Найти тему
Башҡортостан гәзите

Беҙҙекеләр йәнә әүҙемлек күрһәтә

21 июлдә Һамар өлкәһендә Волга буйы федераль округының “iВолга-2023” йәштәр форумы старт алды. – Башҡортостан данын һәр ваҡыттағыса иң әүҙем һәм талантлы йәштәр яҡлай. Улар республиканың һәр юғары уҡыу йорто менән берлектә үткәрелгән “Мини-iВолга” форумының белем биреү программаһын үтте. 2022 йылда беҙ Волга буйы федераль округында йәлеп ителгән грант аҡсаһы буйынса беренсе булдыҡ. Дөйөм сумма өс миллион 261 мең һумға барып етте, – тине Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук. Быйыл Башҡортостан Республикаһы “Тәрбиә оҫталары” профилле сменаһын ойоштора. Шулай уҡ форум сиктәрендә проектар конкурсы үткәрелә. Иң шәп авторҙар уларҙы тормошҡа ашырыуға грант аласаҡ. Фото: https://molodez.bashkortostan.ru/