Быйыл мартта Башҡортостанда ипотека кредиттары 33 процентҡа күберәк рәсмиләштерелгән һәм 4428 тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса төбәк илдә - алтынсы, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Ошо хаҡта Башҡортостандың Төҙөүселәр ассоциацияһы, “Домклик” күсемһеҙ милек федераль порталына нигеҙләнеп, хәбәр итте. Ипотека килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу көрсөклө хәлдәрҙе әкренләп йырып сығыу һәм иҡтисадтың ыңғай үҫеше тураһында һөйләй. Былтыр, 2021 йыл менән сағыштырғанда, Башҡортостан банктарында ипотека кредитын рәсмиләштереү 19 процентҡа артҡан һәм 390 миллиард һум тәшкил иткән. Тап ипотека кредиттары Башҡортостанда торлаҡты сафҡа индереү рекордын ҡуйырға булышлыҡ иткән. Һөҙөмтәлә беренсе тапҡыр республикала өс миллион квадрат метрҙан артҡан. Был торлаҡтың 1 миллион 170 мең квадрат метры Өфөлә төҙөлгән. Был ҡала тарихында, шул иҫәптән совет осорон да иҫәпкә алып, абсолют рекорд ҡуйырға булышлыҡ иткән. 2021 йыл рекорды ике мең квадрат метрға яҡшырған. Пандемияға тиклемге 2019 йыл менән сағыштырғанда, төҙөлөш тармағы күрһәткестәре 60 процентҡа артҡан. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын да тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: www.olx.uz