Иртән тороуға күҙегеҙ шешенгәнме? Борсолмағыҙ, уны бөтөрөү өсөн 10 минут та етә.
Бәләкәйерәк бер картуфты әрсеп, һыуытҡысҡа һалып тороғоҙ ҙа, унан 5 мм ҡалынлығында ике киҫәк ҡырҡып алып, 10 минутҡа күҙ ҡабағына һалығыҙ. Аҙаҡ күҙегеҙҙе һалҡынса һыу менән йыуығыҙ.
Медицина фәндәре докторы, дерматолог Ава Шабман белдереүенсә, картуф күҙ шешеүен генә бөтөрмәй, күгәргән тирегә лә үҙ төҫөнә ҡайтырға булышлыҡ итә. Крахмал – елһенеүгә ҡаршы матдә.