Хеҙмәт һәм яҙ байрамы алдынан Донбасстан һөнәри бурыстарын үтәп ҡайтҡан бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырылды. Тантаналы һәм илебеҙ өсөн әһәмиәтле сарала ҡатнашҡан Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, “Берҙәм Рәсәй”партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Руслан Насретдинов, Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева, республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин наградланыусыларға профессияларына тоғролоҡтары, ҡаһарманлыҡтары, ярҙамсыллыҡтары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. Был юлы наградаға лайыҡ булғандар һаны айырыуса күп, улар араһында табиптар, техник хеҙмәткәрҙәр менән бер рәттән, водителдәр, уҡытыусылар, ғалимдар, төрлө кимәлдәге етәкселәр ҙә етерлек. Табиптарҙың күсмә бригадаһы етәксеһе, хирург-травматолог Азат Радик улы Әхмәҙиев әйтеүенсә, яңыраҡ Красный Луч ҡалаһы халҡына медицина ярҙамы күрһәтеп тыуған яҡҡа ҡайтҡан белгестәр араһында республикабыҙҙың төрлө райондары табиптары бар. Баш ҡаланың медицина хеҙмәткәрҙәренән тыш, Борай, Шишмә, Илеш һәм башҡа район белгестәре үҙҙәренең ныҡышмалылығын һәм оҫталығын күрһәткән. ”23 кеше бер ғаиләләй булып, бурысты 200 процентҡа үтәп ҡайттыҡ тип әйтә алам. Егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың бөтәһе менән дә сикһеҙ ғорурлыҡ кисерәм. Стоматолог, невропатолог, терапевт, окулист, хирург, анестезиолог һәм башҡа белгестәрҙең һәр береһе өлөшөнә ҙур һынау төштө. Тырышлығыбыҙҙы күрҙеләр, урындағы халыҡ беҙҙе ҙур рәхмәттәр әйтеп оҙатты. Ҡайтып етеү менән яҡташтарым йәнә ең һыҙғанып тыуған коллективында эш башланы”. Наградланыусылар араһында Донбасста ике тапҡыр булырға өлгөргән водитель Вадим Рахманғолов менән таныштыҡ. Ул былтыр май һәм август-сентябрь айҙарында Красный Лучта 21 метр оҙонлоғондағы күсмә поликлиника менән табиптарҙы тораҡтар буйлап йөрөткән. Бындай мөһабәт машинаға идара итеүҙе һәр водитель булдыра алмауы билдәле, ә Вадим – элекке тәжрибәле “дальнобойщик”. “Машинала ете кабинет бар, бер юлы шунса белгес табиптарҙы ҡабул итә. Күсмә поликлиника тулыһынса йыһазландырылған. Халыҡты ҡабул итеп ҡайтҡандан һуң да тик ултырманыҡ, карточкалар тултырҙыҡ, төрлө эштәрҙе башҡарҙыҡ”,– ти егет. Тәүге сәфәргә ул хәләл ефете табип Диләрә Вячеслав ҡыҙы менән бергә барған. Беҙ бөгөн Донбасс халҡына медицина ярҙамы күрһәткән, бәләгә тарығандарҙың рухтарын күтәргән, йәшәүгә өмөт биргән табиптар менән сикһеҙ ғорурбыҙ. Ни тиһәң дә, тормошобоҙҙо, йәшәү сифатын һаулыҡ һаҡлау тармағы билдәләй. Ә республикабыҙ уларға һәр йәһәттән ярҙам итергә әҙер. Борай үҙәк районы дауаханаһының баш табип урынбаҫары Элмир Ғәйнетдинов әйтеүенсә, “беҙ республиканың ярҙамын даими тойоп йәшәнек, ниндәй генә мәсьәлә килеп тыумаһын, ашығыс рәүештә хәл ителде. Бөтә етәкселәр ҙә шундай ҙур яуаплылыҡ, ныҡышмаллыҡ менән эш итһә, һис шикһеҙ, еңеү беҙҙең урамда буласаҡ!” Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. Һүрәттә: Борай үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары, хирург Элмир Ғәйнетдинов, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы водителе Вадим Рахманғолов, республика клиник психотерапия үҙәгенең баш табибы Наталья Тулбаева, Өфө ҡалаһының 3-сө балалар поликлиникаһы табибы Гөлсинә Ҡарасурина, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының табип-анестезиологы Вадим Ғәлиәхмәтов, республика клиник психотерапия үҙәгенең бүлексә мөдире Айҙар Шәрәфетдинов.