Найти в Дзене
"Аманат" журналы

Башҡортостан спортсылары уңыштар яулай

Командабыҙ джиу-джитсу буйынса Рәсәй беренселегенән еңеүҙәр менән ҡайтҡан.

Башҡортостан Спорт министрлығының ВК сәхифәһенән.
Башҡортостан Спорт министрлығының ВК сәхифәһенән.

Силәбеләге был ярышта төрлө йәш төркөмөндә Валерий Афанасьев – алтын, Злата Мыльникова – көмөш, Артур Ғасанов бронза миҙаллы булған.

Ә Йошкар-Ола ҡалаһында панкратион буйынса Волга буйы федераль округы беренселегендә Башҡортостан йыйылма командаһы 79 миҙал яулаған!

Башҡортостан Спорт министрлығының ВК сәхифәһенән.
Башҡортостан Спорт министрлығының ВК сәхифәһенән.

Шуның 39-ы – алтын, 16-һы – көмөш, 24-е – бронза. Артабан команда Новосибирск ҡалаһында Рәсәй беренселегендә сығыш яһаясаҡ.

Башҡортостандан Ксения Шаронова фристайл буйынса Рәсәй Кубогы еңеүсеһе булған. Шунда уҡ, Ярославль өлкәһендә, фристайл буйынса Рәсәй беренселеге лә үткән. Унда “акробатика” дисциплинаһында Алиса Алексеева – көмөш, Арина Муллағәлиева бронза яулаған. Ә “ҡатнаш төркөм акробатикаһы”нда Башҡортостан командаһы (Муллағәлиева Арина, Әйүпов Оскар, Хәкимов Илдар) бронза миҙаллы булған.