Сөгөлдөр - сәләмәтлек сығанағы!
Был йәшелсә фолий, бор, марганец, магний, тимер, калий, органик кислоталарға бай. Ундағы С һәм В6 витаминдары күп сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймай.
Сөгөлдөр ашарға яратыусыларҙың ҡанында тимер күләме күтәрелә. Күрем циклы боҙолғанда ла уны ашау рационына индереү кәңәш ителә. Был йәшелсәләге С витамины иһә тән тиреһен шымарта, ҡанды таҙарта. Тағы сөгөлдөр ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген, матдәләр алмашыныуын көйләй, эс ҡатыуға юл ҡуймай. Был йәшелсә пектиндар организмда йыйылған токсиндарҙы, ауыр металдарҙы, холестеринды сығарыуға булышлыҡ итә.
Яман шеш ауырыуының башланғыс статияһында ас ҡарынлай яңы һығылған сөгөлдөлдөр һуты (1:1 күләмендә таҙа һыу менән бутап) эсергә кәңәш ителә. Шулай уҡ шифаһы күберәк булһын өсөн йәшелсәне аҙнаһына 1-2 тапҡыр булһа ла сей килеш ашарға кәңәш итәләр.