Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Сәләмәтлек поездары” – алты маршрутта

Быйыл “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башланғандан алып, белгестәр 33 610 кешене ҡабул итте, ун меңгә яҡын тикшереү үткәрелде, шул иҫәптән, алты меңдән ашыу флюорография, өс мең ярымға яҡын маммография тикшереүҙәре. 962 кешенең ҡанында глюкозаның, 1 471 пациентта холестериндың юғары булыуы асыҡланған. Ҡан баҫымы күтәренке булғандар – 1 668, тән ауырлығы норманан артыҡ булған пациенттар 1 344 кеше тәшкил иткән. Тәүге тапҡыр асыҡланған социаль әһәмиәтле сирҙәр ҙә байтаҡ – 924 кешелә асыҡланған. Уларҙың араһында – йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш, шәкәр диабеты, һигеҙ кешелә туберкулез сирҙәре булыуы билдәле. Бригадалар алты районда графикка ярашлы эштәрен дауам итә: Белорет маршруты Учалы районында эшен тамамлай (23.05–24.05 - Уральскиҙа, 25.05 – 26.05 - Миндәктә). Дыуан маршруты Дыуан районында эшен дауам итә (23.05–24.05 - Вознесенкала, 25.05–26.05 - Ярославкала). Нефтекама маршруты Асҡын районында эшен тамамлай (22.05 – Үрмияҙҙа, 23.05 - Арбашта, 24.05 - Иҫке Ҡаҙансыла) һәм Балтас районында (25.05 - Шауъяҙыла, 26.05 - Тушҡырҙа) эш башлай. Октябрьский маршруты Баҡалы районында (22.05–24.05 - Мостафала, 25.05 - Михайловкала) эш башлай. Стәрлетамаҡ маршруты Стәрлетамаҡ районында эшен тамамлай (23.05 - Уҫылыла) һәм Ишембай районында (25.05–26.05 - Ҡолғонала) эш башлай. Өфө маршруты Архангел районында эшен дауам итә (23.05–24.05 - Валентиновкала, 25.05–26.05 - Тәүәкәстә). Акция барышында республиканың бөтә райондары йәлеп ителәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.