Ошо көндәрҙә Ҡурған ҡалаһында өлкә һабантуйы үтте. Башҡортостан Республикаһының Урал төбәгендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Әлфир Байымов сараға бәйле тәьҫораттары менән уртаҡлашты. «Рәсәй үҙенең төбәктәре һәм күп милләтле халҡы менән көслө. Шуныһы ҡыуаныслы, Ҡурған өлкәһендә илебеҙ халыҡтарының милли йолаларын, мәҙәниәтен һаҡлайҙар, үҫтерәләр. Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы Илһам Фәтҡуллин менән бергә Ҡурған өлкәһе һабантуйында ҡатнаштым. Хакимиәт башлығы Фаил Мөхәмәҙиев етәкселегендә Дыуан районы икенсе йыл рәттән бында республикабыҙ исеменән уңышлы сығыш яһай, үҙ ҡаласығын булдыра, халыҡ кәсептәре күргәҙмәләрен ойоштора, ижади коллективтарын алып килә. Илһам Зөфәр улы Ҡурған өлкәһе губернаторы Вадим Шумковҡа 1920 йылғы Башҡорт АССР-ы картаһын бүләк итте. Унда - әлеге Ҡурған өлкәһенең бер өлөшө булған Ялан кантоны Башҡортостан Республикаһы составында. Тимәк, был бүләк төбәктәребеҙ араһында иҡтисади һәм мәҙәни генә түгел, ә тарихи бәйләнеш тә барлығы хаҡында һөйләй. Ҡурған өлкәһендә ауыл хужалығы эшсәндәренең яҡшы хеҙмәтен дә күрҙем. Яҡшы уңыш, яңы еңеүҙәр көтәбеҙ!» - тип хәбәр итте Әлфир Байымов. Фото: Әлфир Байымов