Рәсәй Президенты Владимир Путин «РФ дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Указға ярашлы, Башҡортостан Республикаһының «Адаптив спорт үҙәге» спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Ольга Байракова I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнде. «Салауатинвест» ЯСЙ-һының йөҙөү буйынса тренер-уҡытыусыһы, «Алтын балыҡ» бассейны йөҙөү буйынса баш тренеры Фәнил Кираевҡа II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы тапшырылды.
Яҡташ тренерҙарға - юғары дәүләт наградалары!
10 марта 202510 мар 2025
~1 мин