Магазинға сыҡтым. Һалҡын. Сибайҙың үҙендә ҡар яумаһа ла ҡар һыуығы бар, еле әсе. Йомошомдо йомошлап ҡайтып килһәм, бер бала илаған кеүек. Ҡолаҡҡа ишетеләме, әллә ысынмы, тип туҡтаным да текләп ҡарай башланым. Балалар майҙасығындағы горканың башына бер бәләкәй генә малай менеп баҫҡан да илап тора. Майҙансыҡтан ситтәрәк ике ҡыҙ эт янында уйнай. Майҙансыҡ янынан бер инәй менән олатай үтеп бара.
Бәлки, шуларҙың ейәнелер? Юҡ, улар бер ни булмағандай үтеп китте. Яйлап горкаға яҡынланым:
- Горканан шыуып төшөргә ҡурҡып тораһыңмы әллә? - тип һораным.
- Эттән ҡурҡам, - тип түгелеп илап ебәрҙе.
- Эт янындағы ҡыҙҙар һинең апайҙарыңмы?
- Юҡ, у меня нет сестры.
- Яңғыҙ сыҡтыңмы ни?
- Даааа.
Артабанғы һорауымды биреп тә өлгөрмәнем, малай тағы ла нығыраҡ түгелеп иларға кереште:
- Домой хочуууу.
- Әйҙә, төш, - пакетымды ултырғысҡа ҡуйып, горканың тәүге баҫҡысына баҫып, ҡулымды һуҙҙым. Салбар балағы лыс һыу булған, бите маңҡаға буялған малайҙы төшөрөп алдым.
- Ҡайҙа йәшәгәнеңде беләһеңме?
Малай ҡа