ла мәктәптә уҡытыу­сылар менән мәрәкәләп һөйләште, көр күңелле күренергә тырышты.

***
...Кемдер тышта ҡапҡаны дөбөрҙәтте. «Бөгөн клубта шыршы байрамы. Зөлфирәләр алырға килгән икән мине. Эсем бошоп ятҡансы, сығайым», – тип Гөлсөм ҡыуанып тышҡа йүгерҙе.
– Бөтә кеше концертта, һин юҡ, – тине Фәнил, урынында тапанып. Ҡулында тос ҡына ҡара пакет шәйләнә.
– Ни эшләп килдең? – тип ыҫылданы Гөлсөм, йән-яғына ҡаранып. – Кеше көлдөрөп. Мине кем тип уйлайһың? – Ул яҙмышына, бәхетһеҙ мөхәббәтенә булған барлыҡ үсен ошо ҡарағайҙай төҙ, мөһабәт кәүҙәле хәрбиҙән алғандай тойолдо. – Ирҙәр, һеҙ, бөтәгеҙ ҙә бер иш. Һеҙгә нимә кәрәк икәнен беләм инде мин! Ҡатының була тороп, элмәндәп йөрөйһөң.
– Ҡатыным менән айырылыштым, Гөлсөм. Бер-беребеҙҙе аңламай башланыҡ. Загсҡа ғариза биргәнбеҙ. Олоғайғас беленә икән милләт, дин айырмаһы. Миңә үҙ кешем кәрәк. Һинең кеүек.
– Һиңә үҙ милләтең кәрәкме ни? Мәрйәгә өйләнгәндә нимә ҡараның?
– Һине лә «урыҫҡа сыҡҡан» тиҙәр ине бит. Ҡайҙа урыҫың?
Гөлсөм ярһып Фәнилде этеп ебәрҙе, ҡапҡаны шарт ябып бикләне.
– Гөлсөм, Гөлсөм, ғәфү ит! Гөлсөм! Һин миңә оҡшайһың! Алдамайым! Өйләнәм! Көтәм ризалығыңды! Көтәм! – тип һөйләнде уныһы.
Ҡатын, ярһыуына, ғәрлегенә сыҙай алмай, өйгә инеү менән мендәргә ҡапланды. Үкһеп-үкһеп иланы. Әсе яҙмышына әрнеп, үпкәләп иланы ул. «Йүнһеҙ генә бисәләр ир менән типтереп йәшәй. Ни эшләп мин шулай бәхетһеҙ!» – тип ҡабатланы. Бер аҙ тынысланғас, битен һыуыҡ һыу менән йыуҙы, илауҙан шешенгән йөҙөнә ҡарап, үҙен ҡысҡырып әрләне:
– Онот уны! Онот! Ул башҡа милләт кешеһе! Ул башҡа дин кешеһе! Һеҙ иш түгел! Нишләп онота алмайһың уны? Бергә була алмаясаҡ­һығыҙ! Һеҙгә бергә булырға ярамай! Ярамай! – ҡатындың таштай ауыр һүҙҙәре көҙгөгә ҡаҡлыҡты. Был ғазаплы мөхәббәт сиренән мәңге ҡотолоп булмаҫтай кеүек ине уға.
Имсәктән айырылған сабый кеүек буҫығып иланы Гөлсөм. Донъяның йәме китте. Һөйгәнен онотор өсөн, яңынан ватсапҡа тексәймәҫ өсөн, телефонын ҡойма аша атып бәргеһе килде. Һуңғы сиктә, интернеттан сығып, телефондың тауышын һүндерҙе. Урам яңғыратып гармун моңона йырлап уҙҙылар. Эй, ошо гармун тауышы, үҙәкте генә өҙә бит! Тетрәткес моң Гөлсөмдөң йән яраһына услап тоҙ һипте. Йөрәккәйе менән тылсымлы, татлы, ләззәтленән дә ләззәтле төндәр үткәргән карауатын да күрә алмаҫ булып, диванға сығып ятты. Тағы ла ғашиҡтар араһында уралып йөрөгән яҡты нурҙарҙы күңеленән ҡайсы менән аяуһыҙ ҡырҡҡыланы, тағы ла Евгенийҙы уйҙарында көплө машинаға тейәп ебәрҙе.

***
Иртәнсәк мейескә ут яғып, һыу ташып алғансы телефонына ҡағылманы Гөлсөм. Шыршы байрамына сыҡмағанына үкенде. Барыһына ла Женя ғына ғәйепле! Ҡул-аяҡҡа бығау һалған! Ниндәй ептәр һуң ул арала өҙөлмәй торған?! Бына бит – тағы уны уйлай! Кисә генә күрә алмаҫтай булып ҡаңғырғайны. Тағы юҡһыныу алҡымдан ала!
«Юҡ, бындай алйот уйҙарҙан аҡылдан яҙырға була. Зөлфирәгә шылтыратырға кәрәк. Табынды үҙем әҙерләшәм, тип. Яңы йылды өр-яңы кеше булып башлайым! Евгенийҙан баш тартам!» Гөлсөм дәртләнеп китте. Донъя ла яҡтырғандай тойолдо. Өйгә йәм инде.
...Телефонды ҡабыҙғас, ватсапта Женяның яҙмаларын күреп терт итеп ҡалды. Ике тапҡыр төндә шылты­ратҡан. Видео ла, аудио ла. «Һин минһеҙ яңы тормош башланың инде. Был төндә һин уның менән бергә булдың. Бәхет теләйем. Минең хәҙер бер кемде күргем дә, белгем дә килмәй. Бәхил бул!» – тип яҙған. Гөлсөм йәһәт кенә һөйгәненә шылтырата һалды. Тоғролоҡ һаҡлап та, шундай нахаҡ һүҙ ишетеү уның өсөн ғәрлек ине. Ләкин «ғорур» ир телефонды алманы. Ярай, тынысланғас, шылтыратыр, тип ҡатын әхирәтенә ҡунаҡҡа барырға йыйынды. Ҡыҙғаныу ауырыу икәнен белә ул. Ҡыҙғанған кешегә бер нәмә аңлатып булмай. Быны ул Ғәбите иҫән саҡта бер мәл үҙе лә татыны. Баш ҡалаға командировкаға китеп, ҡайта алмай әхирәтендә йоҡлап ҡалғаны өсөн ҡалай тауыш сығарғайны!
Йөрөй торғас, Гөлсөмдөң асыуы ҡабарҙы. Өндәшмәһәм, был үҙ ғәйебен таныны, тип уйлар, тип хат яҙып ебәрә һалды: «Һин мине, хыянатсы тип ҡабул итеп, ныҡ рәнйеттең. Нахаҡтан рәнйеттең. Минән ҡотолор өсөн һылтау таптыңмы? Айырылы­шайыҡ, тип әҙәмсә әйтһәң дә аңлар инем». Бер аҙҙан йыраҡтан арҡыс-торҡос хәбәр килде: «Һиңә килергә йыйынғайным. Көтмәнең. Түҙмәнең. Энергетикаңды һәр саҡ тоя торғайным. Был төндә беҙҙе бәйләгән ептәр өҙөлдө. Мин бит һине ныҡ-ныҡ тоям, хатта тын алышыңды һиҙәм, ҡырҙа йөрөһәм дә. Мине бер нисек тә алдай алмайһың». Гөлсөмдөң байрам ҡайғыһы китте: «Был ысынлап минән ҡасырға булған, һылтау эҙләп кенә йөрөгән». Ошо фекеренә ышана алмай яҙылған: «О, минең иҫәр Отеллом! Мин бит һине генә яратам! Һинән башҡаларға күңелем ябыҡ», – тигән һүҙҙәре яуапһыҙ ҡалды. Гөлсөм түбәнселеккә төшөүенә ғәрләнде, дер ҡалтыранды. Һуңғы тапҡыр үҙ һүҙемде әйтәйем, тип ҡат-ҡат шылтыратты, Женя телефонды алманы. Ҡыҙған баш менән уның номерына бик ҡуйҙы. Бик ҡуяһың икән – аралағы күперҙәрҙе үртәйһең, ишектәрҙе ябаһың. Бик ҡуйыу – мөнәсәбәттәрҙең тамамланышы, сиге. Бынан ары һин мөхәббәтеңдең күк күҙҙәрен күрмәйәсәкһең, наҙлы ҡулдарында иремәйәсәкһең, йомшаҡ тауышын ишетмәйәсәкһең!
...Гөлсөм Зөлфирәлә Яңы йыл ҡаршыланы. Ейәндәре менән зыҡ килеп уйнаны. Өр-яңы тормош башлайым, тиһә лә, ваҡыты-ваҡыты менән Евгений тураһындағы уй бөркәнсек булып өҫтөнә һирпелде. Әммә ҡатындың уға ҡарата рәнйеүе көслө ине, тиҙ генә был япманы башы аша алып ырғыта барҙы. Арала ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡ ептәрҙе күңеленән ҡайсы менән киҫкеләне, өҙгөләне. Ептәрҙе өҙгөләгән һайын өҙгөләнеүе көсәйҙе. Юҡҡа ғына мөхәббәтте психик ауырыу тимәй икән ғалимдар!
Зөлфирәнең өгөт-нәсихәтен тыңлап, үҙ милләтеңдән яҡшы ир табылыр, бары бергә булырға яҙмаған, онот шуны, тигән фекеренә күнеп, олоғайған көндә үҙеңдең ғөрөф-ғәҙәтеңде тотҡан, үҙең менән мәсеткә йөрөй торған үҙ кешеңде эҙлә, тигән һүҙҙәре менән ризалашып, өҫтөнән ауыр йөк төшкән кеүек ҡайтып инде өйөнә Гөлсөм. Телефонынан, компьютерынан Евгенийҙың фотоларын юйып ырғытты. Ватсапта яҙышҡан яҙмаларҙы юҡ итергә генә батырсылығы етмәне. Шулай ҙа үҙен яуҙан еңеп ҡайтҡан батыр кеүек хис итте. Күңелдәре бөтәйеп, тындары иркенәйеп ҡалды. Балаларын, туғандарын тағы бер ҡат Яңы йыл менән ҡотлап сыҡты. Симешкәле сеүәтәһен алдына алып, ирәйеп китеп телевизорҙан концерт ҡарарға ултырҙы. Ҡапҡа эргәһенә шыжлап килеп туҡтаған машина тауышын да аңғарманы...

Тәнзилә Дәүләтбирҙина.