Шаршамбы көнө коллегалар менән көҙгө урманға сыҡҡанда алмағасҡа тап булып, бер аҙ алма йыйғайныҡ. Шул алмаға бөгөнгәсә ҡул теймәй йөрөнө. Бөгөн иртәнсәк ҡайнатма ҡайнатып ҡуйҙым, нәкәнис... Ҡайнатып бөттөм дә йәнә урманға киттем. Юҡ, алма йыйырға түгел, былай ғына, ял итергә...
Урмандан ҡайтҡас, подъезд янында тапанып торҙоҡ та, ҡырҡа боролоп, ҡыҙым менән магазинға киттек... Шул саҡ бер ят номер шылтырата.
--Алло, һин ҡайҙа булдың да ҡуйҙың, яңы ғына машинанан килеп төшкәйнең. Инәһең икән тип подъезға сығып көтөп торһам... Неужели өлгөрмәнем, шулай тиҙ менеп киттеңме ни? Бая барып ишегеңде шаҡығайным, асманың, өйҙә булмағанһыңдыр инде... — тип бытылдап, автоматтан атҡандай хәбәрен теҙҙе был.
Шаҡ ҡатып тик торам. Телефонды ҡолаҡтан алып, телефонға тексәйеп алам да кире тыңлайым.Тауышы таныш һымаҡ. Йәй теге телефоным бер биҙрә һыуҙа йөҙгәс, телефон алыштырғайным бит, күп номерҙар юғалған. Әле бытылдаған инәй күрше инәй булып сыҡты, тора торғас таныным тауышынан...
--Әәәә, инәй, мин