Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 4-се полиция бүлегенә 54 йәшлек ир мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Ул полиция хеҙмәткәрҙәренә ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында әсәһенең ҡунаҡта булыуын, ә уның кеҫә телефонына билдәһеҙ кешенең шылтыратыуын һөйләне. Мутлашыусылар үҙҙәрен Дәүләтхеҙмәткәрҙәре тип таныштыра һәм ирҙең аккаунты боҙолған һәм уның шәхси мәғлүмәттәрен билдәһеҙ кешеләр үҙләштергәнен хәбәр итә. Шулай уҡ шылтыратыусы ҡала кешеһенә “битте һаҡлау өсөн” хәбәр итергә кәрәк булған код менән смс-хәбәр киләсәген хәбәр итә. Был хәбәр ирҙе шаҡ ҡатырған һәм ул мутлашыусыларҙың күрһәтмәләрен үтәй башлаған. Ҡала кешеһе смс-хәбәрҙә күрһәтелгән кодты атаны. Ошо мәлдән алып енәйәтселәр ҡала халҡының эшмәкәрлеген телефон аша даими контролдә тота һәм бәйләнештә була. Улар шәхси мәғлүмәттәрҙе “һаҡлау” хеҙмәттәренә түләр өсөн 600 мең һумлыҡ кредит алырға ҡушты. Ул саҡта 54 йәшлек ир Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Открытие” банкы бүлексәһенә мөрәжәғәт иткән. Кредитҡа ғаризаны рәсмиләштереү барышында мутлашыусылар зыян күреүсене телефонында күҙәтеү аҫтында тота. Ир менән һөйләшеү барышында “Открытие” банкы хеҙмәткәре Алина Дубровина клиенттың үҙен тынысһыҙ тотоуына иғтибар итә, шулай уҡ уның билдәһеҙ кеше менән һөйләшеүен дә ишетә, ул телефон аша кредит алырға ҡуша. Асыҡланыуынса, банк 54 йәшлек иргә мутлашыусылар теләгән суммаға рөхсәт итмәй, 500 мең һум күләмендә кредит бирелә. Әммә мутлашыусылар ҡорбанды ҡулдан ысындырмай һәм әҙерәк суммаға ризалаша. Бәхеткә күрә, был ваҡыт эсендә банк хеҙмәткәре хәлде дөрөҫ баһалай һәм ирҙең мутлашыусылар йоғонтоһонда булыуын аңлай. Шул саҡта ул уның менән иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрә, уны алдарға маташыуҙарын аңлата һәм кредит ғаризаһын кире ҡаға. Республика Эске эштәр министрлығы етәкселеге банк хеҙмәткәренең енәйәтте иҫкәртеүҙәге эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Александр Прядко Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Открытие” банкы клиенттарын хеҙмәтләндереү буйынса менеджеры Алина Дубровинаға әүҙем гражданлыҡ позицияһы, уяулығы, эске эштәр органдарына IT-енәйәттәргә ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы. Полиция хоҡуҡ һаҡлау органдары, банк ойошмалары һәм дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең бер ҡасан да шикле операциялар тураһында хәбәрҙәр менән граждандарға шылтыратмауын һәм кредит алырға тәҡдим итмәүен иҫкә төшөрә. Сит кешеләр менән һөйләшкәндә хәүефһеҙлектең төп ҡағиҙәһе уяулыҡ икәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Һәр алынған мәғлүмәтте ҡабаттан тикшерергә мөмкин: банк ойошмаһына шәхсән килергә, ҡыҙыу линияға шылтыратырға йәки полицияға мөрәжәғәт итергә. Пресс-служба МВД по Республике Башкортостан. Фото: spb.mk.ru