Уҡытыусы тигән изге һөнәргә бар ғүмерен арнап, үҙ эшен ҙур теләк менән һөйөп башҡарған, балаларға ихлас күңел йылыһын бүлгән педагогтар бихисап. Ошо хеҙмәткә 28 йыл ғүмерен бағышлаған Белорет районы Инйәр ауылының 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Әлиә Марс ҡыҙы Саматова ана шуларҙың береһе.
Ул тыуған Йөйәк мәктәбен тамамлағас та, һис икеләнмәй документтарын М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетына алып бара. Йәш ҡыҙҙың алдында һайлау ҙа тора, әлбиттә. Уны сәнғәт институтына ла имтиханһыҙ уҡырға саҡыралар, әммә олатай-өләсәй ҡулында үҫеп, уларҙың һәр һүҙенә ҡолаҡ һалған ҡыҙ, уҡытыусы һөнәренә өҫтөнлөк бирә.
Биш йыл дауамында абруйлы, талантлы,талапсан уҡытыусыларынан барыһына ла өйрәнеп, тыуған яғына эшкә ҡайта. Бер йыл Белорет район мәғариф бүлегендә тәрбиә эштәре буйынса методист булып эшләгәндән һуң, тыуған Йөйәгенә юллана. Методист булып эшләү мәлендә күптәнге хыялы тормошҡа аша йәш педагогтың – райондағы бөтә ауылдарҙы ла йөрөп күрергә насип була.
Ауылда ике йыл йәшәгән йәш ғаилә,1998 йылда Инйәр ауылына күсенә һәм хәҙерге көнгә тиклем Ә.М. Саматова 2-се мәктәптә тырышып эшләй. Уның үткәргән дәрестәрен уҡыусылары ғына түгел, коллегалары ла бик яратып ҡабул итә, ижади дәрестәрҙән илһам алып сыға. Уҡытыусы-ижадсының дәрестәрендә өйрәнелгән әҫәр геройҙары менән бергә илайһың да, көләһең дә, тормош ҡаршылыҡтарын да бергә еңәһең. Шуға ла күп сығарылыш уҡыусыларынан: “Әлиә Марсовнаның дәрестәрен һағынабыҙ”, – тигән йылы һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.
Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып ул 27 йыл эшләне. Ошо йылдар дауамында мәктәптә генә түгел, район һәм республика кимәлендә үткәрелгән бөтә саралар ҙа юғары кимәлдә үтте.
Уның район кимәлендә ойошторған “Шәжәрә” байрамдары, “Урал батыр вариҫтары” бәйгеһе, “Йәйләү” профилле үҙәге, “Йөрәк һүҙе” шиғри конкурсы, район-ҡала башҡорт теле уҡытыусылары өсөн семинарҙар, асыҡ дәрестәр һәм саралар рухлы, мауыҡтырғыс һәм бик файҙалы булды. Үҙ телен, халҡын, илен яратҡан шәхес кенә шулай бөтә йөрәген, күңелен биреп, ваҡытын йәлләмәй эшләй алалыр ул.
Әлиә Марс ҡыҙын уҡыусылары ла бик ярата, ата-әсәләр ҙә хөрмәт итә. “Балалар яһалмалыҡты яратмай, тиҙ тоя, шуға ла улар менән ихлас, ябай, аңлаусан булыу мотлаҡ. Улар менән йәштәштәр кеүек аралашыу, ауыр саҡтарында терәк, кәңәшсе һәм ярҙамсы булыу – минең төп маҡсатым.
Бөтә бала ла белемле, һәләтле була алмай, иң мөһиме – кешелекле, изгелекле, маҡсатлы булһын тәрбиәләнеүселәрем”, – ти тәжрибәле уҡытыусы. Ата-әсәләр менән дә бер йүнәлештә эшләй белә ул. Килеп тыуған проблемаларҙы сисеп, ҡытыршылыҡтарҙы шымартып, уртаҡ тел табып, бергә тәрбиәләй улар балаларҙы.
Уҡыусылары менән төрлө тәбиғәт ҡомартҡыларына, театрҙарға, музейҙарға сәйәхәт итергә өлгөрә класс етәксеһе. “М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына беҙҙең менән тәртибе үтә маҡтанырлыҡ булмаған бер нисә уҡыусым да эйәрҙе. Ҡурҡып ҡына барҙым, оятҡа ҡалып ҡуймайыҡ тип. Театрға килеп инеү менән егеттәремде алмаштырып ҡуйҙылармы ни! Ә инде спектаклде ҡарағас, иң күп тәьҫораттарҙа булғандары, хисләнеп һөйләгәндәре улар булды.
“Бәхет хаҡы”н ҡарап сыҡҡас, ҡыҙҙарымдың һығылып илап рәхмәт әйткәндәре лә әлегеләй күҙ алдымда”, – тип һөйләй Әлиә Марс ҡыҙы. Әле уның “ҡошсоҡтары” VIII класҡа еттеләр, унан алдағы сығарылыш уҡыусылары араһынан етәүһе республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында белем ала, улар инде IV курс студенттары. Биш уҡыусыһы мәктәпте миҙалға тамамланы. Ҡалғандары ла урта һөнәри белем алалар, хеҙмәт юлындалар, тормошта үҙ урындарын тапҡандар.
Йыл да үткәрелгән мәктәп, район һәм республика конкурстарында Әлиә Марс ҡыҙының уҡыусылары әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Әйткәндәй, талантлы уҡытыусы Инйәрҙең “Елмерҙәк” халыҡ театрының алдынғы актрисаһы булараҡ, тәрбиәләнеүселәрендә лә был һәләтте тиҙ тоя һәм аса белә. Шуға ла шиғыр һөйләүселәр, сәхнәләштереүҙәр булған бәйгеләрҙә улар алдынғылыҡты бирмәй. Уның үткәргән дәрестәре лә – үҙе бер тамаша.
Әлиә Саматованың башланғысы менән беҙҙең уҡыу йортонда өсөнсө йыл инде “Урал батыр мәктәбе” бик яҡшы эшләп килә. Ошо мәктәп сиктәрендә “Урал батыр” эпосына ҡоролған ун тәғлимәт буйынса уҡыу һәм тәрбиә эше алып барыла. Ике йыл иҫәптән егеттәр өсөн “Урал батыр вариҫтары” бәйгеһе ойошторола. Тәүҙә, 2021 йылда, ул Инйәр ауылы тирәһендәге 8 мәктәп уҡыусылары өсөн уҙғарылһа, 2022 йылда район һәм ҡала мәктәптәре ҡатнашлығында үтте. Бәйгелә егеттәр теләп, тырышып, сәмләнеп ҡатнашалар, сара юғары кимәлдә уҙа. Быйылғы “Урал батыр вариҫы – 2023” бәйгеһе инде республика кимәлендә үткәреләсәк. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, Әлиә Саматова был бәйгелә рухлы, милли йолаларға ҡоролған конкурстар индерә. “Ҡатнашыусыларҙа боронғо ҡомартҡыбыҙ – “Урал батыр” эпосына һөйөү уятыу, тыуған ерҙәребеҙгә, тәбиғәтебеҙгә һаҡсыллыҡ тәрбиәләү, башҡорт теленә иғтибарҙы үҫтереү, ирегеттәргә генә хас сослоҡ, таһыллыҡ, көс, батырлыҡ, мәргәнлек тәрбиәләү – төп маҡсатыбыҙ”, – ти остаз.
Әлиә Саматова уҡытыусы ғына түгел, бик һәләтле яҙыусы ла. Уның 2017 йылда яҙылған “Кәкүк” повесын уҡыусылар яратып ҡабул итте. “Ҡолонсаҡ” өлгөлө балалар һәм “Елмерҙәк” башҡорт халыҡ театры менән берлектә был повесты сәхнәләштереп тә күрһәттеләр. Күпме генә ҡуйһалар ҙа, зал тамашасы менән шығырым тулы булды, хатта бер нисә тапҡыр килеүселәр ҙә күп булды. Ошо спектакль менән улар халыҡ театрҙары араһындағы Әхтәм Абушахманов исемендәге конкурста ҡатнашып III урын яуланылар.
“Яҙғандарымды иң тәүҙә кластан тыш уҡыу дәрестәрендә уҡыусыларыма уҡып ишеттерәм. Ни тиерҙәр? Оҡшармы? Уларҙың күҙҙәрендә осҡон ҡабынһа, геройҙарға, ваҡиғаларға ҡыҙыҡһыныу уянып, һорауҙар яуа башлаһа, тимәк, маҡсатыма ирешкәнмен. Балаларым иһә – минең иң тәүге тәнҡитселәрем,” – ти әҙибә-уҡытыусы.
2021 йылдан Әлиә Марс ҡыҙын ҡала һәм райондағы С. Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар берлегенең етәксеһе итеп һайланылар. Йәш етәксе ең һыҙғанып эшкә тотондо. Төрлө конкурстар, китап туйҙары, семинарҙар, осрашыуҙар үткәреп, ойошма ижадсыларын алға әйҙәй ул. Ойошмала бөгөн 30 ҡәләм оҫтаһы, улар бер йүнәлештә берҙәм, татыу ғаилә кеүек ижад итәләр. Әлиә Марс ҡыҙы дәртләндереп, ҡанатландырып, ҡәләмдәштәрен ижад иленә йәлеп итә белә. Егерме авторлыҡта “Аҫылташлы Иҙел башы” исемле йыйынтыҡ та баҫтырҙылар, “Иҙел башы – юл башы” альманахы ла ҡабатлап сыға башланы. 2022 йылдың декабрь айынан Саматова Әлиә Марс ҡыҙы – Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
2018 йылда уның “Баҫҡыста” исемле китабы өсөн райондың Яныбай Хамматов премияһы тапшырылды. М. Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының республика этабында Әлиә Марс ҡыҙының “Өлөш барҙа, үлеш бар” хикәйәһе III урын яулаһа, С. Шәрипов исемендәге бәйгелә “Уйын” хикәйәһе II урынға сыҡты. “Ағиҙелдән – 100 хикәйә” йыйынтығында “Матурһығыҙ” хикәйәһе баҫылып ҡыуандырҙы. Оҙаҡламай З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә уның “Уртаҡ яҙмыш” исемле китабы донъя күрәсәк.
Йөрәген балаларға биргән, һәләтле, тырыш, илһөйәр, телһөйәр уҡытыусы ул беҙҙең Әлиә Марс ҡыҙы Саматова. Ул үҙ артынан эйәртеүсе уҡытыусы ла, кәңәштәре менән дөрөҫ юл күрһәтеүсе остаз да, шифалы һүҙҙәре менән күңел имләүсе лә, бар булмышы менән бирелеп эшләүсе йәмәғәтсе лә, сәхнәлә йөҙөп йөрөп образдар тыуҙырыусы актриса ла, “Тау шишмәһе” башҡорт вокал ансамле йырсыһы ла, серҙәреңде йөрәк төпкөлөндә һаҡлаусы әхирәт тә, туған ептәрен берләштереүсе туған да. Өйөндә ике бәһлеүән кеүек, рухлы башҡорт егеттәрен үҫтереүсе әсә лә ул.
Алтын юбилейың менән, хөрмәтле коллегабыҙ! Һаулыҡ, ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
А.Р. ЙОСОПОВА,
Белорет районының Инйәр 2-се мәктәбе тәрбиәсеһе.