Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ике ҡатын менән нисек көн итер?

Был ҡатын менән йәмәғәт транспортында – “ГАЗель” машинаһында – осрашҡайныҡ. Уға, күрәһең, күңелен күптән өйкәп йөрөгән һүҙҙәрен кемгәлер еткерергә кәрәк булғандыр. “Аптырама, һеңлем, һиңә һөйләгәнгә. Әйтмәйенсә бер нисек тә булмай, эштә хеҙмәттәштәргә барыһын да белдерергә яраймы ни?! Кәрәкмәй ҙә! – тип башланы хәбәрен йәше инде ете тиҫтәгә етеп барған ҡатын. – Эйе, ни ҡылырға белмәгәнлектән, эшкә әле һаман йөрөйөм, күңел бушлығын хеҙмәт менән баҫам... Үтте инде ғүмерем. Улымды 40 йәшемдә генә таптым. Берҙән-берем, терәгем, таянысым ул ғына. Тик бына Роберт һуңғы ваҡытта бөтөнләй үҙгәрҙе. Ғөмүмән, ғаиләбеҙҙәге тормош пыран-зыран килде...” Роберт әле икенсе тапҡыр өйләнгән икән. Беренсе ҡатыны менән тормошо барып сыҡмағас, айырылышҡандар. Ә яңы кәләше Әминә - теле телгә йоҡмай тетелдәп торған, зәһәр уңған ҡатын. Заманы шулай, бындайҙар тормошта юғалып ҡалмай, тип тынысланырға мөмкин булыр ине лә... Тик Роберттың әсәһенә килененең улын үҙенең “теҙгене"ндә генә тотоуы оҡшамай. “Роберт, тегене эшлә, Роберт, быны былай ит!” – тип бойороп тик ултыра килен. Ә улым уның һүҙенән бер ҙә сыҡмай. Бер ни әйтерлек түгел киленгә. Етмәһә, мине ейәнле итергә лә ашыҡмайҙар. Исмаһам, үҙемә 80 йәшкә етергә яҙып, ейән һөйә алһам ине...” – тип юл буйы һөйләне аһ-зарын ҡатын. Шым ғына тыңлап барҙым уны. Һуңғараҡ ҡатынды ла, улын да йәлләберәк ҡуйҙым. Ир кеше бер ҡыйыҡ аҫтында үҙенә иң яҡын, шул уҡ ваҡытта үҙ-ара аңлаша алмаған ике ҡатын – әсәһе менән кәләше – менән нисек көн итер? Ә хаҡлы ялдағы ҡатын, күңеленә тыныслыҡ эҙләп, эшләп тик йөрөргә тейешме икән?.. Фото: ru.wallpaper.mob.org