Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡорамалдың ҡулланыу даирәһе киң

Балтас үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, “РуСкан 60” ультратауыш сканеры алынды. Өс ай эсендә заманса техникала биш меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән. Диагностика үткән егерме кеше онкология сиренә шик менән өҫтәмә тикшереүгә ебәрелгән. Аппарат юғары сифатлы һүрәттәр алыу өсөн заманса технологиялар менән йыһазландырылған.Ультратауыш системаһы ҡорамалдың киң клиник ҡулланылышын тәьмин итә. Шул иҫәптә – акушерлыҡ, гинекология, абдоминаль тикшереүҙәр һәм маммология, урология һәм эхокардиография, ҡан тамырҙарын тикшереү, онкологияла. –Яңы ҡорамал ҙур техник мөмкинлектәргә эйә. Киң функциялар һәм аныҡ һүрәттәр табипҡа ағзалағы патологик үҙгәрештәрҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итә, – тип билдәләне ультратауыш диагностикаһы табибы Эрнст Кәримов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.