Республикала инде өсөнсө йыл рәттән “Атайсал” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Был сара илһөйәр яҡташтарыбыҙға изге ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыу эшендә дәрт, сәм өҫтәне тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Туймазы районында ла ошондай илһөйәрҙәр бар. Бөгөн һеҙҙе уларҙың береһе – Азат Макарим улы Ғимазетдинов менән таныштырабыҙ. Азат Макарим улы үҙенең фекерҙәштәре менән бергә “Атайсал” проекты сиктәрендә райондың Илсембәт ауылында дүрт эште ғәмәлгә ашырыуға өлгәшкән. – Беҙҙең төркөм ватсапта “Беҙ бит ауыл егеттәре” ауыл халҡы һәм унан сыҡҡан ир-егеттәрҙән тора. Тобакүлде һәм уның тирә-яғын төҙөкләндереү, тергеҙеү менән бер нисә йыл шөғөлләнәбеҙ. Бөгөнгә күп эштәр башҡарылған. Яҡтылыҡ өсөн бағаналар ҡуйылған, электр уты үткәрелгән, аэрация өсөн насостар һатып алынған, мотопомпа һәм балыҡ селбәрәләре ебәрелгән, күл тәрәнәйтелгән, биләмәһе ҡыуаҡлыҡтарҙан һәм ҡый үләндәренән таҙартылған, эргә-тирәһен таҙартыу буйынса өмәләр үткәрелә, пирс ҡуйылған (шул иҫәптән йылғаһында ла). 2022 йылда халыҡ ял итеү, эйеү өсөн урын эшләнде. Быйыл ял итеү зонаһы эйгестәр, ултырғыстар һәм тағы ике эскәмйәләр менән тулыландырылды. Беҙ иҫ киткес матур ерҙә йәшәйбеҙ! Беҙҙең ауылда Ыҡ йылғаһы аға, ике күл бар. Ауылыбыҙ һәм уның халҡы өсөн бындай ял итеү урындары кәрәк. Биләмә таҙартылды һәм унда үлән сәселгән, уны даими ҡырҡып, тәрбиәләп торалар. Бөтә эш “Беҙ бит ауыл егеттәре” төркөмөнөң аҡсалата һәм физик ярҙамы арҡаһында башҡарыла, – тип уртаҡлашҡан Азат Макарим улы "Атайсал" проекты сайтында. Шулай уҡ Илсембәт ауылында, башҡа күп кенә ауылдарҙағы кеүек үк, Яңы йылды байрам итеүгә ихлас әҙерләнәләр. 2021 йылда “Беҙ бит ауыл егеттәре” төркөмө егеттәре байрам мөхитен тағы ла нығыраҡ биҙәү, йәнләндереү маҡсатында Яңы йыл майҙансығын биҙәү эшен үҙ өҫтөнә алған – Яңы йыл алдынан ауыл халҡы өсөн шыршы, Ҡыш Бабай, Ҡар бабай ҡуйғандар. Халыҡ иһә Яңы йыл биҙәүестәрен, уйынсыҡтарҙы, мишураны алдан әҙерләп ҡуйған. Илсембәт ауылы халҡы менән берлектә күлде тергеҙеү һәм уның биләмәһен төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эшкә йомғаҡ яһау хөрмәтенә 2 июлдә “Ауыл кисе” байрамын уҙғарасаҡ. Унда эстрада артистары – Ләйлә и Рөстәм Ғәлиевтәр, Гөлназ Мөхәмәҙиева, Данил Нуриханов һәм ауылдың һәүәҫкәр артистары менән концерт ойоштороу ҡаралған. Шулай уҡ сауҙа һәм уйындар ойоштороласаҡ. Планлаштырылған сығымдар – концерт өсөн түләү, сәхнә ҡуйыу һәм эргә-тирәләге биләмәне биҙәү, уйындар үткәреү өсөн бүләктәр һатып алыу һәм башҡа сығымдар изге күңелле яҡташтар ярҙамында хәл ителәсәк. Фото: ataisal.ru