Күгәрсен районы Мораҡ ауылының "Төньяҡ" биҫтәһендә балалар һәм өлкәндәр өсөн уңайлы ял зонаһы асылды. Был "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы ярҙамында мөмкин булды. Быға тиклем төҙөкләндерелгән майҙансыҡта промтоварҙар һатыу өсөн сауҙа павильоны урынлашҡайны. Ауыл халҡы павильонды биш йылдан ашыу файҙаланмаған, ә биләмә буш торған. Подрядсы апрель уртаһында төҙөлөш эштәрен башлаған һәм бына ике айҙан һуң Күгәрсен районы халҡын яңы парк ҡыуандыра. Объекттың хаҡы республиканың өҫтәп финанслауын иҫәпкә алып 9 миллион һум самаһы тәшкил итте. Төҙөкләндереү өсөн был биләмәне район халҡы былтыр https://02.gorodsreda.ru/ сайтында рейтинг тауыш биреүе барышында һайлаған. "Парк ауылдың өлкәндәренә һәм бәләкәй кешеләренә лә оҡшар, тип ышанам. Артабан улар бында бөтә ғаилә менән килеп, ваҡытты файҙалы үткәрер. Паркка килеүселәрҙән яңы төҙөкләндерелгән биләмәгә һаҡсыл ҡарауҙы һорайбыҙ. Артабан бөтә район буйынса, шул иҫәптән район үҙәгендә ошондай балалар майҙансыҡтары һәм ял зоналары төҙөргә ниәтләйбеҙ", - тип билдәләне Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Исҡужин. Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и гоодская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Күгәрсен районы хакимиәте.