Найти в Дзене

Сауап

Ялда ауылда саҡта бер танышым ярҙам һорап шылтыратты... Тәфсирләп яҙып тормайым. Яҙмыш ҡушыуы, тип кенә китәйем. Уйламағанда үҫмер балаһы яңғыҙы фатирҙа тороп ҡалған. Әсә тиҙ генә ҡайтып етә алмай. Үрһәләнә. Әсә йөрәге түҙмәй...
--Зинһар, үтенеп һорайым, баламды ҡараштырып тор инде. Ҡурҡмай, яңғыҙы фатирҙа йоҡлай ул, мәктәпкә лә тора. Аҡсаһы бар, сығып ашарына ла алыр. Әммә йылы ашты әллә ни үҙе хәстәрләй алмаҫ. Мәктәп кейемдәрен байҡаштыр. Тиҙ генә ҡайтып етә алмайым, бик теләһәм дә. Резеда, һиңә ышанам!
--Ярай, тик мин әлегә ауылда, картуф алышып йөрөйөм, - тинем.
Ысынлап, уйларға ла, һөйләшергә лә ваҡытым юҡ ине. Ҡапыл "ярай" тип әйттем, һүҙҙе лә ҡыҫҡа тоттом. Аҙаҡ үҙем уйландым, ҡурҡынҡыраным да. Кеше балаһы өсөн яуаплылыҡ алыу ҡурҡыныс һымаҡ. Унан үҙ баламды әлеге бала урынына ҡуйҙым. Донъяла ниндәй генә хәлдәр булмай? Йә, ҡапыл дауаханаға инеп китерһең дә, балаң яңғыҙ ҡалып ҡуйһа, йә, командировкаға сығырһың да, машинаң боҙолоп ҡайта алмай ҡалырһың., һ.б. Донъя бит ул... Һауалан

Ялда ауылда саҡта бер танышым ярҙам һорап шылтыратты... Тәфсирләп яҙып тормайым. Яҙмыш ҡушыуы, тип кенә китәйем. Уйламағанда үҫмер балаһы яңғыҙы фатирҙа тороп ҡалған. Әсә тиҙ генә ҡайтып етә алмай. Үрһәләнә. Әсә йөрәге түҙмәй...
--Зинһар, үтенеп һорайым, баламды ҡараштырып тор инде. Ҡурҡмай, яңғыҙы фатирҙа йоҡлай ул, мәктәпкә лә тора. Аҡсаһы бар, сығып ашарына ла алыр. Әммә йылы ашты әллә ни үҙе хәстәрләй алмаҫ. Мәктәп кейемдәрен байҡаштыр. Тиҙ генә ҡайтып етә алмайым, бик теләһәм дә. Резеда, һиңә ышанам!
--Ярай, тик мин әлегә ауылда, картуф алышып йөрөйөм, - тинем.

Ысынлап, уйларға ла, һөйләшергә лә ваҡытым юҡ ине. Ҡапыл "ярай" тип әйттем, һүҙҙе лә ҡыҫҡа тоттом. Аҙаҡ үҙем уйландым, ҡурҡынҡыраным да. Кеше балаһы өсөн яуаплылыҡ алыу ҡурҡыныс һымаҡ. Унан үҙ баламды әлеге бала урынына ҡуйҙым. Донъяла ниндәй генә хәлдәр булмай? Йә, ҡапыл дауаханаға инеп китерһең дә, балаң яңғыҙ ҡалып ҡуйһа, йә, командировкаға сығырһың да, машинаң боҙолоп ҡайта алмай ҡалырһың., һ.б. Донъя бит ул... Һауаланырға, кеше проблемаларына күҙ йомоп ҡарарға ярамайҙыр ул...

Бөгөн кискә генә Сибайға ҡайттым. Ҡыҙымдың әҙерләнмәгән дәресе тора, үҙ өйөмдә эшләнмәгән эштәр... Ике көн көрәк тотоп картуф ҡаҙыу ҙа үҙенекен иткән, бил ауыртынҡырай. Шулай ҙа теге үҫмер иҫтән сыҡмай. Бөгөнгә бармаҫмын, тип уйлап ҡарайым да, тик күңел тынысланмай. Ҡыйын булып тик тора.

Тиҙ генә ҡоймаҡ ҡойоп, аҡ эремсектән сырник бешереп, кишер, помидор ҡушып картуф ҡыҙҙырып алдым да киттем теге балаға... Хәлен белешеп, ашарға ҡалдырып, ҡайтырға сыҡтым. Телефондан әсәһенә "отчет" бирҙем.

--Рәхмәт. Күңелем тынысланды. Буш итмәм йәме, - тип әсә шатланды.

— Миңә ихлас рәхмәтең дә етә, —тинем.

Был донъяла эшләгән изгелектәр үҙең өсөн тиҙәр. Эйе, сауап алыу - яҡшы нәмә. Әммә ҡайһы саҡ, русса әйткәндә, обидно булып китә ул.
Күпме кешегә эшкә урынлашырға ярҙам иткәнем булды, кемдер минең ярҙам менән ғаиләле, кемдер фатирлы, кемдер "правалы" булды... Тик нәҡ шуларҙан ишеткән алама һүҙҙәр... Ҡайһы саҡ кешегә күпме генә ярҙам итһәң дә, бер сынаяҡ сәйен эсә алмайһың. Булғылай... Әлбиттә, быныһы сағыштырыу өсөн. Эш сәйҙә түгел, эш ихлас әйтелгән рәхмәттә шул...хөрмәттә, ихтирамда...

Шулай үпкәле уйҙар уйлап кәйефһеҙләнеп китәм дә "Ярай, Аллаһы Тәғәлә рәхмәтенән ташламаһын!" - тип ҡуям. Шөкөр, тим, бынамын тигән, ауыр саҡта иңен ҡуйыр, кәңәш бирер туғандарым да, дуҫтарым да бар бит әле!