Башҡортостанда бишенсе йыл өлкән йәштәге граждандарҙың әүҙем тормошон оҙайтыуға йүнәлтелгән махсус программа тормошҡа ашырыла. Йылдан-йыл унда ҡатнашыусылар һаны эҙмә-эҙлекле арта. Республика Хөкүмәте оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, былтыр программаның төрлө сараларында 470 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Был республикала оло йәштәгеләрҙең яртыһы (бөтәһе 936,3 мең кеше). "Башинформ" мәғлүмәтенә ярашлы, "Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге" программаһы сараларында Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Асҡын, Мәләүез райондары, шулай уҡ Нефтекама һәм Сибай ҡалалары халҡы әүҙем ҡатнашҡан. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров проектҡа йәлеп ителгән оло йәштәге кешеләрҙең күпселеге – ҡатын-ҡыҙҙар, был республикала оло йәштәге халыҡтың структураһы менән аңлатыла, тип билдәләне. Ул республикала уртаса ғүмер оҙайлығы 73 йәш булһа ла, ирҙәрҙең ғүмере бер нисә йылға кәмерәк булыуы хаҡында борсолоуын белдерҙе. Радий Хәбиров билдәләүе
"Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге" программаһына ир-егеттәр йәлеп ителәсәк
17 марта 202517 мар 2025
1 мин