Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ауылда тарихты һөйләрлек ололар бөтөп бара...

Белорет райоынының Аҙнағол ауылында талантлы рәссам Рим Юнысов исемендәге йорт-музей асылды. Рим Әхмәт улы Белорет районының Аҙнағол ауылында тыуған, Сермән урта мәктәбендә уҡыған, Магнитогорск педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлаған. Ул – СССР-ҙың Рәссамдар союзы, Рәсәй рәссамдар союзы, “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы һәм Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты. Сибайҙа йәшәй һәм эшләй. Унда Башҡорт художество гимназияһын, Учалыла Һәм Приморье крайында Урал аръяғы рәссамдары йәмғиәтен ойоштора. 2005 йылда Сермәндә художество галереяһын аса. Рим Юнысов үҙенең картиналарының күбеһен тәбиғәттән яҙа. Йыш ҡына тыуған ауылына килә, яҡташтары менән аралаша һәм фронтовиктарҙың хикәйәләрен тыңлай. Уның картиналарында аҙнағолдар туғандарын һәм яҡындарын, яҡташтарын таный. Рим Әхмәт улы тере сағында тыуған яғында музей асырға хыяллана, уға үҙенең мираҫын тапшырырға теләй. Бөгөн рәссамдың туғандары һәм яҡындары уның эшен дауам итә, ауыл тарихы һәм Рим Әхмәт улының картиналары йәшәйәсәк урын барлыҡҡа килде. “Минеңсә, был һәр кем өсөн мөһим ваҡиға. Балаларҙың һәм йәштәрҙең тыуған төйәгенең тарихын белеүе бик мөһим. Был объектты булдырыуға өлөш индәргәндәрҙең барыһына ла, айырыуса Рим Әхмәт улының туғандарына һәм яҡындарына, Сермән ауыл биләмәһе башлығы Айытбай Зәбир улы Әйүповҡа рәхмәт. Йорт-музей Аҙнағолдоң мәҙәни үҙәген булдырыуҙың башы булыр, тип ышанам”, – тип уртаҡлашты Белорет район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта. Ысынлап та, рәссам Рим Юнысов исемендәге йорт-музейҙы асыуға урындағы халыҡ, айырыуса Сермән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов ҙур көс һала. - Ауылда музей асыу тураһында Рим ағай менән күптән һөйләшеп йөрөгәйнек. 2055 йылда Сермән ауылында күргәҙмә асҡан саҡта ул: "Ҡустым, ауылдың музейын эшләйек", - тине. 2021 йылда йәйен ауылға килгәндә тағы ла ошо мәсьәләне күтәрҙе. Ысынлап та, ауылда тарихты һөйләрлек ололар бөтөп бара. Ауылдың үткәнен йәш быуынға кем еткерер? Әле Рим Юнысовтың эштәре бер стенаны биҙәй. Ҡалған урында ауылдың тарихын яҡтыртҡан мәғлүмәттәр, документтар, билдәле ауылдаштарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр ҡуйыласаҡ. Мәҫәлән, беҙҙең Аҙнағолдан сыҡҡан яҙыусы Тайфур Сәғитов тураһында ла мәғлүмәттәр булырға тейеш. Унан тыш Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, тылда эшләгән, колхозда эшләп, илде аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индергән ауылдаштар тураһында мәғлүмәттәрҙе туплау бурысы тора. Был бит беҙҙең тарих, уны һаҡлап ҡалыу өсөн ошо музейҙы астыҡ та инде. Был изге эштә ауылдаштарым, Сермән ауыл хакимиәте һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Рим Әхмәт улының туғандары ярҙам итте, барыһына ла рәхмәт. Күмәк көс менән, республикала быйыл иғлан ителгән Файҙалы эштәр йылында, Атайсалыбыҙға үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек, - тине Айытбай Зәбир улы. Фото: vk.com/ivaniutaandrei