Хәйбулла районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы ултырышта яңы инвестиция проекты ҡаралды. Азамат Бохарбаев сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашты. Азамат Ғәли улы Аҡъяр ауылында йәшәй, умартасылыҡ менән шөғөлләнә (бал һәм башҡа умартасылыҡ продукттарын етештереү һәм һатыу). Уның умарталығы Йәнтеш ауылы янында урынлашҡан. Азамат Бохарбаев хужалығын киңәйтергә һәм үҙ территорияһында агротуризмды үҫтереү менән шөғөлләнергә ниәтләй. Бының өсөн ул бал ҡорттары менән дауалай торған апийорт, шулай уҡ ҡунаҡтар саф һауанан һәм тәбиғәттең хозур күренештәренән ләззәт ала алырлыҡ өҫтәл менән беседка һатып ала. Азамат Ғәли улы үҙенең проектын үҫтереү өсөн «2022-2027 йылдарға Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районында эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү» муниципаль программаһы сиктәрендә дәүләт финанс ярҙамына (сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға) документтар тапшырҙы. Уның планында туристарҙы йәлеп итеү генә түгел, ә тәьмин итеүсе инфраструктура булдырыу, территорияны төҙөкләндереү һәм тәбиғәттә ял итеү өсөн шарттар булдырыу. Проектты үҫтереү сиктәрендә ҡортсолоҡ буйынса оҫталыҡ дәрестәре, умарталыҡ буйлап экскурсиялар үткәрергә, шулай уҡ туристик маршруттар ойошторорға йыйына. Уның инициативаһы туристарҙы йәлеп итеүҙән тыш, умартасылыҡ традицияларын һаҡлап ҡалырға, ауыл туризмын үҫтерергә һәм беҙҙең районда инфраструктураны яҡшыртырға ярҙам итер, тип ышана ул. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.