РФ Дәүләт Думаһында үҙҙәренең биттәрен һәм каналдарын теркәмәгән ун меңдән ашыу яҙылыусыһы булған блогерҙар өсөн штрафтар индереү тураһында закон проектын ҡарайҙар. Шулай уҡ 10 меңдән ашыу кешелек аудиториялы теркәлмәгән биттәрҙең һәм каналдарҙың репостары өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Закон проекты көҙ көнө ҡарала, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите ТАСС мәғлүмәттәренә һылтанма менән. Дәүләт Думаһының Мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комитеты башлығы урынбаҫары Антон Горелкин белдереүенсә, РФ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттә (Роскомнадзор) теркәлмәгән биттәр һәм каналдар репостары өсөн штрафтар индереү инициативаһы көҙгә генә барлыҡҡа киләсәк. "Законда бурыс бар икән, яуаплылыҡ та яҙылырға тейеш. Был ике ваҡиға араһында практикала, ғәҙәттә, бер йылдан да кәм булмай, шуға күрә Дәүләт Думаһының көҙгө сессияһына тейешле инициативалар көтөгөҙ", - тине Антон Горелкин. Шулай уҡ депутат "ун меңлек" аудиториялы закон талаптары
Рәсәйҙә блогерҙар өсөн штраф индерелә
10 марта 202510 мар 2025
~1 мин