Найти тему
Башҡортостан гәзите

Аэрокосмик вуздар етәкселәре Өфөлә

Өфө фән һәм технологиялар университетында Рәсәй аэрокосмик вуздары консорциумында ҡатнашыусыларҙың дөйөм йыйылышы үтте. Сара Мәскәү авиация институты ректоры, Консорциум президенты Михаил Погосян етәкселегендә барҙы. Өфө университеты ректоры Вадим Захаров һәм инновация эшмәкәрлеге буйынса проректор Георгий Агеев вуэдың экосистемаһы менән таныштырҙы, атап әйткәндә, Берҙәм инновация комплексы, иң яҡшы белем биреү практикалары, студенттарҙың конструкторлыҡ бюроһы, “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженер мәктәбе майҙандары, студент командаларының уйлап табыуҙары, инфраструктура объекттары менән. Студенттар һәм профессорҙар-уҡытыусылар составы алдында аэрокосмик баҙарҙарҙың киләсәге тураһында Михаил Погосян сығыш яһаны. Аҙаҡ ул кадрҙар әҙерләү, һанлаштырыу дәүерендә инженерға кәрәкле булған компетенцияларға туҡталды. –Вуздар инновацион идеяларҙың генерация үҙәге булырға тейеш, шуға күрә беҙ яңы продукция етештерергә һәләтле комплекслы инженерҙар әҙерләргә тейешбеҙ. Уларҙың булған техника өлгөләрен хеҙмәтләндереүе генә етерлек түгел, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Йыйылыштың көн тәртибендә аэромобиллек һәм пилотһыҙ осоу аппараттары өлкәһендә стратегик проекттарҙы үҫтереү буйынса вуз-ара хеҙмәттәшлеккә, “Роскосмос” корпорацияһы менән перспективалы эш йүнәлештәре, Һанлы кадрҙар платформаһына ҡағылған мәсьәләләр ҡаралды. Аэрокосмик университеттар етәкселәре юғары белем биреүҙең яңы системаһына күсеү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. –Бөгөн Өфө университеты аэрокосмик вуздар консорциумында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте. Хеҙмәттәштәребеҙ менән вуз-ара кооперация перспективалары һәм әһәмиәтле бурыстар хаҡында фекер алыштыҡ. Берлектәге ҙур инженер проекттары Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусы майҙандарында ла тормошҡа ашырылырына ышанам,– тине Вадим Захаров. Фото: https://pravitelstvorb.ru/