Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һабанда һайрашыр мәл етә

Ауыл хужалығы уңғандары өсөн сираттағы ҡыҙыу мәл – яҙғы баҫыу эштәре яҡынлаша. Аграрийҙарҙы быйылғы ҡарҙың ҡалын булыуы, көҙҙән үк ямғырҙар яуып, ерҙең дымға туйыныуы һөйөндөрмәй ҡалмағандыр. Быйыл яҙҙың иртә килеүе күҙаллана.Былтырғы йыл ауыл эшсәндәре өсөн бик уңышлы булды: игенселәр бығаса булмаған уңыш йыйып алды, ике йылға етерлек мал аҙығы тупланды, орлоҡ запасы һалынды. Шуға күрә быйылғы баҫыу эштәрен аграрийҙар күтәренке кәйеф менән ҡаршылай. Республикала яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек башланды, төрлө төбәктә был йәһәттән агроконференциялар үтә. Хәйбулла районы хакимиәте башлығ­ының беренсе урын­баҫары Илмир Ҡотоев белде­реүенсә, хәйбуллалар яҙғы сәсеүгә әҙер, эшсәндәрҙең ты­рыш­лығы менән ауыл хужа­лығы машиналарын ремонтлау ваҡытында һәм сифатлы алып барыла. Хужалыҡтарҙың күбе­һендә техника тулыһынса әҙер. Шулай уҡ бар хужалыҡтар һәм фермерҙар орлоҡ һәм яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин ителгән. Көндәр йылыныу менән улар баҫыуға сығасаҡ. – Быйыл да сәсеү майҙан­дарының структураһы былтыр­ғынан артыҡ үҙгәрмә­йәсәк. Район буйынса сәсеүлек майҙа­н­дары 92 мең гектар тәшкил итә. Шул иҫәптән иген һәм иген-ҡуҙаҡлы культураларын 83 мең гектарҙа сәсеү ҡаралған. 7 мең гектарҙа техник культуралар сәсеү планлаштырыла. Һуңғы йылдарҙа хужа­лыҡтар иҡтисади яҡтан табышлы культураларға өҫтөнлөк бирә. Әммә беҙҙең игенсе­ләрҙең төп брендына әүерелгән ҡаты һәм йомшаҡ сортлы бой­ҙай һәр хужалыҡта сәселәсәк. Яҙғы сәсеү кампанияһына бөтәһе 128 сәсеү агрегаты, 18 сәсеү комплексы йәлеп ителәсәк, был сәсеүҙе ҡыҫҡа ваҡытта үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Техник тикшереү графикка ярашлы уҙғарыла. Бөгөнгө көнгә ҡарата тракторҙарҙың 80 проценты, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналарының 92 проценты сәсеүгә әҙер тип баһалана. Хужалыҡтарҙа яҙғы сәсеү эштәренә талап ителгән яғыулыҡ материалдары 70 процент тупланған. Быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы атҡарып сығыу өсөн ауыл хужалығы предприятиеларына 13 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар талап ителә. Шуныһы ҡыуаныслы: үткән йылда һәр хужалыҡ үҙҙәре үк орлоҡ запасы туплай алды, орлоҡ фондының булған күләме “Россельхозцентр” лабора­тори­я­һын­да тикшерелгән. Орлоҡ сифаты буйынса дәүләт стандарттарына тап килә. Ғөмүмән, район игенселәренең кәйефе көр, сәсеү эштәренә әҙерлек ҡыҙыу бара, көндәр йылыныу менән мөһим кампанияны тейешле ваҡытта сифатлы үткәрерҙәр тигән ышаныстамын, – ти Илмир Мәжит улы. Шулай уҡ район аграрий­ҙарына сәселгән гектар май­ҙанына 109 миллион һумлыҡ субсидия бүленгән, күп фер­мерҙар был дәүләт ярҙамына яғыулыҡ-майлау материалдары туплаған. Хәйбулла фермер­ҙары Урал Закиров һәм Әмир Шәйәхмәтов төбәктең тәбиғәт шарттарына тап килгән орлоҡ әҙерләүгә ирешкән. Мәҫәлән, Әмир Шәйәхмәтов 160 тонна супер элиталы, 450 тонна элиталы орлоҡ туплап, шуның 50 тоннаһын һатһа, Урал Закиров 600 тоннанан ашыу орлоҡ әҙерләгән. Ҡаты бойҙайҙың элиталы һәм йомшаҡ бойҙай ор­лоғо ҙур һорау менән файҙа­ланыла. Яҙғы баҫыу эштәрен тулы әҙерлек менән ҡаршы алған Хәйбулла аграрийҙары көндөң тиҙерәк йылыныуын һәм һабанда һайрашыр мәлде ҙур түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки ер кешеһе өсөн иң яуаплы осор яҡынлаша. Кәримә Усманова Хәйбулла районы