Яңауылда Еңеү көнөнә арналған “45-се йылдың яҙы” фестивале гөрләп уҙҙы. Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто ойошторған сара төрлө йәштәге балаларҙы үҙенә йыйҙы. Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр, ҡала һәм ауыл мәктәптәре уҡыусылары – фестивалдең төп ҡатнашыусылары. Улар Еңеү көнөнә арналған шиғырҙар, йырҙар, театрлаштырылған композициялар менән сығыш яһаны. Фестивалде 6-сы балалар баҡсаһының “Василек” йыр ансамбле асты. Ихлас күңелдән яңғыраған шиғырҙар, дәртле бейеүҙәр ҡул сабыуҙар менән оҙатылды. Кескәйҙәргә генә хас самимилек менән башҡарылған һәр номер тамашасыларҙың йөрәгенә үтеп инде, һоҡландырҙы һәм тетрәндерҙе... Фото: “Яңауыл таңдары”.