Найти тему

"Йэшлек" гүзәле" - Диана АБДУЛЛИНА

Диана Морат ҡыҙы Абдуллина – шифалы шишмәләр төйәге Ғафури районының Красноусол ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Уңған, һылыу, тырыш ҡыҙ  Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатын тамамлағас, БДМУ колледжында белем ала. Студент сағында “Һылыуҡай” студияһында шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта республика кардиология үҙәгенең терапия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Миһырбанлы, ярҙамсыл, кешелекле ҡыҙҙы бергә эшләгән хеҙмәттәштәре лә, пациенттар ҙа хөрмәт итә.
Һүрәт төшөрөргә, бигерәк тә, яңы ғына күргән, кисергән тәьҫораттарын ҡағыҙ биттәрендә һынландырырға, музыка тыңларға ярата. Әҙәби китап уҡырға әүәҫ, хәҙерге башҡорт прозаһы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. 
Ата-әсәһенә, һеңлеһе Миленаға терәк-таяныс. Тормошто ярата, һәр атҡан таңын ҡыуанып ҡаршы ала.  “Күңеле матур кеше йәмһеҙ булмай”, – ти ул.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.