Бөгөн мәктәп йәрминкәһенән артып ҡалған ике һауыт ҡурмасты коллегаларға өләшкәс, водителебеҙ ҡыуанып китте.
--Мәктәпте бөткәндән алып ҡурмас ашағаным юҡ ине,--тине 36 йәшлек егетебеҙ.
Шулай шул. Элек мәктәптә йәрминкә була тиһәләр, әсәйҙәр мотлаҡ ҡурмас ҡура ине. Ошо традицияны тотоп, ике йыл рәттән өләсәһе ҡыҙыма ҡурмас әҙерләп бирә. Ә хәҙерге балалар уның нимә икәнен дә белмәй. Уҙған йыл бер бала: "Даже пшеница һаталар", - тип аптараған тиҙәр.
Әйткәндәй, мәктәп йәрминкәһендә балалар ҡурмас, талҡан, ҡоротҡа ҡарамайҙар ҙа. Өләсәләре, әсәләре, аталары ала алыуын.
Замана йәрминкәһе бигерәк бай. Нимә генә юҡ! Әсәйҙәрҙең оҫталығына, фантазияһына хайран ҡалмалы!
Бөгөн башҡорт лицейындағы йәрмикәлә булып, иҫем китеп, шаҡ ҡатып, башым әйләнеп, күҙем ҡамашып 😂😂😂 килеп сыҡтым. Хатта йүнләп фото ла төшөрмәгәнмен икән...
Был замана балалары үҫкәс йәрминкәне нисегерәк иҫкә алыр икән? Тәмле -татлы, төрлө төҫкә мансылған тәмлекәстәр урыны итеп күҙ алдына килтерерҙәр ул... Беҙҙең һымаҡ ҡурмас ҡына һөйләп ултырмаҫтар)))
Ә һеҙҙә мәктәп йәрминкәһе ниндәй ассоциация тыуҙыра?